Биш малайы янына сәскәләй ҡыҙ алып ҡайтҡан Гөлсәсәкте ире өрмәгән ергә ултыртмай: сабыйҙы ҡарашһынмы йәки йорт эштәрендә булышһынмы... Шулай булмайса, йорттарына – биҙәк, үҙҙәренә бүләк Гөлсинәнең донъяға килеүе барыһына ла оло шатлыҡ. Ана, ағалары һеңлеләрен ҡулдан төшөрмәй ҡурсаҡ кеүек алып йөрөтһә, аталары ҡыҙын бигерәк иркәләй. Уларҙың ҙур, татыу ғаиләһе Сидоровка ауылында иң өлгөлөләрҙән һанала. Икеһе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Гөлсәсәк менән Юнир Ҡотоевтар алты балаға ғүмер бүләк итеүҙе тәбиғи һанай.
— Юнирҙәр ҙә туғыҙ бала булған, мин дә күмәк ғаиләлә үҫтем, шуға күрә сабыйҙарыбыҙҙы күп күрмәйбеҙ, — ти бәхетле әсә. – Хоҙай биргән икән, тимәк, юҡҡа түгел. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Имен-һау, аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
Аталарына бер-бер артлы ярҙамсы булып үҫкән малайҙар ҙурайып бара. Өлкәне, Айнурҙары, Аҡъяр тау колледжында белем ала, Илнур – һигеҙенселә, Венер өсөнсөлә уҡый. Марсель менән Ислам әле балалар баҡсаһына йөрөһә, бәләкәстәренә ни бары биш ай ғына. Биш ул тәрбиәләгән йәш әсә республика Башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы ла алған.
Ҡотоевтарҙың донъяһы етеш, сөнки улар шәхси хужалығында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Үҙҙәре әйтмешләй, мал көсө менән йәшәйҙәр. Йөҙгә яҡын һарыҡ, ун бишләп һыйыр көткән ғаилә йыл әйләнәһенә шуларҙы һатып, үҙҙәренсә “тере” аҡса эшләй. Йәйгеһен ихата тултырып ҡош-ҡорт үрсетәләр, тик бына баҡса үҫтереүе ҡыйыныраҡҡа тура килә: ауылда һыу булмауы – барыһы өсөн дә төп проблема.
Йәй буйына Ҡотоевтар күмәкләшеп ишле малға бесән әҙерләй, еләк-емеш йыя. Атайҙары балаларына бар эштә үрнәк күрһәтә. Тракторын йүнәтергә тотонһа, шунда уҡ улдары, ҡулдарына асҡыс тотоп, янына килеп баҫа, мал-тыуар ҡарарға сыҡһа ла ярҙамлашалар. Хатта әсәйҙәренә булышыу ҙа көн һайын сират буйынса башҡарыла. Был, беренсенән, тәртипкә өйрәтһә, икенсенән, бер кем дә эште бүлешмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Үҙ-ара һөйөү һәм ихтирам булған ғаиләлә тыуып үҫкән балалар ҙа айырылып тора: татыуҙар, берҙәмдәр. Тап шундай ғаиләләргә ҡарап: “Бәхеттәренә күҙ теймәһен!” – тип әйтке килә.