Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңел яралары һаман әрней
Күңел яралары һаман әрней Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афған­стандан совет ғәскәрҙә­ренең сығарылыуы хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Күптәр был яңылыҡты һуғыш бөткәндәй ҡыуанып ҡабул итте, бәғзеләре аҙналар буйы телевизор янынан китмәй, донъя яңылыҡтары менән танышты. Хатта ауылда “душман” һүҙе хыянатсы тигән синонимды алмаштырҙы. Уйлап ҡараһаң, ул йылдарға 26 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Тыуған ауылымдағы ике яугир-интернационалистың бөгөн береһе генә иҫән.


Афғанстанда хеҙмәт иткәндәргә халыҡ баштараҡ бер аҙ һағайы­быраҡ ҡараһа, бөгөн улар менән ғорурланабыҙ. Ысынында был мә­ғә­нәһеҙ һуғыш күпме йәш егет­тең ғүмерен өҙҙө, күпме әсәнең күҙ йәштәрен түктереп, уларҙы ғәзиз улдарынан яҙҙырҙы! Хәрби хәрә­кәттә 14 мең совет һалдаты һәләк булды, 50 меңдән ашыуы ғәрип­лән­де, һуғышта барлығы 400 мең кеше ҡатнашһа, шуның 9214-е – Башҡортостан егеттәре. 307 яҡта­шы­быҙҙың үле кәүҙәһе ҡурғаш табутта ҡайтты.
Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватаны ҡушҡан бурысты үтәй. Үҙ илен һайлап алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген күҙаллау мөмкинлегенә эйә түгел. Күп егеттәрҙе ҡыҙыҡ­тырған элиталы ғәскәргә – “зәңгәр береттар”ға, “ҡанатлы пехота”ға эләгеү бик аҙҙарҙың ғына өлөшөнә төшә.
Үҙенә генә хас нескәлектәре, сиселмәгән серҙәре менән дан алған ғәскәрҙә хеҙмәт юлын баш­лаған Баймаҡ егете Мөхтәр Хә­сә­новтың Афғанстандың утлы ғәрәсәтенә эләгәсәге хаҡында уй башына кереп тә сыҡмағандыр, моғайын. Әммә тәүге айҙарҙан уҡ ҡулына ҡорал тоторға, парашюттан һикерергә, көтөлмәгән һөжүмгә ни­сек яуап бирергә кәрәклеге ха­ҡында өйрәтеүҙәренә ҡарап, бала саҡ иле менән хушлашып та өлгөрмәгән егеттәр үҙҙәрен яуға әҙерләгәндәрен тойғандыр.
1979 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған Мөхтәрҙе декабрь аҙағында Афғанстанға оҙа­та­лар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙы десантсылар араһында тере легендаға әүерелгән Рәсәй Геройы Юрий Эм әҙерләй. Тап уның атайҙарса хәстәрлеге, һал­ҡын ҡанлылығы, таулы урындарҙа хәрби хеҙмәт алымдарына өйрәте­үе, рухи һәм физик яҡтан ныҡлығы буласаҡ һалдаттар өсөн сынығыу, тормош мәктәбенә әүерелә.
Афған ҡан ҡойошона тәүгеләр­ҙән ебәрелгән бригадаға Юрий Пав­лович сая, көслө, батыр егет­тәрҙе һайлап ала. Исемлеккә Мөхтәр Хәсәнов та эләгә.
– Беҙгә, йәш десантсыларға, Афғанстан ғәскәренең кейемен бир­ҙеләр, – тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем. – Хәрби кейем бер иш булһа ла, бер кескәй генә деталь – ниндәйҙер бәйләүес арҡа­һында дошман беҙҙең яттар икән­лекте билдәләй алды. Һуғыш­та ваҡ мәсьәләләрҙең булмауын командование һуңынан аңланы, әммә күпме ҡорбан аша...
Күңелгә әрнеү ҡатыш һеңеп ҡалған хәтирәләрҙе ҡайтанан яңыр­тыуҙан да ауыр нәмә юҡ­лығын белһәм дә, Мөхтәр Шаһи­ҙулла улынан һуғыштың тәүге көндәре хаҡында бәйән итеүен үтендем.
– Тәүге айҙарҙа ауыр булды. Бигерәк тә таулы Афған тәбиғәтенә яраҡлашыуы ҡыйынға тура кил­де, – тип хәтерләй яугир-интернационалист. – Көн-төн дошман ябы­рылыуын көтәбеҙ. Ә улар көн­дөҙ рәхәтләнеп ял итә, йоҡлай, ашай һәм беҙ хәүефте көтөүҙән арып, күҙҙәребеҙ йомола башла­ғас, атып йәки һуйып китә. Айырыу­са иптә­шеңдең үлемен кисереүе ауыр. Ҡайһы саҡта ни өсөн алыш­ҡаныбыҙҙы ла белмәнек: ҡайҙа ҡарама – атыш, үлтереш, һуйыш...
Һалдаттың күргән-кисергәндә­рен бик һаран ғына һүрәтләүен, тойғоларын аңларға мөмкин, сөнки һуғышты үҙ иңендә татыу, иптәштә­реңде юғалтыу күңелгә мәңге уңал­маҫ яралар һала. Ваҡыт барыһын да дауалай тиһәк тә, ҡай­һы саҡта ул да ярҙам итә алмай, күрәһең.
Бөгөн Баймаҡ десантсыһы Мөх­тәр Хәсәнов – тормошта үҙ урынын тапҡан ир-уҙаман. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығында эш­ләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, шулай уҡ Рәсәйҙең почетлы ҡан тапшырыу­сыһы. Ҡатыны Зөлхизә менән бер ҡыҙға ғүмер биргән, әле тормоштарын йәмләп ейәнсәрҙәре Зарина үҫеп килә.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә