Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙгәрештәр беҙҙең файҙағамы?
Тормош алға бара, техник прогресс үҫә, урамда, юлда водителдәрҙе бик күп видеокамера күҙәтә. Тик беҙҙең Рәсәй халҡы, юлда таяҡ тотоп инспектор тормағас, мутлашып ҡалырға тырыша. Хатта эскән килеш рулгә ултырырға ла күп уйлап тормайҙар... Ә ниңә ултырмаҫҡа, инспекторҙар көн дауамында юл сатында тормай ҙа баһа! Минеңсә, һәр машинаны туҡтатмаған хәлдә лә, улар күберәк торһа, водителдәр үҙҙәренән-үҙҙәре юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа тырышыр ине. Яңылыҡтарҙан көн һайын иҫерек шоферҙар яһаған авариялар тураһында һөйләйҙәр. Һуңғы ваҡытта ундай һәләкәттәр айырыуса йышайҙы.

Юл ҡағиҙәләре, әйтерһең дә, автоинспекторҙар өсөн яҙылған, сөнки улар күренмәгәндә бер нимәне лә иҫәпкә алмайбыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәйбеҙ, светофорҙы “күрмәй­беҙ”. Автоинспекторҙар һирәгәйгәс, юл-транспорт фажиғә­ләре лә артты. Былтыр ғына Рәсәй юлдарында 25 меңдән ашыу кеше һәләк булған. Был — үҙе бер ҡала халҡы тигән һүҙ. Юл бер кемде лә аямай: билдәле артистар, спортсылар, тележурналистар... Йыш ҡына балалар­ҙың ғүмере өҙөлә, бик күптәр ғәрип булып ҡала. “Ҡарауыл!” тип ҡысҡырырлыҡ. Бындай хәлдә ғәйеплегә ниндәй яза биреү тураһында уйларға түгел, ә автоинспекторҙарҙы арттырыу сараһын күрергә кәрәк. Закон боҙоусылар былай ҙа күп, төрмәләрҙә уларға урын етмәй. Яза ни тиклем ҡаты булһа ла, аҙым һайын ЮХХДИ инспекторы тормағас, шоферҙар тиҙлекте арттыра, ҡағиҙәне боҙа, сөнки беҙҙең Рәсәй кешеһе кон­тролгә өйрәнгән.
Хөкүмәтебеҙ хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын һиҙелерлек арттырҙы. Был – ыңғай күренеш, тик бындай “хәстәрлек” полициялағы күп кенә хеҙмәткәр­ҙәр­ҙең ҡыҫҡартылыуына килтерҙе. Эшһеҙҙәр армияһы күбәйҙе. Унда ҡалған хеҙмәткәрҙәрҙең мәшәҡәте күпкә артты. Бюджетта етерлек аҡса булмағас, эш хаҡын хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә күтәреү дөрөҫмө икән? Бер кеҫәнән алып икенсеһенә һалыу ғына булманымы? Автоинспекторҙарҙың кәмеүе лә ошоға бәйле түгелме? Үҙгәрештәр өсөн үтә лә ҡыйбат түләйбеҙ, ахыры...




Автор: Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә