Үҙгәрештәр беҙҙең файҙағамы?10.02.2015
Тормош алға бара, техник прогресс үҫә, урамда, юлда водителдәрҙе бик күп видеокамера күҙәтә. Тик беҙҙең Рәсәй халҡы, юлда таяҡ тотоп инспектор тормағас, мутлашып ҡалырға тырыша. Хатта эскән килеш рулгә ултырырға ла күп уйлап тормайҙар... Ә ниңә ултырмаҫҡа, инспекторҙар көн дауамында юл сатында тормай ҙа баһа! Минеңсә, һәр машинаны туҡтатмаған хәлдә лә, улар күберәк торһа, водителдәр үҙҙәренән-үҙҙәре юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа тырышыр ине. Яңылыҡтарҙан көн һайын иҫерек шоферҙар яһаған авариялар тураһында һөйләйҙәр. Һуңғы ваҡытта ундай һәләкәттәр айырыуса йышайҙы.
Юл ҡағиҙәләре, әйтерһең дә, автоинспекторҙар өсөн яҙылған, сөнки улар күренмәгәндә бер нимәне лә иҫәпкә алмайбыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәйбеҙ, светофорҙы “күрмәйбеҙ”. Автоинспекторҙар һирәгәйгәс, юл-транспорт фажиғәләре лә артты. Былтыр ғына Рәсәй юлдарында 25 меңдән ашыу кеше һәләк булған. Был — үҙе бер ҡала халҡы тигән һүҙ. Юл бер кемде лә аямай: билдәле артистар, спортсылар, тележурналистар... Йыш ҡына балаларҙың ғүмере өҙөлә, бик күптәр ғәрип булып ҡала. “Ҡарауыл!” тип ҡысҡырырлыҡ. Бындай хәлдә ғәйеплегә ниндәй яза биреү тураһында уйларға түгел, ә автоинспекторҙарҙы арттырыу сараһын күрергә кәрәк. Закон боҙоусылар былай ҙа күп, төрмәләрҙә уларға урын етмәй. Яза ни тиклем ҡаты булһа ла, аҙым һайын ЮХХДИ инспекторы тормағас, шоферҙар тиҙлекте арттыра, ҡағиҙәне боҙа, сөнки беҙҙең Рәсәй кешеһе контролгә өйрәнгән.
Хөкүмәтебеҙ хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын һиҙелерлек арттырҙы. Был – ыңғай күренеш, тик бындай “хәстәрлек” полициялағы күп кенә хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫҡартылыуына килтерҙе. Эшһеҙҙәр армияһы күбәйҙе. Унда ҡалған хеҙмәткәрҙәрҙең мәшәҡәте күпкә артты. Бюджетта етерлек аҡса булмағас, эш хаҡын хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә күтәреү дөрөҫмө икән? Бер кеҫәнән алып икенсеһенә һалыу ғына булманымы? Автоинспекторҙарҙың кәмеүе лә ошоға бәйле түгелме? Үҙгәрештәр өсөн үтә лә ҡыйбат түләйбеҙ, ахыры...