Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормош кәртәләрен емереп...
Тормош кәртәләрен емереп... Әҙәм балаһы тормош һынауҙарына күнегеп бөткән. Берәүҙәр ярты юлда бөгөлөп төшһә, икенселәр яҙмыштың аяуһыҙ ыжғыр бурандарына, ел-дауылына бирешмәйсә, аяҙ көндөң тыуасағына ышанып, башын юғары тотоп алға бара бирә. Тап шундайҙар ғына был донъяла ҡуйған маҡсаттарына, уңыштарға, бәхеткә өлгәшә. Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Гөлсәсәк Нуретдинова ла — тырыш, талапсан, ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫ көслө ихтыярлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул бер ваҡытта ла тормошона зар­ланмай, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып, ауыл халҡын айыҡ тормошҡа әйҙәй, эсеүгә ҡаршы агитация алып барылған концерттар, дискотекалар ойоштора. Үҙенә урындағы халыҡ ҙур ихтирам, хөрмәт менән ҡарай.
Тәү ҡарашҡа йәш сырайлы Гөлсәсәк апай тормош ауырлыҡтарын күрмәгән, иркәләнеп кенә йәшәгән нескә ҡатынды хәтерләтә. Теремек күҙҙәре, көләс йөҙө, үткер теленән шунда уҡ уның мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше икәнен һиҙә­һең.
Гөлсәсәк Шәфҡәт ҡыҙы Абҙаҡта ты­уып үҫкән. Йыр-бейеүгә әүәҫ, йылғыр ҡыҙҙы X класты тамамлау менән ауыл клубына эшкә алалар, бер йылдан автоклуб мөдире итеп ҡуялар. Йәйләү­ҙәргә, баҫыуҙарға агитбригада менән йөрөп, кинолар, концерттар күрһәтеүҙе ойоштора ул. Тәжрибә туплағас, Стәр­ле­тамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһы­ның актерҙар бүлеген тамамлап, йү­нәлтмә буйынса Белорет районының Үҙәнбаш клубына эшкә килә. Ошонда үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен осратып кейәүгә сыға, тиҙҙән ҡыҙҙары тыуа.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүле­гендә лә эшләргә тура килә Гөлсәсәк Нуретдиноваға. Йәмәғәтенең эше бу­йын­са Әбйәлил районына күсеп китә­ләр. Бында ла ҡатын яратҡан һөнә­ре­нән айырылмай, клуб мөдире вазифаһын башҡара. Ғаиләләре ишәйеп, өйҙәренә йәм өҫтәп улдары тыуа. Әммә бәхетле генә йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ҡайғы килә: Гөлсә­сәк апайҙың ире фажиғәле һәләк була.
Яңғыҙына ике бәләкәй балаһын уҡы­тып, аяҡҡа баҫтырырға тура килә ҡа­тынға. Һөҙөмтәлә өлкән ҡыҙы институт тамамлап, үҙ ғаиләһен ҡороп, игеҙәк улдар үҫтерә. Улы Фәнгиз Сибай колледжында уҡып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, ул армияға китер алдынан ғына аварияға эләгеп, түшәккә ята. Бер йыл буйы ҡуҙғалмаған улын әсә сабый кеүек ҡарай. Улының йүнәлеп, яңынан атлап китеүенә өмөтөн өҙмәй Гөлсәсәк апай. Нисек кенә ауыр булһа ла, ул ҡаршы­лыҡ­тарҙы йырып алға бара.
Әсәнең тырышлығы менән улының хәле, сәләмәтлеге яҡшыра төшә. Фән­гиз коляскаға ултыра башлай, әммә табиптар егеттең һаулығын нығытыу өсөн шифалы урман һауаһы кәрәклеген әйткәс, Гөлсәсәк апай тыуған ауылына, ата-әсә нигеҙенә күсеп ҡайтырға ҡарар итә. Уның эшлекле, тырыш, тәжрибәле хеҙмәткәр икәнен белгәс клуб мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Йәмәғәт эшенә тығылмау уйы ме­нән ҡайтһа ла, һүнеп барған мәҙәниәт усағын, ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрө­гән йәштәрҙе күреп, Гөлсәсәк апайҙың йәне әсей. Улы Фәнгиз дә: “Әсәй, әйҙә, бергәләшеп эшләп ҡарайыҡ”, – тип ны­ҡышҡас, клуб мөдире булырға ризалаша.
Эште мәҙәни усаҡты үҙ аҡсаһына тө­ҙөкләндереүҙән, уға ҡиммәтле аппаратура алыуҙан башлай. Ауыл халҡы тор­мошон, төрлө сараларҙы сағылдыр­ған стендтар эшләп элә. Түңәрәктәр (фольклор, бейеү, йыр) эшен яйға һала. Балалар өсөн тематик, ә өлкәндәргә айыҡ дискотекалар ойоштора. Музыкаль яҡтан Фәнгиз ярҙам итә. Заманса фекер йөрөткән егет, әсәһенә ҡыҙыҡлы идеялар биреп, сараларҙың тема төрлөлөгөн арттырыуға ҙур өлөш индерә.
– Тәүге йылда айыҡ дискотекалар ойоштороуға халыҡ сәйерһенеп ҡарай торғайны, – тип һөйләй Гөлсәсәк Нуретди­нова. – “Аҡбаш” тотоп йәки эсеп кил­гән­дәр ҙә күп булды. Үҙем киске уйында башынан аҙағына тиклем тәртип һаҡлап, ишек төбөндә торам, иҫеректәрҙе индермәйем. Ситкә алып китеп, һәр береһе менән һөйләшәм, бындай урынға эсеп килеүҙең йәмһеҙ күренеш икәнен матур итеп аңлатырға тырышам. Ниндәй генә хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы мөғәмәләнең кешегә ыңғай тәьҫир итеүенә инандым: һөҙөм­тәлә күптәр эскән килеш дискотекаға йөрөмәй башланы. Хатта иртәгәһенә килеп, үҙҙәренең эсеп, уңайһыҙ хәлгә ҡалып йөрөгәндәре өсөн ғәфү үтенеү­селәр ҙә булды.
Хәҙер Абҙаҡ клубы тынмай, йыл әйләнәһенә гөрләп тора. Аҙна һайын төрлө темаға арналған саралар ойошторола. Йыш ҡына билдәле артистар, театрҙар концерт, спектакль менән ки­лә. Улар ҙа клубта халыҡтың шығырым тулы булыуына ҡыуанып, ҡәнәғәт ҡай­тып китә. Мәктәп балалары мәҙәниәт усағында ойошторолған түңәрәктәргә йөрөй, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Әйт­кәндәй, Гөлсәсәк апай етәкселегендәге агитбригада ауылдарға йөрөп, эскелек­кә ҡаршы концерттар ҡуя. Быйыл ра­йонда уҙғарылған алкоголизмға һәм нар­ко­манияға ҡаршы йәштәр фестива­лендә Абҙаҡ агитбригадаһы I урынды яуланы.
Гөлсәсәк апай эскелеккә ҡаршы кө­рәшкә ныҡлап тотонған. Ауылдың һә­үәҫкәрҙәре менән был насар ҡылыҡты фашлаған темаға арналған спектакль дә әҙерләй башлағандар. Ауыл клубы сәскә атһын, һүнмәһен өсөн Гөлсәсәк апай бар көсөн һала. Уның хәстәрлеге арҡаһында һәм район, ауыл хакимиәт­тәренең ярҙамы менән быйыл клубҡа газ үткәрелә башлаған. Гөлсәсәк Нуретдинова Абҙаҡ клубын йәш быуынды тәрбиәләгән, халыҡтың ял урыны бул­ған мәҙәни усаҡ итеп күрергә хыяллана. Шуға ла ул хәленән килгәнсә тырышып, мөкиббән китеп эшкә бирелгән.
Егәрленең ете эше лә уңыр, тигән­дәй, Гөлсәсәк апай матур итеп өй һалып ингән. Әлеге көндәге маҡсаты – улын Ҡытайға алып барып, Тибет табиптарына күрһәтеү. Ул Фәнгиздең һауығырына, киләсәктә аяғына баҫып китеренә бөтөн күңеле менән ышана.


Автор: Нурия ШӘРИПОВА. Район: Белорет ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә