Әҙәм балаһы тормош һынауҙарына күнегеп бөткән. Берәүҙәр ярты юлда бөгөлөп төшһә, икенселәр яҙмыштың аяуһыҙ ыжғыр бурандарына, ел-дауылына бирешмәйсә, аяҙ көндөң тыуасағына ышанып, башын юғары тотоп алға бара бирә. Тап шундайҙар ғына был донъяла ҡуйған маҡсаттарына, уңыштарға, бәхеткә өлгәшә. Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Гөлсәсәк Нуретдинова ла — тырыш, талапсан, ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫ көслө ихтыярлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул бер ваҡытта ла тормошона зарланмай, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып, ауыл халҡын айыҡ тормошҡа әйҙәй, эсеүгә ҡаршы агитация алып барылған концерттар, дискотекалар ойоштора. Үҙенә урындағы халыҡ ҙур ихтирам, хөрмәт менән ҡарай.Тәү ҡарашҡа йәш сырайлы Гөлсәсәк апай тормош ауырлыҡтарын күрмәгән, иркәләнеп кенә йәшәгән нескә ҡатынды хәтерләтә. Теремек күҙҙәре, көләс йөҙө, үткер теленән шунда уҡ уның мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше икәнен һиҙәһең.
Гөлсәсәк Шәфҡәт ҡыҙы Абҙаҡта тыуып үҫкән. Йыр-бейеүгә әүәҫ, йылғыр ҡыҙҙы X класты тамамлау менән ауыл клубына эшкә алалар, бер йылдан автоклуб мөдире итеп ҡуялар. Йәйләүҙәргә, баҫыуҙарға агитбригада менән йөрөп, кинолар, концерттар күрһәтеүҙе ойоштора ул. Тәжрибә туплағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының актерҙар бүлеген тамамлап, йүнәлтмә буйынса Белорет районының Үҙәнбаш клубына эшкә килә. Ошонда үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен осратып кейәүгә сыға, тиҙҙән ҡыҙҙары тыуа.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә лә эшләргә тура килә Гөлсәсәк Нуретдиноваға. Йәмәғәтенең эше буйынса Әбйәлил районына күсеп китәләр. Бында ла ҡатын яратҡан һөнәренән айырылмай, клуб мөдире вазифаһын башҡара. Ғаиләләре ишәйеп, өйҙәренә йәм өҫтәп улдары тыуа. Әммә бәхетле генә йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ҡайғы килә: Гөлсәсәк апайҙың ире фажиғәле һәләк була.
Яңғыҙына ике бәләкәй балаһын уҡытып, аяҡҡа баҫтырырға тура килә ҡатынға. Һөҙөмтәлә өлкән ҡыҙы институт тамамлап, үҙ ғаиләһен ҡороп, игеҙәк улдар үҫтерә. Улы Фәнгиз Сибай колледжында уҡып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул армияға китер алдынан ғына аварияға эләгеп, түшәккә ята. Бер йыл буйы ҡуҙғалмаған улын әсә сабый кеүек ҡарай. Улының йүнәлеп, яңынан атлап китеүенә өмөтөн өҙмәй Гөлсәсәк апай. Нисек кенә ауыр булһа ла, ул ҡаршылыҡтарҙы йырып алға бара.
Әсәнең тырышлығы менән улының хәле, сәләмәтлеге яҡшыра төшә. Фәнгиз коляскаға ултыра башлай, әммә табиптар егеттең һаулығын нығытыу өсөн шифалы урман һауаһы кәрәклеген әйткәс, Гөлсәсәк апай тыуған ауылына, ата-әсә нигеҙенә күсеп ҡайтырға ҡарар итә. Уның эшлекле, тырыш, тәжрибәле хеҙмәткәр икәнен белгәс клуб мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Йәмәғәт эшенә тығылмау уйы менән ҡайтһа ла, һүнеп барған мәҙәниәт усағын, ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгән йәштәрҙе күреп, Гөлсәсәк апайҙың йәне әсей. Улы Фәнгиз дә: “Әсәй, әйҙә, бергәләшеп эшләп ҡарайыҡ”, – тип ныҡышҡас, клуб мөдире булырға ризалаша.
Эште мәҙәни усаҡты үҙ аҡсаһына төҙөкләндереүҙән, уға ҡиммәтле аппаратура алыуҙан башлай. Ауыл халҡы тормошон, төрлө сараларҙы сағылдырған стендтар эшләп элә. Түңәрәктәр (фольклор, бейеү, йыр) эшен яйға һала. Балалар өсөн тематик, ә өлкәндәргә айыҡ дискотекалар ойоштора. Музыкаль яҡтан Фәнгиз ярҙам итә. Заманса фекер йөрөткән егет, әсәһенә ҡыҙыҡлы идеялар биреп, сараларҙың тема төрлөлөгөн арттырыуға ҙур өлөш индерә.
– Тәүге йылда айыҡ дискотекалар ойоштороуға халыҡ сәйерһенеп ҡарай торғайны, – тип һөйләй Гөлсәсәк Нуретдинова. – “Аҡбаш” тотоп йәки эсеп килгәндәр ҙә күп булды. Үҙем киске уйында башынан аҙағына тиклем тәртип һаҡлап, ишек төбөндә торам, иҫеректәрҙе индермәйем. Ситкә алып китеп, һәр береһе менән һөйләшәм, бындай урынға эсеп килеүҙең йәмһеҙ күренеш икәнен матур итеп аңлатырға тырышам. Ниндәй генә хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы мөғәмәләнең кешегә ыңғай тәьҫир итеүенә инандым: һөҙөмтәлә күптәр эскән килеш дискотекаға йөрөмәй башланы. Хатта иртәгәһенә килеп, үҙҙәренең эсеп, уңайһыҙ хәлгә ҡалып йөрөгәндәре өсөн ғәфү үтенеүселәр ҙә булды.
Хәҙер Абҙаҡ клубы тынмай, йыл әйләнәһенә гөрләп тора. Аҙна һайын төрлө темаға арналған саралар ойошторола. Йыш ҡына билдәле артистар, театрҙар концерт, спектакль менән килә. Улар ҙа клубта халыҡтың шығырым тулы булыуына ҡыуанып, ҡәнәғәт ҡайтып китә. Мәктәп балалары мәҙәниәт усағында ойошторолған түңәрәктәргә йөрөй, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, Гөлсәсәк апай етәкселегендәге агитбригада ауылдарға йөрөп, эскелеккә ҡаршы концерттар ҡуя. Быйыл районда уҙғарылған алкоголизмға һәм наркоманияға ҡаршы йәштәр фестивалендә Абҙаҡ агитбригадаһы I урынды яуланы.
Гөлсәсәк апай эскелеккә ҡаршы көрәшкә ныҡлап тотонған. Ауылдың һәүәҫкәрҙәре менән был насар ҡылыҡты фашлаған темаға арналған спектакль дә әҙерләй башлағандар. Ауыл клубы сәскә атһын, һүнмәһен өсөн Гөлсәсәк апай бар көсөн һала. Уның хәстәрлеге арҡаһында һәм район, ауыл хакимиәттәренең ярҙамы менән быйыл клубҡа газ үткәрелә башлаған. Гөлсәсәк Нуретдинова Абҙаҡ клубын йәш быуынды тәрбиәләгән, халыҡтың ял урыны булған мәҙәни усаҡ итеп күрергә хыяллана. Шуға ла ул хәленән килгәнсә тырышып, мөкиббән китеп эшкә бирелгән.
Егәрленең ете эше лә уңыр, тигәндәй, Гөлсәсәк апай матур итеп өй һалып ингән. Әлеге көндәге маҡсаты – улын Ҡытайға алып барып, Тибет табиптарына күрһәтеү. Ул Фәнгиздең һауығырына, киләсәктә аяғына баҫып китеренә бөтөн күңеле менән ышана.