Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуы хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Күптәр был яңылыҡты һуғыш бөткәндәй ҡыуанып ҡабул итте, бәғзеләре аҙналар буйы телевизор янынан китмәй, донъя яңылыҡтары менән танышты. Хатта ауылда “душман” һүҙе хыянатсы тигән синонимды алмаштырҙы. Уйлап ҡараһаң, ул йылдарға 26 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Тыуған ауылымдағы ике яугир-интернационалистың бөгөн береһе генә иҫән. Афғанстанда хеҙмәт иткәндәргә халыҡ баштараҡ бер аҙ һағайыбыраҡ ҡараһа, бөгөн улар менән ғорурланабыҙ. Ысынында был мәғәнәһеҙ һуғыш күпме йәш егеттең ғүмерен өҙҙө, күпме әсәнең күҙ йәштәрен түктереп, уларҙы ғәзиз улдарынан яҙҙырҙы! Хәрби хәрәкәттә 14 мең совет һалдаты һәләк булды, 50 меңдән ашыуы ғәрипләнде, һуғышта барлығы 400 мең кеше ҡатнашһа, шуның 9214-е – Башҡортостан егеттәре. 307 яҡташыбыҙҙың үле кәүҙәһе ҡурғаш табутта ҡайтты.
Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватаны ҡушҡан бурысты үтәй. Үҙ илен һайлап алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген күҙаллау мөмкинлегенә эйә түгел. Күп егеттәрҙе ҡыҙыҡтырған элиталы ғәскәргә – “зәңгәр береттар”ға, “ҡанатлы пехота”ға эләгеү бик аҙҙарҙың ғына өлөшөнә төшә.
Үҙенә генә хас нескәлектәре, сиселмәгән серҙәре менән дан алған ғәскәрҙә хеҙмәт юлын башлаған Баймаҡ егете Мөхтәр Хәсәновтың Афғанстандың утлы ғәрәсәтенә эләгәсәге хаҡында уй башына кереп тә сыҡмағандыр, моғайын. Әммә тәүге айҙарҙан уҡ ҡулына ҡорал тоторға, парашюттан һикерергә, көтөлмәгән һөжүмгә нисек яуап бирергә кәрәклеге хаҡында өйрәтеүҙәренә ҡарап, бала саҡ иле менән хушлашып та өлгөрмәгән егеттәр үҙҙәрен яуға әҙерләгәндәрен тойғандыр.
1979 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған Мөхтәрҙе декабрь аҙағында Афғанстанға оҙаталар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙы десантсылар араһында тере легендаға әүерелгән Рәсәй Геройы Юрий Эм әҙерләй. Тап уның атайҙарса хәстәрлеге, һалҡын ҡанлылығы, таулы урындарҙа хәрби хеҙмәт алымдарына өйрәтеүе, рухи һәм физик яҡтан ныҡлығы буласаҡ һалдаттар өсөн сынығыу, тормош мәктәбенә әүерелә.
Афған ҡан ҡойошона тәүгеләрҙән ебәрелгән бригадаға Юрий Павлович сая, көслө, батыр егеттәрҙе һайлап ала. Исемлеккә Мөхтәр Хәсәнов та эләгә.
– Беҙгә, йәш десантсыларға, Афғанстан ғәскәренең кейемен бирҙеләр, – тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем. – Хәрби кейем бер иш булһа ла, бер кескәй генә деталь – ниндәйҙер бәйләүес арҡаһында дошман беҙҙең яттар икәнлекте билдәләй алды. Һуғышта ваҡ мәсьәләләрҙең булмауын командование һуңынан аңланы, әммә күпме ҡорбан аша...
Күңелгә әрнеү ҡатыш һеңеп ҡалған хәтирәләрҙе ҡайтанан яңыртыуҙан да ауыр нәмә юҡлығын белһәм дә, Мөхтәр Шаһиҙулла улынан һуғыштың тәүге көндәре хаҡында бәйән итеүен үтендем.
– Тәүге айҙарҙа ауыр булды. Бигерәк тә таулы Афған тәбиғәтенә яраҡлашыуы ҡыйынға тура килде, – тип хәтерләй яугир-интернационалист. – Көн-төн дошман ябырылыуын көтәбеҙ. Ә улар көндөҙ рәхәтләнеп ял итә, йоҡлай, ашай һәм беҙ хәүефте көтөүҙән арып, күҙҙәребеҙ йомола башлағас, атып йәки һуйып китә. Айырыуса иптәшеңдең үлемен кисереүе ауыр. Ҡайһы саҡта ни өсөн алышҡаныбыҙҙы ла белмәнек: ҡайҙа ҡарама – атыш, үлтереш, һуйыш...
Һалдаттың күргән-кисергәндәрен бик һаран ғына һүрәтләүен, тойғоларын аңларға мөмкин, сөнки һуғышты үҙ иңендә татыу, иптәштәреңде юғалтыу күңелгә мәңге уңалмаҫ яралар һала. Ваҡыт барыһын да дауалай тиһәк тә, ҡайһы саҡта ул да ярҙам итә алмай, күрәһең.
Бөгөн Баймаҡ десантсыһы Мөхтәр Хәсәнов – тормошта үҙ урынын тапҡан ир-уҙаман. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, шулай уҡ Рәсәйҙең почетлы ҡан тапшырыусыһы. Ҡатыны Зөлхизә менән бер ҡыҙға ғүмер биргән, әле тормоштарын йәмләп ейәнсәрҙәре Зарина үҫеп килә.