Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шундай саралар күберәк булһа ине
Тулҡынланып көткән республика кимәлендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы ла үтеп китте. Ә тәьҫораттар – иҫ киткес. Был бәйгегә район командаһын дүртенсе тапҡыр алып барыуым. Олимпиаданан һәр саҡ ҡатнашыусыларҙың ихласлығын күреп, хөрмәт, ҡунаҡсыллыҡ тойоп ҡыуанып ҡайтам.

Быйыл да беҙҙе Рәми Ға­ри­пов исемендәге башҡорт гимна­зия­һы ҡабул итте. Алыҫ ра­йон­дарҙың, Ырымбур, Силә­бе, Ҡурған өлкә­ләренең, Татар­стандың командалары бер көн алдан барҙыҡ. Беҙҙе, үҙ туған­дарын көткән кеүек, хәлдәре­беҙ­ҙе һорап, матур итеп бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Ҡышҡы кани­кул булһа ла, ялдағы ашнаҡ­сы­лар ҙа, эшкә сығып, оҙайлы юл­дан һуң беҙҙе ашатты. Һәр бе­реһе башҡортса аралаш­ты, изге теләктәр әйтте. Ихлас ҡаршылау күңелгә май булып ятты.
Бына олимпиаданы асыу тан­та­наһы башланды. Трибунаға Баш­ҡортостан Мәғариф ми­нистр­лығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәш­лек һәм дә­рес­лек­тәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Ғини­әт ҡыҙы Мөхәмәт­йәнова күтә­рел­де. Ул олимпиада­ны ойоштороу ко­мис­сияһы менән таныштырҙы.
Был көндә ярыштың беренсе туры үтте. Уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Баш­ҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән бирелгән унар һорау әллә ни ҡатмарлы түгел. Дәрескә даими әҙерләнеп йөрөгән уҡыусы яуап­ты теүәл, матур, аңлайышлы итеп яҙа ала.
Уҡыусылар викторинаға инеп ултырғас, командаларҙы алып килгән уҡытыусылар өсөн Баш­ҡорт дәүләт, Башҡорт дәүләт педа­гогия университеттары ға­лим­дары семинар үткәрҙе. Беҙ­ҙең өсөн бик файҙалы сара булды ул.
Кис уҡыусылар С. Юла­ев исе­мен­дәге дәүләт премияһы лау­ре­а­ты, яҙыусы, драматург Таң­сул­пан Ғарипова һәм “Йәшлек” гә­зи­те­нең баш мөхәррире Артур Дәү­ләт­бәков менән осрашты. Аралашыу бик йәнле барҙы.
Икенсе көндә инша яҙҙылар, сәсәнлек бәйгеләре ойошторол­до. Иншаны һәр кем үҙенә яҡын теманы һайлап алып ижад итте. Ул эште башҡарыу өсөн өс сәғәт ваҡыт бирелде. Сәсән­лек бәйге­һенең шарты – Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағи­ры Мостай Кәримдең шиғы­рын яттан һөйләү. Уҡыусы­лар бер нисә шиғыр әҙерләгән. Хатта кемдәр­ҙер думбыра сиртеп йырларға ла әҙерләнеп килгән. Ошо һынау иң ауыры булғандыр, сөнки һин үҙеңде артист та, нә­фис һүҙ оҫтаһы ла итеп күрһәтә белергә тейешһең бит.
Көс һынашыу тамам. Бар эш­те жюри ҡарамағына тапшырып, һөҙөмтәләрҙе көтөргә ҡалды. Әм­мә бойоғоп ултырырға форсат теймәне: Мәғариф ми­нистр­лығы М. Ғафури исемен­дә­ге Башҡорт дәүләт академия драма театрын­да Б. Бикбайҙың “Ҡоҙа­са” музыкаль комедияһын ҡарау­ҙы ойош­торҙо. Күптәр был театрҙы тәүләп күргәс, уның музейы, фо­йелағы актерҙарҙың фотолары менән танышты. Ә спектаклде ошо мөһабәт һарайҙа ҡарау үҙе ни тора!
Мөһим саранан арып килгән уҡыусылар рәхәтләнеп ял итте, тәьҫирләнде, көлдө, ҡул сапты. Улар бит ҡышҡы каникулды бөтөнләй күрмәне, тиһәң дә була. Ә бындай бәхет кемгә тәтей?!
Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар! Уҡыусылар тамаша залына ағыла. Борсолоуҙар... Икеләнеүҙәр... Үҙҙәренә артыҡ ышанғандар ҙа күренгеләй.
Сәхнәгә еңеүселәр күтәрелә. Берәүҙәр еңеү шатлығынан күҙ йәштәрен тыя алмай. Урын ал­ма­ғандар иһә болоҡһой. Беҙҙең команданан ике кеше – икенсе урында, өсәү – призёр!
Комиссия ағзалары еңеүсе­ләрҙе ҡотлай, киләһе йылға тағы ла сәм­лә­неберәк әҙерләнергә кәңәш бирә. Беҙ, учалылар, яңы дәрт, ҡыуаныстар менән тыуған яҡҡа йүнәләбеҙ. Уҡыусыларға һорау бирәм:
– Ҡәнәғәтһегеҙме олимпиаданан?
– Әлбиттә, – тип бер-бер арт­лы тыйнаҡ ҡына яуап бирә ҡыҙҙар.
– Ни яғы менән оҡшаны?
– Ойошторолошо, ундағы ағай­ҙар, апайҙар, ашнаҡсылар, дежурҙа торған тәрбиәселәр, йыйыштырыусылар оҡшаны.
– Ә бының өсөн кемгә рәхмәт әйтер инегеҙ?
– Мәғариф министрлығына, уның вәкиле Гөлсәсәк апай Мөхә­мәтйәноваға, Башҡортос­тан мәға­рифты үҫтереү институтына, БДУ-ға, БДПУ-ға, беҙҙе ошо олим­пиадаға ебәргән район хакимиә­те­нең мәғариф бүлеге­нә, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ме­то­дисҡа, – тип һанап китә балалар.
– Беҙҙе ошо олимпиадаға әҙер­ләгән, ваҡытын йәлләмәгән, күп көс һалған хөрмәтле уҡытыусы­ла­рыбыҙға, – тип дауам итә икенселәре.
Өйҙәребеҙгә төндә генә ҡай­тып еттек. Балаларҙы йә уҡы­тыу­сыһы, йә ата-әсәһе ҡар­шы­ланы. Ҡыуаныстар эскә һыймай.
Мәғариф бүлеге, оҙаҡҡа һуҙ­май, Учалы ҡалаһының 1-се лице­йына барлыҡ команданы йый­ҙы. Был көндә Әҙәбиәт йылына старт бирелде. Сараның төп биҙәге – олимпиадасылар! Тантаналы шарттарҙа уларҙы сәх­нәлә Учалы районы хакимиә­те­нең мәғариф бүлеге мөдире Ләйсән Фазлетдинова, башҡорт теле һәм әҙә­биәтен уҡытыу буйынса методист Зилә Шәрәфет­динова ҡотланы, 1-се лицей уҡыусылары йыр-бейеү, нәфис һүҙ менән сығыш яһаны.
Еңеүселәргә Учалы башҡорт­та­ры ҡоролтайының, Учалы яҙыу­сылар берекмәһенең, “Ҡу­ңыр буға” әҙәби берекмәһенең рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙ­ҙары тапшырылды. Олимпиада­ға әҙерлә­гән уҡытыусылар ҙа мәғариф бү­ле­генең маҡтау ҡағы­ҙына ла­йыҡ булды.
Ошо бәйге, тантаналар уҡыу­сылар күңелендә оҙаҡ һаҡла­ныр, туған телебеҙгә ҡарата һө­йөүҙе арттырыр, милли үҙаң­дың үҫе­үенә булышлыҡ итер, тип ышанғы килә.

Рәмилә СОЛТАНОВА,
Илсе урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.



Район: Учалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә