Бөгөн мин теүәл 58 миллион һумға эйә. Миллиардҡа алыҫ әле, моғайын, уныһына ла барып етелер. Бынан тыш, минең ҡиммәтле телевизорҙарым, ике миллион һумдан ашыу торған “КIА Sportage” тигән автомобилем, Мәскәүҙә биш бүлмәле фатирым бар. Ваҡ-төйәкте һанап та тормайым, әйтәйек, һәр төрлө һыуытҡыс, кер йыуыу машиналары, кухня комбайндары...Һеҙ мине хыялый тиһегеҙме? Эйе, хыялый, әммә мин түгел. Донъя шулай аҡылын юя бара. Миңә ҡалһа, үҙемдең исемгә килгән һәр “отошто”, дөрөҫөрәге, әҙәм балаһын алдаусы төрлө ойошмаларҙың “һөйөнсө”һөн ҡәҙерләп бер тартмаға һала барам.
Ышанған өсөн түгел. Әгәр ышанһам, мин дә быйыл көҙ Мәскәүгә барып, аҡса даулап йөрөгән булыр инем. Йөҙәрләгән пенсионер менән бер рәттән. Рәсәй атлы бөйөк илдең баш ҡалаһында, ҡулдарына миллион һумлыҡ сертификат тотоп, хатта ҡунаҡханаға урынлаша алмай, урамда тороп ҡалған хеҙмәт ветерандары хаҡында телетапшырыуҙар аша беләһегеҙ. Ә быға тиклем улар сифатһыҙ, бер нисә айҙа ҡыйралырға торған ҡиммәтле тауарҙарҙы алыу өсөн үҙҙәренең бар булған монаятын тотонған. Йәл, әммә юҡ-барға тиҙ ышаныусан шул беҙҙең халыҡ.
Мин иһә иң шәп ҡағыҙҙарға баҫылған һәр төрлө сертификаттарҙы, арҙаҡлы артист һәм яҙыусыларҙың автографтарын, Еңеү көнө менән ҡотлаған хаттарын, күҙ буяу һәм алдашыу өлкәһендә юғары маһирлыҡҡа өлгәшкән тиҫтәләгән ойошма директорҙары-президенттарының һөйөнсөләү хәбәрҙәрен ҡыҙыҡ өсөн, йәғни бөгөнгө алдаҡ замандың бер тарихи күренеше итеп һаҡлайым. Улар вәғәҙә иткәндең миллиондан бер генә өлөшө лә мин йәшәгән йорттоң серек ҡыйығын алыштырырға етер ине лә бит. Әммә скептикмын. Һәм бер генә шылдырғыс ойошма ла әлегә минең иҫәпкә бер һумға ла байый алманы. Йәшерен проценттары менән бурыс һаҙлығына батырған банктарҙы иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Йыш ҡына ғәжәпкә ҡалам. Әллә ҡайҙа ятҡан Санкт-Петербург, Мәскәү, Тверь, Владимир яҡтарында минең (һәм башҡаларҙың) исем-шәрифен генә түгел, ҡайһы урамда йәшәгәнен, аҙбарында нимә аҫрағанын, өйөнөң иҫкеме-яңымы икәнлеген ҡайҙан беләләр икән? Эйе, техника һәм юғары технологиялар заманы, ә шулай ҙа...
Тотош илде баҫып алған “финанс үрмәксеһе” булғанда, Ильф менән Петров әҫәрҙәре ары торһон. Ҡәләм оҫтаһы был хаҡта һәләк шәп сатирик роман тыуҙыра алыр ине. Әлеге яҙмамда иһә уҡыусыларға бер нисә “трюк”тың ғына серен асмаҡсы булам.
Гәзит-журналды мин күберәк һатып алам. Һәр төрлө кроссворд, ключворд, сканворд баҫылғанын бигерәк тә яратам. “Байэр СНГ и компания” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сираттағы журналы (ключвордтар) миңә йәнә ҙур “отош” килтерҙе: баҡтиһәң, “бәхетле билет” акцияһында 2 миллион һум “отҡанмын” икән! Етмәһә, бөтә Рәсәйҙә мин – әлеге суммаға дәғүә итеүсе берҙән-бер кеше! Йыбанманым, кеҫәлә күптән елдәр уйнаһа ла, Магнитогорск ҡалаһына барып, тағы шундай уҡ ике журнал һатып алдым (шунһыҙ “бәхетле” һанды тикшереп булмай). Барыһында ла миңә икешәр миллион һум сыҡты. Күрһәтелгән телефон аша шылтыраттым. “Ниңә кеше алдайһығыҙ?” – тим. “Юҡ, алдамайбыҙ, һеҙ – еңеүсе!” – тип яуап бирә мөләйем тауыш. “Минең ҡулда өс журнал, һәр береһендә “бәхетле һан” – быны нисек аңларға?” – тигән һорауыма: “Ә һеҙ журналдың уң яҡ мөйөшөндә акцияның кодын ҡарағыҙ”, – тиҙәр. Кодты эҙләп торманым. Ә ун көндән бер-бер артлы өс хат килеп төштө. Ике миллион түгел, ә өс миллион ярым “отҡанмын” икән. Йәһәт кенә хат эргәһенә һалынған каталог буйынса тауар һәм китаптарға заказ биреүҙе һорағандар... Бындай хат алыусыларға бер кәңәш бирәм: ипләп кенә конвертты тағатығыҙ. Эске яҡта бик ваҡ шрифт менән баҫылған яҙыуҙы иғтибарлап уҡығыҙ. Был – халыҡты алдаусы ойошмаларҙы хөкөмдән ҡотҡарыусы иҫкәрмә. Берәү ҙә һеҙгә бушлай аҡса йә автомобиль таратып ятмай, киреһенсә, әлеге ойошмалар тиҙ ышаныусан кешеләр иҫәбенә байый.
Һәр нәмәлә математика күрәм. Оҙаҡ йылдар гәзит-журнал редакцияһында эшләүем, һөнәрем буйынса филолог булыуым да мине был ғәҙәттән айыра алманы. Киреһенсә, үҙебеҙҙең район гәзите редакцияһында яуаплы секретарь булған осорҙа математика мәсьәләләрен сисеүгә әүәҫлек бик ныҡ ярҙам итте: юлдар иҫәбен алыу, мәҡәләләрҙе дөрөҫ урынлаштырыу үҙе бер мауыҡтырғыс шөғөл була торғайны. Ул саҡта компьютер юҡ ине бит, гәзит ҡул һәм баш ярҙамында сығарылды.
Бына ошо математикаға бәйле алдаҡ хаҡында әйтеп үткем килә. “Моя семья” гәзитен күргәнегеҙ барҙыр. Асылда бик ҡыҙыҡлы баҫма ул. Һәр хәлдә, мин уны яратып уҡыйым. Бөгөнгө финанс көрсөгө “Моя семья” кеүек һәйбәт баҫмаларҙы ла һәр төрлө сихырсылар, алдаҡ “отоштар” хаҡында реклама баҫыуға этәрәлер инде. Шулай ҙа күрәләтә уҡыусыларҙы һемәйтеүгә ҡоролған иғландарҙы өсәр-дүртәр бит итеп биргән коллегаларымды бик аңлап етмәйем. Бына бер реклама. Ул “КIА Sportage” кроссоверы вәғәҙә итә. Һеҙ еңеүсе түгелме – ҡарайыҡ.
Тыуған йылығыҙға Приз акцияһының һанын – 186 – ҡушығыҙ. Килеп сыҡҡан һанға, 2014 йылда һеҙгә нисә йәш тулған булһа, шул һанды өҫтәгеҙ. Һөҙөмтәне меңгә ҡабатлағыҙ. 2 200 000 һаны килеп сыҡтымы? Тимәк, һеҙ бына тигән автомобилгә эйә! Алға!.. Автомобилде йәки 2 200 000 һумды һеҙгә ике аҙнанан тапшырырға һүҙ бирәләр. Етмәһә, аҫта ваҡ шрифт менән “фирма үҙ репутацияһы хаҡында хәстәрлек күрә...” тип өҫтәгәндәр. Бында алдаҡ ҡайҙа, тиһегеҙме? Ә һеҙ бөтә туған-тыумасағыҙ, дуҫ-ишегеҙ, таныштарығыҙҙың тыуған йылы менән ошондай уҡ арифметик мәсьәлә сисеп ҡарағыҙ. Бөтә осраҡта ла һөҙөмтә бер – 2 200 000! Һеҙгә телефондан шылтыратыу ғына көс – артабан фирманың тоҙағына эләгәһегеҙ...
Бына игеҙәк күрәҙәселәр София менән Сюзанна Ферьеларҙың “бәхетле осрағы”. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ул түбәндәгегә ҡайтып ҡала. Күрәҙәселәр еңеүсегә 1 985 000 һум вәғәҙә итә. Ә отош уйынында ҡатнашыу өсөн күрһәтелгән мәсьәләне сығараһығыҙ. Тыуған йылығыҙҙың һуңғы ике һанына, 2015 йыла нисә йәш тулған булһа, шуны ҡушығыҙ. Һөҙөмтәнән 15 һанын (ул “быйылғы магия һаны” икән) алығыҙ, һуңынан һөҙөмтәне икегә бүлегеҙ. Иң аҙаҡ 50 һаны килеп сыға икән, тимәк, һеҙ – әлеге әҙәм алдаусы Ферьеларҙың (улар асылда бармы икән әле?!) астраль туғаны! Һәм һеҙ юғарыла аталған аҡсаға эйә! Бына бит ҡайһылай анһат миллионерға әйләнеү! Ялҡауланмай ғына үҙегеҙ белгән кешеләрҙең тыуған йылы менән әлеге мәсьәләне сисеп ҡарағыҙ: бөтә осраҡта ла 50 сығасаҡ.
Бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә мөмкин. Улар минең бала саҡтағы “Мауыҡтырғыс математика” китабындағы мәсьәләләрҙе хәтерләтә. Экстрасенс Анастасияның “бәхетле отошо” ла ошондай уҡ күҙ, дөрөҫөрәге, аң бәйләүгә ҡоролған.
Тотош алдаҡҡа ҡоролған ҡатмарлы осорҙа үҙең булып ҡалыу, ялтырауыҡ вәғәҙәләргә ышанмау ауырҙыр. Тормош әҙәм балаһын шундай көтөлмәгән хәлдәргә ҡалдыра ки, ирекһеҙҙән, әллә ниндәй мөғжизәләргә ышана башлайһың... Шуға күрә ҡапыл байығыуға өмөт итеүселәргә әйтке килә: тоҙаҡта ғына ул һеҙ көҫәгән миллиондар. Ете ҡат тир түгеп, тамағыңды туйҙыра алһаң да бик шәп әле бөгөн...
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.