Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » СИТ ИЛДӘ СОЛТАН БУЛҒАНСЫ…
Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең ял, сәйәхәт итеүгә ҡарашы һиҙелеп үҙгәрә. Йәйге ялын сағыу көньяҡ ҡояшы аҫтында, диңгеҙ буйында үткәреүселәр арта. Сит илдәрҙә ял итеү ҙә әллә ни артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай. Бөгөн мин Төркиәлә уҙғарған ялымдан алған тәьҫораттарым, уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Төрөк донъяһы башҡа алдынғы илдәрҙән ҡалышмай, үҙ милләтенең үҙенсәлеген, дәрәжәһен, тотҡан урынын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, боронғо рухи ҡаҙаныштарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, фольклорына, һүҙ сәнғәтенә таянып, билдәле бер үҫеш кисерә, алға табан уңышлы аҙымдар яһай. Барып төшкәс тә шуға иғтибар иттем: улар үҙ телендә генә һөйләшә. Шулай ҙа был илдә ҡурд, ғәрәп, урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа милләттәрҙе осратырға мөмкин. Дөйөм алғанда, матбуғат, радио-телевидение эшмәкәрлеге, музыка, видеоклип, кинофильм сәнғәтенең үҫеше төрөк иленең милли бөтөнлөгөн сағылдыра.
Намаҙ ваҡыты еткәндә аҙан тауышы яңғыраһа, үҙеңдең бер үк төрки тамырҙан булыуыңды, ислам дине тәртиптәрен ҡаныбыҙға һеңдергән рухташ, диндәш икәнеңде тояһың, был нисектер һине уларға яҡынайта кеүек. Төрөк халҡы төрлө ҡатламдарға бүленгән, мәҙәни кимәле, һөйләшеү, аралашыу үрнәге, кейемдәре илдең географик урыны менән дә бәйле. Шуға күрә беҙҙәге кеүек бер төрлөлөк юҡ: баштан-аяҡ оҙон кейемдәргә сорналғандары ла, ҡыҫҡа итәк кейгән, саманан тыш буянған ҡыҙҙар ҙа, ҡолағына һыңар алҡа таҡҡан, заманса биҙәкле футболкалы үҫмерҙәр ҙә, башына түбәтәй кейгән, ҡулына тиҫбе тотҡан йәш егеттәр ҙә —былар бөтәһе төрөк иленең бөгөнгө йөҙө. Әммә бер нисә көн бында булғандан һуң, төрөктәрҙең Европа, ҡайһылыр кимәлдә Рәсәй халҡына оҡшарға тартылыуын һиҙҙем. Сауҙа нөктәләрендә үҙҙәре менән бер рәттән урыҫтар «кем кемде ота» көйләнешендә һатыу итә. Сауҙа өлкәһендә эшләүсе төрөктәрҙең барыһы ла тигәндәй урыҫ телен белә, аңлай. Улар билдәләүенсә, Рәсәй туристарын хеҙмәтләндереүҙән килем яҡынса 60 процент тәшкил итә.
Үрҙә «бер дин тотоуыбыҙ беҙҙе яҡынайта» тип яҙып үткәйнем. Ниндәйҙер кимәлдә был телгә лә ҡағыла. Диҡҡәт менән тыңлаһаң, төрөк телен аңлап була. Бер көн шулай, ҡатын-ҡыҙҙар кейеме магазинында ике ҡырғыҙ ҡыҙы менән һөйләшеп киттем. «Беҙгә кейем һайлашмаҫһығыҙмы икән?» — тип мөрәжәғәт итте улар. «Һеҙҙең тел төрөктәрҙекенә тартыммы әллә?» — тип һорай ҡуйҙым. «Беҙ инглиз, урыҫ, немец, төрөк телдәрендә аралаша алабыҙ», — тине икеһе бер тауыштан. Анталияла берҙән-бер Халыҡ-ара туризм колледжы бар икән. Унда Англиянан, Рәсәйҙән, Американан, Германиянан тел белгестәре килеп уҡыта. «Юғары мода үлсәмдәренә тап килерлек итеп кейенергә кәрәк беҙгә, Англияға йәки Германияға практикаға юлланасаҡбыҙ»,—тине йәштәр. «Белем, эске йөкмәтке өҫ-баштан торамы әллә һеҙҙең уҡыу йортонда?» — тип шаяртам студенттарҙы. «Юҡ, беҙ икебеҙ ҙә яҡшы уҡыйбыҙ. Тик тәрбиәлелектең мөһим күрһәткестәренең береһе — кешенең өҫтөндәге кейеме. Зауыҡ, матурлыҡ тәрбиәһе алғандар ғына төрлө милләт халыҡтары менән осрашҡанда, уларға береклектә тереклек идеяһын еткерә ала», — тип йылмайҙы осраҡлы таныштарым.
Ҡыҫҡаһы, Рәсәйҙән һәм БДБ илдәренән студенттар байтаҡ Анталия колледжында. Рәсәй, Украина, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстандан күптәр икән.
Урта диңгеҙ ярҙары буйлап ойошторолған сираттағы сәйәхәттәрҙең береһендә етәксебеҙ, Куба исемле ҡырғыҙ егете, уйын-көлкө рәүешендә Рәсәй байҙарының виллаларын күрһәтеп үтте. Улар араһында иң шәбе – Филипп Киркоровтыҡы. Әлеге мәлдә Максим Галкин да диңгеҙ ярында зиннәтле һарай төҙөтә икән.
Тәбиғәт хозурлығы һәр кемде һоҡландырырлыҡ, урамдарҙағы таҙалыҡ беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә өлгө булырлыҡ. Уларҙы шау сәскәгә төрөнгән бейек-бейек ағастар биҙәй. Һутҡа тулышып алма, әфлисун, сливалар үҫә.
Беҙ мәктәп дәреслектәренән Урта диңгеҙ тип белгән диңгеҙҙе улар Аҡдинез тип йөрөтә. Һыуы яңы һауған һөттәй йылы, йәнгә-тәнгә сихәт бирерлек йомшаҡ, тәнде генә түгел, күңелде лә сафландыра, тынысландыра. Урта диңгеҙ буйы донъялағы иң боронғо тарихты, цивилизацияны, мәҙәниәтте тыуҙырған тараф бит. Бөгөн дә уны төрөк иленең биҙәге, йөҙөк ҡашы тиһәм, хата булмаҫтыр, моғайын. Төркиәнең дөйөм мәнфәғәтен, абруйын күтәрә ул.
Элек «тимер ҡоршау» аръяғында йәшәгәндә сит-ят ҡитғаларҙы күрергә хыял иттек. Бөгөн иһә һәр беребеҙгә бөтә донъя асыҡ. Күрәбеҙ, сағыштырабыҙ… Эйе, Төркиәнең тәбиғәте, һис шикһеҙ, хозур, хас та әкиәт донъяһы. Тәүге мәлдә ошо матурлыҡҡа һоҡланып туймайһың. Әммә сәйәхәтең оҙағыраҡҡа һуҙылһа, үҙ илеңде яратыу, һағыныу, кесе йәштән әсә һөтө менән тәбиғәт тарафынан һалынған милли әҙәбебеҙ йәнебеҙҙе йылытып торған тыуған яҡҡа тартыла. Миңә ҡалһа, сит илдәрҙе күреү — хәйерле ғәмәл, ә күңел бөтөнлөгөнә һәм бәхеткә юл тик үҙ илебеҙҙә, Башҡортостанда, ята. Ҡөҙрәтле еребеҙҙе, ғәзиз халҡыбыҙҙы алыштырырлыҡ һис бер нәмә юҡ икән ул беҙ белмәгән, беҙ күрмәгән илдәрҙә. Тыуған еребеҙҙән, телебеҙҙән яҙҙырмаһын Хоҙай Тәғәлә. Ҡайҙа тыуғанбыҙ, шунда ярайыҡ, үҙ еребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек, дуҫтар!







Автор: Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА. Район: Сибай — Төркиә.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә