Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр кем тыныс йәшәһен һәм эшләһен
Был аҙнала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған тантанала ҡатнашты. Эш сәфәре барышында республика етәксеһе ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында булды, инфраструктура һәм социаль объект төҙөлөштәрен ҡараны, халыҡты байрам менән ҡотлап, алдынғыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

— Ишембайҙың тарихы – илебеҙ, республикабыҙ йылъяҙмаһының ваҡиғаларға бай һәм сағыу биттәре ул. 1932 йылдың майында тап ошонда мастер Михаил Коровниковтың бригадаһы быраулаған 702-се скважинанан нефть фонтаны урғылған. Башҡортостандың нефть сәнәғәтенә шулай юл ярылған, – тине республика Башлығы.
2010 йылдан Ишембайҙа төп капиталға инвестициялар күләме 1,5 миллиардтан 2,7 миллиард һумға тиклем күтәрелгән. Былтыр сәнәғәт етештереү индексы уртаса республика кимәленә – 103,5 процентҡа —еткән. Һуңғы дүрт йылда урындағы бюджеттың килем өлөшө 35-тән 48 процентҡа артҡан. Күрһәткестәрҙең башлыса данлы хеҙмәт традицияларын дауам иткән предприятиелар — “Ишембайнефть”, Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы, ”Инман” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, ”Витязь” машиналар төҙөү компанияһы — иҫәбенә тура килеүен республика етәксеһе лә билдәләне. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Төбәк етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн заманында бөтөн илгә билдәле булған Ишембай трикотаж фабрикаһы, Ишембай ойоҡ фабрикаһы тулы ҡеүәтенә эшләмәй, Ишембай машиналар төҙөү заводында милексе менән ауырлыҡтар килеп тыуған. Әле ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡарала.
— Ишембай – төҙөк, бөхтә һәм матур ҡала. Кешеләрҙең таҙалыҡ һәм тәртип булдырырға тырышыуы күренеп тора. Иң мөһиме — һәр кем тыныс йәшәһен һәм эшләһен, һәр ғаиләлә мөхәббәт, йылылыҡ, муллыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрһөн, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембайға эш сәфәре барышында дарыуға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтар менән дә танышты. Төбәк етәксеһе Ишембайҙағы дарыуханаларҙың береһенә инеп сыҡты. Уның мөдире әйтеүенсә, аптека селтәрендәге хаҡтар үҙәктә билдәләнә, шуға күрә уларға урындарҙа йоғонто яһап булмай. Дөйөм алғанда, дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ.
– Етәкселәрегеҙгә халыҡтың һатып алыу һәләте юғары булмауы хаҡында еткерергә тейешһегеҙ. Беҙҙең хаҡтарҙы ҡапыл арттырырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тип билдәләне республика Башлығы.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов ”Магнит” гипермаркетында булды, һөт, ит, йомортҡа, йәшелсә төрҙәре һәм хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды. Магазин кәштәләрендә республика етештереүселәренең продукцияһы булмауы Башҡортостан Башлығына оҡшап етмәне. Икмәк менән һөттө иҫәпкә алмағанда, тауарҙарҙың күбеһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән индерелә. Мәҫәлән, магазинда тәҡдим ителгән ҡыярҙар Тольяттиҙа үҫтерелгән, ит – Мари Иле Республикаһынан, ә йомортҡа Төмән өлкәһенән килтерелгән.
Гипермаркет директоры Ольга Герасева әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта урындағы етештереүселәр менән әүҙем эш алып барыла, республикала сыҡҡан продукцияның өлөшө артасаҡ.
Рөстәм Хәмитов урындағы халыҡ менән дә аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.





Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә