Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ишеттерегеҙ яҡшы хәбәр!
Телевизорға баҡһаң да, радиоға ҡолаҡ һалһаң да, гәзит-журнал асһаң да бер үк хәбәр – хәлдәр бер ҙә яҡшырырға оҡшамаған һымаҡ. Донъяның ниндәй мөйөшөн генә алма – низағ, һуғыш-талаш. Шул ваҡытта бөтөн көскә: “Ишеттерегеҙ яҡшы хәбәр!” — тип ҡысҡырғы килә. Ҡасан тынысланыр был донъя?..

Бынан бер йыл элек кенә Украинала барған хәлдәрҙең барыһы ла ҡыҙыҡ­һын­дырҙы, уйландырҙы. Ә хәҙер? Мә­ҫәлән, Интернетты асһаң, “Украина…” һүҙенән башланған яҙыуҙарға иғтибар ҙа итке килмәй – бер үк күренеш ҡа­батланған һымаҡ. Юҡ, унда йәшәгән халыҡтың яҙмышына битарафбыҙ ти­гәнде аңлатмай был. Киреһенсә, кем­дәр­ҙеңдер бысраҡ уйыны арҡаһында килеп сыҡҡан мәғәнәһеҙ үлемдәр йөрәкте ныҡ әрнетә. Тик, бер үк балыҡ башы тигәндәй, һуғыштың әллә осо-ҡырыйы юҡмы? Ошо бер бәләкәй генә ил эсендә барған ваҡиғалар буйынса донъяның төрлө төбәгендә йыйылып, әллә нисәмә сәғәт буйы фекер алышалар, кәңәшләшәләр, хатта килешкән һымаҡ та булалар бит. Ә икенсе көнөнә – тағы атыш, шартлау. Һәр кем үҙен хаҡлы һанағас, сәғәттәр буйы һөйлә­шеүҙән ни фәтүә? Ябай халыҡты күпме иҙергә була һуң?..
Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән сикләүҙәр, ҡурҡытыу-янау ҙа һағайтмай ҡалмай, әлбиттә. Ә иҡтисади хәлдең насарайыуы утҡа ҡуҙ ғына өҫтәй. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тормошобоҙ тотош бер һынау һымаҡ. Әлбиттә, донъя тирәләй һүҙҙе дауам иткәндә, башҡа илдәр араһында ҡуйырған болаларҙы, милли һәм дини-ара ығы-зығыны, “йүгәнһеҙ хаҡтар”ҙы ла күп өҫтәргә булыр ине, тик маҡсатым башҡа. Донъя тынысланырмы? Шул һорауға яуап табырға ине.
Украиналағы хәлдәргә бәйле сик­ләү­ҙәргә әйләнеп ҡайтҡанда, ил етәкселеге әйтеүенсә, әлеге ауырлыҡ­тар – ваҡыт­лы­са күренеш, уның йыл аҙағына яйға һалыныуы мөмкин. Был инде яҡын һәм йыраҡ күршеләребеҙҙән тора. Әлбиттә, беҙ – сабыр халыҡ, ауырлыҡтарға ла теште ҡыҫып түҙергә әҙер. Яңыраҡ бер чиновник әфәнде әйтмешләй, ҡайышты ла нығыраҡ быуырбыҙ: тик… ишетте­регеҙ яҡшы хәбәр!



Автор: Ғ. РӘМИЛЕВ. Район: Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә