Ишеттерегеҙ яҡшы хәбәр!11.02.2015
Телевизорға баҡһаң да, радиоға ҡолаҡ һалһаң да, гәзит-журнал асһаң да бер үк хәбәр – хәлдәр бер ҙә яҡшырырға оҡшамаған һымаҡ. Донъяның ниндәй мөйөшөн генә алма – низағ, һуғыш-талаш. Шул ваҡытта бөтөн көскә: “Ишеттерегеҙ яҡшы хәбәр!” — тип ҡысҡырғы килә. Ҡасан тынысланыр был донъя?..
Бынан бер йыл элек кенә Украинала барған хәлдәрҙең барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы, уйландырҙы. Ә хәҙер? Мәҫәлән, Интернетты асһаң, “Украина…” һүҙенән башланған яҙыуҙарға иғтибар ҙа итке килмәй – бер үк күренеш ҡабатланған һымаҡ. Юҡ, унда йәшәгән халыҡтың яҙмышына битарафбыҙ тигәнде аңлатмай был. Киреһенсә, кемдәрҙеңдер бысраҡ уйыны арҡаһында килеп сыҡҡан мәғәнәһеҙ үлемдәр йөрәкте ныҡ әрнетә. Тик, бер үк балыҡ башы тигәндәй, һуғыштың әллә осо-ҡырыйы юҡмы? Ошо бер бәләкәй генә ил эсендә барған ваҡиғалар буйынса донъяның төрлө төбәгендә йыйылып, әллә нисәмә сәғәт буйы фекер алышалар, кәңәшләшәләр, хатта килешкән һымаҡ та булалар бит. Ә икенсе көнөнә – тағы атыш, шартлау. Һәр кем үҙен хаҡлы һанағас, сәғәттәр буйы һөйләшеүҙән ни фәтүә? Ябай халыҡты күпме иҙергә була һуң?..
Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән сикләүҙәр, ҡурҡытыу-янау ҙа һағайтмай ҡалмай, әлбиттә. Ә иҡтисади хәлдең насарайыуы утҡа ҡуҙ ғына өҫтәй. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тормошобоҙ тотош бер һынау һымаҡ. Әлбиттә, донъя тирәләй һүҙҙе дауам иткәндә, башҡа илдәр араһында ҡуйырған болаларҙы, милли һәм дини-ара ығы-зығыны, “йүгәнһеҙ хаҡтар”ҙы ла күп өҫтәргә булыр ине, тик маҡсатым башҡа. Донъя тынысланырмы? Шул һорауға яуап табырға ине.
Украиналағы хәлдәргә бәйле сикләүҙәргә әйләнеп ҡайтҡанда, ил етәкселеге әйтеүенсә, әлеге ауырлыҡтар – ваҡытлыса күренеш, уның йыл аҙағына яйға һалыныуы мөмкин. Был инде яҡын һәм йыраҡ күршеләребеҙҙән тора. Әлбиттә, беҙ – сабыр халыҡ, ауырлыҡтарға ла теште ҡыҫып түҙергә әҙер. Яңыраҡ бер чиновник әфәнде әйтмешләй, ҡайышты ла нығыраҡ быуырбыҙ: тик… ишеттерегеҙ яҡшы хәбәр!