Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Крәҫтиән һынауға әҙерме?
Крәҫтиән һынауға әҙерме? Һуңғы йылдарҙа донъяла, илдә барған ваҡиғалар ауыл хужалығы тармағында яңы юҫыҡта эшләргә мәжбүр итә. Импортты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә алмаштырыу – аграр йүнәлештең төп маҡсаты. Тимәк, алдағы яҙғы сәсеү эштәрен ваҡытында һәм сифатлы итеп үткәреү крәҫтиән өсөн мөһим бурыс булып тора.

Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдереүенсә, быйыл сәсеүҙе ҡатмарлы шарт­тарҙа атҡарырға тура киләсәк. Кредит проценты, минераль ашламаға, ауыл хужалығы техника­һына хаҡ һиҙелерлек артҡан. Сығымдарҙың былтыр­ғынан 30 процентҡа күберәк булыуы күҙаллана. Яҙғы сәсеү эштәре өсөн бөтәһе ете миллиард һум аҡса талап ителә, шуның ике миллиарды ауыл хужалығы предприятиеларының үҙҙәренеке бул­һа, ҡалғанын көтәсәккә алырға кәрәк. Бөгөн кредит проценты үтә юғары, шуға бурысҡа инеү ҙә хә­үефле.
Иҡтисади хәл, баҙар шарттары иген, һөт һәм ит етештереү күләмен арттырыуҙы талап итә. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре айырыуса иген, май культураларынан, шәкәр сөгөлдөрөнән юғары табыш алырға, ер кешеһенең финанс хәлен яҡшыртырға форсат биреүен иҫбатланы.
Быйыл сәсеү эштәре 3 миллион 150 мең гектар майҙанда башҡарыласаҡ (былтырғыға ҡарағанда 56 мең гектарға күберәк). Яҙғы культуралар 2 миллион 46 мең гектар ерҙе биләй, шуның 41 процентын, йәғни 1 мең 300 гектарын, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар тәшкил итәсәк.
Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш майҙаны элекке кимәлдә ҡала. Был үҫемлектәр юғары табышлы һәм ауыл хужалығы аҙығын етештереүселәр өсөн яҡшы килем бирә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалыла баҫыуҙарҙы – 2300, Мәләүездә 4400 гектарға ҡәҙәр арттырыу мөмкинлеге бар. Уларҙы эшкәртеү өсөн шәкәр завод­тарының ҡеүәте лә етерлек – 1,5 миллион тонна сөгөлдөр эшкәртергә була.
Ҡарабойҙай беҙҙең республика өсөн төп культура һанала. Ил баҙарында уны етештереүҙең ундан бер өлөшө Башҡортостанға тура килә. Уға ихтыяж киләсәктә сәсеүлектәрҙең майҙанын арттырыуға килтерәсәк.
Сәсеүлектәрҙең (995 мең гектар) өстән бер өлөшө мал аҙығы культураларына тура килә. Кукурузды 20 процентҡа күберәк сәсеү көтөлә.
Әлбиттә, яҙғы сәсеү эштәренең уңышлы атҡарылыуы, һис шикһеҙ, орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡтың етерлек булыуына, техни­каның әҙерлегенә бәйле. Иген культуралары майҙаны өсөн 302 мең тонна орлоҡ талап ителһә, дефицит – 27 мең тонна.
Бығаса республика йыл һайын орлоҡҡа мохтаж хужалыҡтарға ҡаҙнанан аҡса бүлә килде. Әммә быйыл бының шарттары үҙгәрҙе. Хәҙер орлоҡ һатып алғанда уның 60 процентына тиклем субсидия биреү ҡарала. Һәм ситтән түгел, үҙебеҙҙә етештерелгәндәрен һатып алыуға өҫтөн­лөк биреләсәк.
Сифатлы орлоҡ өлөшөн арттырыу мөһим. Дәүләт программаһына ярашлы, ул баҫыуҙарҙың 20 процентынан да кәм булмаған майҙанда сәселергә тейеш. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ҡайһы бер райондарҙа ул биш проценттан артмай. Ошо йәһәттән элиталы орлоҡтарға субсидия өс тап­ҡырға – 18 миллиондан 55 миллион һумға тиклем күбәйеүе ҡыуаныслы. Был шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз гибридтары, бөртөклө, ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо алыуға һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.
Үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, минераль ашламалар ҡулланыу уңышты арттырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл 75 – 80 мең тонна минераль ашлама кәрәк. Әлегә ни бары 10 тонна самаһы ғына тупланған.
Республикала яңы техникалы булыу йәһә­тенән ярҙам күрһәтелһә лә, былтыр 15 район хужа­лыҡ­тары бер сәскес тә алмаған. Был үҙ нәүбәтендә сәсеү ваҡытының һуҙылыуына килтереүе ихтимал. Күптәр, элеккесә, МТС-тар хеҙмәтенә өмөтләнә...
Әүәл-әүәл крәҫтиән илдә барған үҙгәрештәргә, тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡаршы көрәшә-көрәшә иген иккән, илде түлле иткән. Сираттағы һынау ҙа баҫыу батырҙарын бөгә алмаҫ тип ышанғы килә.






Автор: Венер ИСХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә