Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхеттәренә күҙ теймәһен
Бәхеттәренә күҙ теймәһен Биш малайы янына сәскәләй ҡыҙ алып ҡайтҡан Гөлсәсәкте ире өрмәгән ергә ултыртмай: сабыйҙы ҡарашһынмы йәки йорт эштәрендә булышһынмы... Шулай булмайса, йорттарына – биҙәк, үҙҙәренә бүләк Гөлсинәнең донъяға килеүе барыһына ла оло шатлыҡ. Ана, ағалары һеңлеләрен ҡулдан төшөрмәй ҡурсаҡ кеүек алып йөрөтһә, аталары ҡыҙын бигерәк иркәләй. Уларҙың ҙур, татыу ғаиләһе Сидоровка ауылында иң өлгөлөләрҙән һанала.


Икеһе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Гөлсәсәк менән Юнир Ҡотоевтар алты балаға ғүмер бүләк итеүҙе тәбиғи һанай.
— Юнирҙәр ҙә туғыҙ бала булған, мин дә күмәк ғаиләлә үҫтем, шуға күрә сабыйҙарыбыҙҙы күп күрмәйбеҙ, — ти бәхетле әсә. – Хоҙай биргән икән, тимәк, юҡҡа түгел. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Имен-һау, аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
Аталарына бер-бер артлы ярҙамсы булып үҫкән малайҙар ҙурайып бара. Өлкәне, Айнурҙары, Аҡъяр тау колледжында белем ала, Илнур – һигеҙен­селә, Венер өсөнсөлә уҡый. Марсель менән Ислам әле балалар баҡсаһына йөрөһә, бәләкәстәренә ни бары биш ай ғына. Биш ул тәрбиәләгән йәш әсә республика Башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы ла алған.
Ҡотоевтарҙың донъяһы етеш, сөнки улар шәхси хужалығында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Үҙҙәре әйтмешләй, мал көсө менән йәшәйҙәр. Йөҙгә яҡын һарыҡ, ун бишләп һыйыр көткән ғаилә йыл әйләнәһенә шуларҙы һатып, үҙҙәренсә “тере” аҡса эшләй. Йәйгеһен ихата тултырып ҡош-ҡорт үрсетәләр, тик бына баҡса үҫтереүе ҡыйыныраҡҡа тура килә: ауылда һыу булмауы – барыһы өсөн дә төп проб­лема.
Йәй буйына Ҡотоевтар күмәкләшеп ишле малға бесән әҙерләй, еләк-емеш йыя. Атайҙары балаларына бар эштә үрнәк күрһәтә. Тракторын йүнәтергә тотонһа, шунда уҡ улдары, ҡулдарына асҡыс тотоп, янына килеп баҫа, мал-тыуар ҡарарға сыҡһа ла ярҙамла­шалар. Хатта әсәйҙәренә булышыу ҙа көн һайын сират буйынса башҡарыла. Был, беренсенән, тәртипкә өйрәтһә, икенсенән, бер кем дә эште бүлешмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Үҙ-ара һөйөү һәм ихтирам булған ғаиләлә тыуып үҫкән балалар ҙа айырылып тора: татыуҙар, берҙәмдәр. Тап шундай ғаиләләргә ҡарап: “Бәхеттәренә күҙ теймәһен!” – тип әйтке килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә