Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡояш аҫтында йәшәр өсөн беҙ бында хәҙер”
“Ҡояш аҫтында йәшәр өсөн  беҙ бында хәҙер”
Афғанстан, күпме ир-егетте
Ҡорбан иттең, йоттоң, юғалттың?!
Йәшәү менән үлем араһында
Ғүмерҙәре менән уйнаттың.

Афған һуғышы бихисап аҫыл егеттә­ребеҙҙең ғүмерен өҙҙө, күпме яҙмышты селпәрәмә килтерҙе. Илештән дә ба­тыр йөрәкле, ҡыйыу ир-азаматтар ошо ҡан ҡойошта ҡатнашып, Ватан алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәне. Ун йыл буйы барған ҡан ҡойош­та республиканан меңдәрсә егет һәләк булды, күптәре ауыр яра алып, ғәрип­ләнеп тыуған яҡтарына ҡайтты. Иң аяныслыһы — Афған һуғышында ҡат­нашҡан­дарҙың күбеһе йәштәр.

Илеш районынан Афғанстанда 307 егет хеҙмәт итә, һигеҙе һәләк була. Улар араһында Ҡайынлыҡ ауылы егете Ринат Баязитов та бар. Үрге Йәркәй урта мәктәбен тамамлағас, ул “Армия, авиация һәм флотҡа ирекле ярҙам итеү йәмғиәте”ндә БТР машинаһын йө­рөтөүсе-ме­ханик һөнәрен үҙләш­терә. Спорт менән шөғөл­лә­нә, ра­йон, республика ярыштарында ҡат­на­шып, алдынғы урындар ала. Армияға кит­кәнсе колхозда комбайн йөрөтә.
Тауҙар ҡуйынына йәшеренгән, яҡшы ҡорал­ланған “душман”дарға ҡаршы көрәштә ниндәй генә хәлгә ҡалырға тура килмәй егеттәргә?! Күптәре ут ямғыры аҫтында һәләк була. Шундай ҡот осҡос ҡан ҡо­йоштарҙың береһендә Ринат Бая­­зитов ҡаты яралана. Ғүмере­нең һуңғы сәғәтенә тиклем тиңһеҙ һәм аяуһыҙ көрәшә егет. Әммә 1985 йыл­дың 16 авгусында ул яҡты донъя менән хуш­лаша. Яҡташы­быҙ­ҙың һуғыш яланында күрһәткән ба­тырлыҡ­тарын, ҡыйыулығын, тә­үәк­кәллеген уның “Батырлыҡ өсөн” хәрби миҙа­лы, Ҡыҙыл Йон­доҙ ордены раҫлай.

* * *
“Илдә тыныслыҡ булһын!
Музыка тыңлап,
Ҡояшҡа ҡарап,
Йәшәрлек булһын өсөн
Хеҙмәт итәбеҙ Афғанстанда.
Беҙҙең тыуған ил һымаҡ,
Ҡояш аҫтында эшләп,
Йәшәр өсөн
Беҙ бында хәҙер.

Сәләм Термездан!
Һаумыһығыҙ, атай, әсәй, ту­ғандарым! Һеҙгә күп һалдат сә­ләм­дәре менән хат яҙа Ринат. Ми­нән бар совхоз (Ҡайынлыҡ) йәш­тәренә – Винер­ға, Фларитҡа, Рәсилгә, Миратҡа, Сабирйәнгә, Фәтихйәнгә, Вәзирәгә, Сәриәгә, Рәзинә, Флира, Фәриҙә, Бибигөл апайҙарға, бар туғандарға сәләм.
Минең хәлгә килгәндә, һәйбәт кенә хеҙмәт итәм. Кисә 9 Май байрамы булды, башта – па­рад, һуңынан ансамбль килде, бик кү­ңел­ле концерт уҙғарылды. Төшкө ашҡа кәнфит, печенье бирҙеләр, төштән һуң бер аҙ ял иттек. Бына бөгөн, 10 май, иртүк тор­ҙоҡ, автоматтар аҫып, полигонда 15 саҡрым йүгерҙек. Унда нормативты “5”-кә бирҙем. Шунан ике сәғәт уҡыныҡ, тағы ла “5” алдым. Уҡыу бөтөүгә автолавка кил­де, һуттар, печенье алдыҡ. Бер аҙнаға Шәрбәт ҡалаһына уҡырға китәбеҙ.
Үҙегеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек? Атай эшләп йөрөймө? Әсәй сир­ләмәйме? Ҡустым нисек уҡый? Әсәйгә ҡаршы һүҙ әйтә күрмәгеҙ, ярҙам итегеҙ. Минең тыңламаған саҡтарым булманы түгел. Бәлә­кәй саҡтағы хаталарҙы аңлау бик ауыр, иҫкә төшһә, күҙҙәремә йәш тығыла. Әммә һалдат иламай, һалдат тыныслыҡ һаҡлай!
Ринат. 1984 йыл, 11май”.

* * *
“Һаумыһығыҙ, минең өсөн иң ҡәҙерле булған атай, әсәй, Зилә­рә, Радик, Рифат! Сәләм шулай уҡ туғандарға, мине белгәндәргә, совхоз ҡарт­тарына, йәштәренә. Сәләм үҙемдән, ип­тәш­тәрҙән һәм сержанттан. Ми­нең хеҙмәт һәйбәт кенә бара. БТР-ҙа сыҡ­тыҡ, тау-таш араһын­да йөрөнөк. Мин хәҙер йыл-йыл ярым БТР-ҙа хеҙмәт иткәндәр янында ултырам, ашарға, кейергә бар. Музыка тыңлайбыҙ, кино ҡа­рай­быҙ. Бәлки, мине бында ҡал­дырырҙар ҙа әле.
Минең өсөн көйәләнмәгеҙ, ба­ры­һы ла яҡшы. Үҙегеҙ нисек кенә йәшәп, эшләп, уҡып ятаһығыҙ, таҙалыҡ яҡтары нисек? Атай, эштәр барамы? Комбайнға ул­тыр­ғанһың икән, муфтаһын ҡа­рап ҡуй, әтеү буксовать итә баш­лағайны бит. Ял юҡтыр инде һиңә хәҙер, көйәләнмәгеҙ.
Алла бойорһа, мин ҡайтҡас, бергәләп эшләр­беҙ әле, Атай!!!
Әсәй, һинең хәлдәрең нисек? Ауыр эш баш­ҡарырға тырышма. Һеңлем, ҡустыларым ярҙам итә­ләр­ме һуң? Әсәй, минең өсөн хафаланма, үҙеңде һаҡла. Малдың хәле нисек, көтөүгә сыға­лармы? Хатығыҙҙы көтөп ҡалам.
Сәләм менән Ринат. 1984 йыл, 1 июль”.




Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә