Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫтәлектәр нисек әҙерләнде?
Марс ағайҙың хаттары

Йәнә үткәндәргә ҡайтайыҡ. Бөгөн 2007 йылда сыҡҡан иҫтәлектәр китабы тураһында һүҙ алып барыуым түгел. Ә шунда инмәгән бер ҡыҙыҡлы хаттың йөкмәткеһенә генә туҡталмаҡсымын, сөнки унда беҙ белмәгән Рәми Ғарипов хаҡында һүҙ бара. Тәүге хатында Марс ағай былай тип яҙғайны: “Рәми менән ныҡ аралашып йәшәнек. Мине шиғыр яҙырға ялҡауһың, тип тиргәй ине. Шул ялҡаулыҡ арҡаһында тороп ҡалдым. Шуныһы ҡыҙғаныс: мин Рәмиҙе Ҡаратауға оҙаттым, ҡаршы алдым, янына бара алманым. Ул саҡта комсомолдың район комитетында икенсе секретарь булып эшләй инем, ваҡыт таба алмағанмындыр, күрәһең. Олоғая башлағас, эшләнмәгән эштәр өсөн үкенәһең икән...”
Хәҙерге заман кешеләре араһында Марс Закировты белмәүселәр юҡтыр, моғайын. Уның “Йүрүҙән” тигән шиғырына һәүәҫкәр композитор В. Мөхәмәҙиев бик матур моңло көй яҙған. Был йырҙы иң башта тамашасы Ғәли Хәмзин башҡарыуында ишетте, һәм ул тиҙ арала популяр булып китте. “Рәми ағай Марс Закиров тураһында, ошондай шиғри йөрәкле, намыҫлы кешеләр менән тауҙар ашырға мөмкин, тиер ине”, — тип яҙҙы Салауат районынан әлеге ике шәхесте лә яҡшы белгән журналист Зилә апай Ғәббәсова.
Марс ағайҙың да, Зилә апайҙың да Рәми Ғарипов хаҡында яҙғандары иҫтәлектәр китабына ингән. Тик әле һүҙем Марс ағайҙан килгән тағы бер хат тураһында. Уныһы баяғыһынан теүәл йыл үткәс ебәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәлдә мин бөтә иҫтәлектәрҙе лә Надежда Васильевнаға тапшырғайным инде. Бәлки, шуғалыр, бәлки, әллә ни әһәмиәтле тип иҫәпләмәгәнгәлер, Марс ағайҙың һуңғы хаты миндә ятып ҡалған. 20 йылға яҡын ваҡыт үткәндән һуң шул яҙмаларҙың йөкмәткеһе менән танышып сыҡҡас, уны уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итергә булдым.
Яҙғандар аңлашылһын өсөн башта шуны әйтеп китергә кәрәк. Ул саҡта Рәми Ғарипов “Һарғамыш” совхозының комсомол ойошмаһы секретары булып эшләгән. Совхозға ете бүлексә ҡараған: Арҡауыл, Мәсетле, Миәшәгәр, Таймый, Иҙелбай, Ахун, Һарғамыш. Йәштәр малсылыҡта эшләргә теләмәгән, ҡул көсө етешмәгән. Эшләгәндәре лә үҙ вазифаһын илке-һалҡы ғына башҡарған. Рәми Ғарипов һәр бүлексәлә булып, йәштәр менән танышҡан, етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләп стена гәзиттәре сығарыуҙа ҡатнашҡан, йыйылыштар үткәреп, мәсьәләне хәл итеү юлдары тураһында һөйләшкән, ҡарарҙар ҡабул иткән. Шул саҡта Зилә Ғәббәсова — Мәсетле бүлексәһендә комсорг, ә Марс Закиров Һарғамыш бүлексәһендә комсомол ойошмаһы секретары булған. Артабан Марс ағайҙың хат юлдарына киләйек: “...Рәми менән төнө буйы һөйләшеп сыға торғайныҡ. Ул шиғырҙарын уҡый. Йәштәр һәм халыҡ менән нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтә. “Тревога” исемле стена гәзите менән шул уҡ исемдә радиогәзит булдырыу кәрәклеген әйтте. Рәми икенсе көндө лә ҡайтманы. Тапҡан материалдарын дөйөмләштереп, радиогәзит әҙерләнек. Ул әйтеп торҙо, мин яҙҙым. Шул ҡағыҙҙы һеҙгә ебәрәм. Радиотапшырыуҙы күҙ алдына килтереү өсөн аңлатып үтәм: Рәми диктор ролен башҡарҙы, ә мин һағыҙаҡ булдым. Башта уҡып сыҡтыҡ. Унда минең кәләште лә йәлеп иттек. Аҙаҡ радиогәзитебеҙ аҙна һайын сыға башланы...”
Хатының аҙағында Марс Закиров Рәми ағайҙың ҡайһы бер яҙыусылар хаҡында әйткән фекерҙәрен килтергән. Артабан үҙенең дә түбәндәге ҡарашын белдергән: “...Шуныһы ҡыҙғаныс: Рәми иҫән саҡта уны баһалай белмәгәндәр, дуҫтары, яҡлаусыһы булманы. Үлгәс, дуҫтары күбәйҙе, дошмандары иптәшкә әүерелде”.

Комсомол лидеры

Зилә апай Ғәббәсованың хәтерләүенсә, ул эшләгән Мәсетле бүлексәһендә лә “Комсомол тормошо” тигән, шулай уҡ “Крокодил” һәм “Терпе” исемле сатирик гәзиттәр даими сығып килгән. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, эскеселәрҙе айнытыу, вайымһыҙҙарҙы уятыуҙа уларҙың роле ҙур булған. Ошоларҙың барыһында ла Рәми Ғарипов, мөхәрририәт ағзаһы булараҡ, эште ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Тәнҡит көслө тәьҫир иткән. Көн буйы эленеп торған гәзит янынан кеше өҙөлмәгән. Ә иртән тороуға ул юҡҡа сыҡҡан.
Алдынғыларҙы дәртләндереүҙе лә онотмаған Рәми ағай. Бүләккә иң ҙур аҡыл хазинаһы тип китаптар һайлаған, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылған, ветерандарға рәхмәт хаттары ебәрелгән.
Ҡыҫҡаһы, комсомол эше лә йәнләнгән, йәштәр ҙә ҡуҙғалған, күптәр фермаға һауынсы, малсы, сусҡа ҡараусы булып эшкә килгән. Хәҙер Рәми ағай менән Марс ағайҙың сығарған радиогәзитенә кире ҡайтайыҡ. Ундағы тәнҡитте, үткер сатираны, Рәми ағайҙың урыҫ телендә нисек фекер йөрөтөүен күҙ алдына килтерер өсөн тапшырыуҙың бер өлөшөн оригиналда биреүҙе кәрәкле тип таптым.

Радиогәзит нисек булырға тейеш?

“В нашей радиогазете мы дадим большое место передовикам сельского хозяйства, чтобы распространить передовых методов, выступление отдельных доярок, скотников и бригадиров.
Также мы должны организовать лекции и беседы медработников, специалистов на хозяйственные, политические и воспитательные темы. Выступление учителей для родителей и самих родителей. Беседа врача о гигиене и профилактике.
Вообще, через радиогазеты можно освещать многие вопросы, чтобы радиогазета вышла интересной и содержательной, и в то же время своевременной и действенной, должны активно участвовать радиослушатели, давать материалы, задавать вопросы на разные темы.
Просим всех коммунистов и комсомольцев оказать активную поддержку...”

Милли аңды уятты

Бына нисек эшләгән элекке комсомол лидерҙары! Рәми ағайҙың ауылдан 1959 йылда китеүен иҫәпкә алһаҡ, шағирға ул саҡта 27 генә йәш булған. Ҡыҙыҡ, әле бармы икән шундай тәьҫирле саралар: радиогәзиттәр, стена гәзиттәре, тәнҡит, сатира, юмор, халыҡ менән туранан-тура эшләү?!
Ҡайһы берәүҙәр Рәми ағайҙың бер ерҙә лә оҙаҡ эшләй алмауын холҡоноң ауырлығына бәйләп аңлатырға маташа. Ләкин иҫтәлектәр менән танышҡандан һуң күп етәкселәрҙең тураһын әйткәнде күтәрә алмауы, тәнҡитте ҡабул итмәүе арҡаһында шағирҙы тиҙерәк эштән ебәреү яғын ҡарауы күренә. Әммә ул үҙ һүҙенән баш тартмай, намыҫына хыянат итмәй, бер кем алдында ла тубыҡланмай, меҫкен булып ҡалмай. Рухи азатлығы менән ул күптәрҙән өҫтөн тора. “Батшаларға баш эймәгән башҡорт, башҡаларға ғына баш эймәҫ”, тип халҡының да рухын, милли аңын уятты. Был донъяла әҙ генә ғүмер кисерһә лә, шағирлыҡ бурысын үтәп, намыҫына тоғро ҡалып, азат кеше, оло шәхес булып баҡыйлыҡҡа күсте.
(Аҙағы. Башы 23-сө һанда).
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20