Ҡәләмдәшебеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, журналистарҙың халыҡ-ара «Көмөш ҡаурый» конкурсы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВА күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.– Журналист, ғалимә, уҡытыусы, әҙибә, популяр йырҙар авторы… Fүмереңдең алтын мәленә еткәндә, ошо сифаттарыңдың ҡайһыһы һиңә яҡыныраҡ?
– Бөтәһе лә яҡын. Журналист ғүмерлек һөнәрем булыуы менән ҡәҙерле. 28 йыл матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ҡайнап, уның бик күп төрҙәре менән шөғөлләндем, мөмкинлектәренең сикһеҙ икәнен аңланым. Дәүләт гәзиттәрендә эшләнем, коммерция нигеҙендә донъя күргән баҫмаларҙа баш мөхәррир булдым, хәҙер 10 йыл инде телевидениеламын. «Йәшлек»тең дә, «Аҙна»ның да яңы аяҡҡа баҫып килгән мәлдәрендә таңғы сәғәт 5-кә тиклем номер сығарып ултырған саҡтар ҙа, дүрт-биш ай буйына эш хаҡы алмай эшләгән ваҡыттар ҙа етерлек булды, әммә бер ҡасан да ошо һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәнем.
Уҡытыусылыҡҡа килгәндә, ул бик тәбиғи килеп сыҡты. Редакцияларҙа һәр ваҡыт йәштәр менән эшләнем. Уларҙы тема табырға, материал йыйырға, мәҡәлә яҙырға, мөхәррирләргә өйрәтеү гәзит сығарыу, тапшырыу эшләү менән бергә барҙы. Ә инде БДУ-ның журналистика кафедраһына саҡырғастары, баш тартманым, сөнки тәжрибә тупланған икән, уның кемгәлер файҙаһы тейергә тейеш. Fилми эҙләнеүҙәрем дә журналистикаға бәйле – Башҡортостанда йәштәр матбуғаты тарихын өйрәнеп, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Fөмүмән, бөгөнгө журналистика фән менән бергә атларға тейеш тип иҫәпләйем, сөнки мәғлүмәт технологияларының йылдам үҫеше был тармаҡҡа шул тиклем ҙур йоғонто яһай, үҙгәрештәрҙе аңлап, ҡабул итеп өлгөрөрлөк түгел. Fөмүмән, уҡытыусылыҡ менән ғилми эште мин һөнәремдең айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡарайым.
Ә инде әҙибә һәм йырҙар авторы булыу – төп эштән бушаған ваҡытта күңел талабы буйынса башҡарылған танһыҡ шөғөлдәр. Улар күңелде яҡтыртыуы, илһамландырыуы менән яҡын.
– «Башҡортостан пионеры» гәзитенә мәҡәләләр ебәрә башлағанда Баймаҡ районының Комсомол ауылында 5-се класта уҡып йөрөй инең. Берәй ваҡыт журналист булып китермен тигән уй башыңа килдеме?
– Юҡ шул. 5-се класта түгел, хатта 8-сене тамамлап, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа килгәндә лә ундай уй башымда булманы. Юғиһә күрәләтә математик йүнәлештәге класҡа ултырмаҫ инем. «Башҡортостан пионеры» гәзите менән «Пионер» журналының иң әүҙем йәш хәбәрселәренең береһе булараҡ, йәш хәбәрселәрҙең республика кимәлендә үткәрелгән слеттарында, семинарҙарҙа ҡатнашып йөрөнөм. Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка йәш хәбәрселәр сменаһына барып ҡайттым. Шунан һуң тот та техник вузға әҙерләгән класҡа ултыр инде. Интернатта гуманитар йүнәлештәге класс та бар ине бит. Үҙемдең шөғөлөмдө һанламау булдымы икән был, әллә нимә теләгәнемде аңламаумы? Уның ҡарауы, мәктәптән һуң, уйлап та тормайынса, документтарымды БДУ-ның филология факультетына алып барып бирҙем. Күңелдең нимә теләгәнен аңлар өсөн күңел тартмаған нәмә менән шөғөлләнеп алыу ҙа файҙалы икән ул.
– Ҡасан үҙеңде журналист итеп тойҙоң?
– Пионер гәзитендә эшләп йөрөгән саҡта булды был хәл. Илдә үҙгәртеп ҡороу бара. Конституция көнөнә материал кәрәк. Киттем БДУ-ның юридик факультетына. Зөфәр Йәнекәев тигән йәш кенә уҡытыусыны эҙләп таптым. Интервью эшләнек, һәм мин уны «Хоҡуғыбыҙ бар!» тип исемләнем. Өндәү билдәһе менән. Һүҙ, әлбиттә, үҙаллылыҡҡа хоҡуҡ тураһында бара ине. Гәзит сығып барғанда баш мөхәррирме, яуаплы секретармы өндәүҙе алып ташлаған. Мин «Өндәү билдәһе тормаһа, был интервьюның мәғәнәһе юҡ!» – тинем дә кире ҡуйҙырҙым. Шунда беренсе тапҡыр үҙемде ысын журналист итеп тойҙом.
Fөмүмән, гәзит-журнал хеҙмәткәре яҙған һәр һөйләмен, һәр һүҙен яҡлай белергә тейеш тип иҫәпләйем. Хәҙер йәштәр нисектер үҙҙәренең материалына битараф. Мәҡәләләрен үҙгәртәһең, ҡыҫҡартаһың, ә «Ни өсөн?» тип һорағандары юҡ. Был битарафлыҡ илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйыуҙан киләлер тип уйлайым. Ҙур көс түгеп, күңел һалып башҡарған эшеңде тураҡларға һис тә бирге килмәй бит.
– Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлап ҡайтҡандан һуң «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй башланың. Артабан хеҙмәт юлыңды «Йәшлек»тә дауам иттең. Унан инде «Аҙна»ға күстең. Дәүләт иҫәбенә сыҡҡан гәзит менән шәхси баҫма араһындағы төп айырма нимәлә? Эш шарттары, эшләү алымдары?..
– 2000 йылда «Аҙна» гәзите төрлө төҫтәр менән биҙәп башҡортса сығарылған беренсе баҫма ине. Республика матбуғатында яңы күренеш булды ул. Шуныһы менән ылыҡтырҙы ла мине.
Айырмаға килгәндә, һүҙҙе шунан башлаһаҡ, дөрөҫ булыр: журналистың мәҡәләһе – уның сығарған продукцияһы. Һәйбәт, сифатлы тауарҙы кеше теләп һатып ала. Йәғни номер һайын шәп мәҡәлә тәҡдим иткән кешене гәзит уҡыусылар яҡшы белә һәм яҙғандарын көтөп ала, журналистың исеме брендҡа әйләнеп китә. Шәхси баҫмала эшләүселәр ошоно нығыраҡ аңлай, сөнки уларҙың яҡшы ижад итеүе лә, насар яҙыуы ла шунда уҡ эш хаҡында сағыла. Баҫманы ойошторған кеше нисек кенә бай һәм йомарт булмаһын, ул гәзиттә уҡымһыҙ мәҡәләгә урын бирә алмай. Был гәзиттең тиражын юғалтыуға килтерәсәк, ул саҡта баҫманың хужаһы журналисты үҙ аҡсаһына аҫрарға тейеш булып сыға. Шуға күрә шәхси баҫмала журналистарға талап ҡатыраҡ.
Эш алымдарына килгәндә, уларҙа иһә бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Тема эҙләү сығанаҡтары ла, материал йыйыу ысулдары ла шул уҡ.
– Әлеге көндә БДУ-ла буласаҡ журналистарға ниндәй курстар ойоштораһың? Кемдәр һәм ниндәй улар, “дүртенсе власты” яулаясаҡ йәштәр? Өмөтлөләре бармы?
– «Журналистың профессиональ этикаһы», «Яңылыҡтар журналистикаһы» тигән дәрестәрҙе алып барам. Бөгөн бик мөһим фәндәр тип иҫәпләйем уларҙы, сөнки һуңғы йылдарҙа матбуғатҡа журналистарҙың бурыстарын аңламаған, хоҡуҡтарын белмәгән йәштәр күп килде. Еңел-елпе яҙылған мәҡәләләр, бушаҡ ҡына сығыштар өҫтөнлөк ала барғандай. Матур һүҙҙәр теҙеп, шыма һөйләп кенә журналист булып булмай. Фекер әйтә, проблеманы ҡуя белергә кәрәк. Яңылыҡты ваҡытында тотам тиһәң, ваҡиғалар уртаһында ҡайнау шарт. Яҡшы журналист булыр өсөн тормош һынауҙарын үтеү, социаль тәжрибә мөһим.
Студенттар араһында төрлөләре бар. Мәғлүмәт технологияларын егеп, һөҙөмтәле эшләгән йәштәргә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайым. Әммә заман биргән мөмкинлектәр күптәрҙе фекер ярлылығына, ҡараш тарлығына килтерә – шуныһы насар. Ҡайһы берәүҙәр – курс эше яҙһынмы, рефератмы – Интернеттан ҙур-ҙур абзацтар, хатта тотош хеҙмәттәр күсереп ала ла һис бер тартыныуһыҙ үҙен автор итеп күрһәтә. Журналистың профессиональ этикаһын боҙоуҙың киң таралған бер күренеше шулай башлана. Матбуғатта ла бит Интернет материалдары менән генә көн күргән журналистар етерлек.
– Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған «Көндәлек» тигән тапшырыуың бик оҡшай ине. Унда миңә лә ҡатнашырға тура килде. Шундағы күҙәтеүҙәреңдән сығып, моғайын да, берәй әҫәр яҙып булалыр. Шул турала уйлап ҡарағаның юҡмы?
– Уйлап ҡарағаным бар. Әммә ул әҙәби әҫәр түгел, ә фәнни хеҙмәт булып күҙ алдыма баҫа. Бер тапшырыу миҫалында тележурналистың эшмәкәрлек этаптарын күрһәтергә була. Күптәр экранда сағылғанды ғына күрә, ә тапшырыуҙы ойоштороуға бәйле ифрат ҙур эш кадр артында ҡала бит. Өҫтәүенә телевидение – ул коллектив хеҙмәт. Режиссер, мөхәррир, оператор, монтажлаусы, тауыш режиссеры һәм тағы бик күп һөнәр эйәләре бер төпкә егелеп эшләгәндә генә сифатлы тапшырыу килеп сыға.
Беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бөтә ғүмерен үҙенең яратҡан һөнәренә бағышлаған оҫталар күп. Шулар хаҡында яҙырға хыял бар. Бәлки, ул ана шул «Көндәлек» тапшырыуы нигеҙендә булыр ҙа.
– Журналистың эшендә ял да, байрам да юҡ. Таңға тиклем гәзит сығарып ултырыуҙарыңа ирең нисек ҡарай ине?
– Эргәңдәге кешеңдең эшеңде аңлауы бәхет икән ул. «Аңлау» тигән һүҙ был осраҡта күп мәғәнә бирә: төндә командировканан ҡайтҡанда ҡаршы алыу ҙа, балаларҙы ваҡытында ашатып, йоҡларға һалыу ҙа, йыуылмай ҡалған иҙәнде күрмәмеш булыу ҙа һ.б. Бының өсөн айырып рәхмәт әйткәнем дә юҡтыр, исмаһам, гәзит аша еткерәйем әле: рәхмәт, Fәлимйән!
– Яңыраҡ Баймаҡтан бер ҡатын әсәһенең 75 йәше уңайынан радиоға ҡотлау бирергә килгәйне. Шунда йыр тураһында һүҙ сығып, һинең шиғырға яҙылған «Яңғыҙ ҡатын» йыры тураһында һөйләп ултырҙы. Быны ижад иткән кеше үҙе яңғыҙҙыр ул, шулай булмаһа, үҙәккә үтерлек итеп яҙмаҫ ине, тине. Яңғыҙ түгеллегеңде беләм, был йырҙы яҙырға ниндәйҙер берәй ваҡиға сәбәпсе булдымы? Fөмүмән, йыр жанрына тотоноуың нимәнән килә? Ундай ижад емештәрең арыу ғына шикелле. Иң мөһиме – барыһы ла популяр…
– «Сәләм»дең баш мөхәррире булған саҡта ҡайһы бер темаға йырҙар юҡлығына иғтибар иттем, булһа ла аҙ. Тапшырыу көн һайын сыҡҡас, бер үк йырҙарҙы ҡабатларға мәжбүрбеҙ. Шул мохтажлыҡтан башланып киткән эш был. Иң беренсе Риф Арыҫлан менән «Яңы йыл» тигән йыр яҙҙыҡ. Сүриә Fималова башҡара. Бик матур килеп сыҡты. Шунан «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тигән акцияның йомғаҡлау тантанаһына көслө бер йыр кәрәк ине. Тағы ла Рифкә һүҙҙәрен яҙып бирҙем. Әйткәндәй, шунда уҡ «Башҡорт балы» тигән йыр ҙа яҙылғайны (А. Туҡтағолов көйө, М. Исҡужина башҡара). Артабан – «Мөхәббәт миҙгелдәре», «Мәктәп юлы»…
«Яңғыҙ ҡатын»ға килгәндә, ул заказ буйынса эшләнде, Рита Өмөтбаева «Башҡорт йыры» проектына шундай темаға йыр һорағайны. Шиғыр бер тынала яҙылды, Юлай Үҙәнбаев көйөн ижад итте. Алһыу Бәхтиева башҡарыуында йырҙы ишеткәс, өсөбөҙҙөң дә бер тулҡында булыуыбыҙҙы аңланым. «Яңғыҙ ҡатын» өсөн бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишеттем.
Хәҙер буйҙаҡ егеттәргә лә берәй йыр кәрәк инде, тип уйынлы-ысынлы әйтеүселәр булғайны. Яҙҙым, тик көйөн ижад иткән кеше юҡ әле.
– Һинең «Аҡбай ҡалаға бармай», «Ауыл малайы» исемле китаптарың сыҡты. Әҙәби әҫәргә тотонорға нимә этәргес булды? Әлеге көндә нимәләр яҙаһың?
– Балаларым бәләкәй саҡта кистәрен әкиәт һөйләй торғайным. Белгәндәрем бөтһә, уйлап сығарам. Үҙҙәренә оҡшаш геройҙар килеп сыҡһа, айырыуса ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар. Шуға күрә мин геройҙарға уларҙың холоҡ-фиғелдәрен бирәм. Ҡыҙым бәләкәй саҡта ауылға ҡайтҡан һайын, әйҙә этте алып ҡайтайыҡ, тип мыжый торғайны. Быны эшләмәҫ өсөн миңә бер тарих уйлап сығарырға тура килде. «Аҡбай ҡалаға бармай» тигән әкиәт шулай тыуҙы.
Тәүге китабым баҫылып сыҡҡас, мәрхүмә Динә Талхина: «Һинең телең балалар өсөн повесть яҙырлыҡ. Яҙ әле», – тигәйне. Улым мәктәпте тамамлаған осорҙа Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле тулҡынландырғыс мәлдәр кисерергә тура килде бит инде. Ошо осорҙағы уйланыуҙар бер һығымтаға килтерҙе: баҡһаң, кеше ни бары биш-алты йыл эсендә үҙенең киләсәген хәл итә. Мәктәпте бөткәс, һөнәр һайлап, уҡырға инә. Диплом алғас, эш башлай һәм ғаилә ҡора. Ошо мәлдә яңылышмау, эргәңдәге дуҫтарыңдың кем булыуы бик мөһим. «Ауыл малайы» тигән повесть ошо тәьҫораттар нигеҙендә яҙылды. Уҡыусылар оҡшатты, шикелле, үҙем уҡыған Р. Fарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында, Илеш районының балалар китапханаһында уға арнап уҡыусылар конференциялары үткәрелде.
Әлеге көндә ултырып ҡына яҙа торған, уйланған нәмәләр бар, әммә тотона алған юҡ.
– Олоғая килә атай-әсәйҙе нығыраҡ аңлай башлайбыҙ, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышабыҙ, нимәгәлер үкенәбеҙ. Атай-әсәйеңдең ниндәй сифаттарын үҙеңдә күрергә теләр инең?
– Атайым менән әсәйем ғүмер буйы уҡытыусы булды. Баймаҡ районының Комсомол ауылында (хәҙерге Сәйғәфәр) йәшәнеләр. Алты бала үҫтерҙеләр. Зирәк аҡыллы, бик тәрбиәле кешеләр. Атайым Рәфҡәт Әхмәтзәки улы Лотфуллин тынғыһыҙ бер эшһөйәр ине. Уҡырға яратты, илдә, донъяла барған сәйәси хәлдәр, мәҙәни ваҡиғалар тураһында һәр ваҡыт хәбәрҙар булды, спорт тапшырыуҙарын яратып ҡараны. Бирелеп китеп баҡса үҫтерҙе, уны «ауылдың Мичурины» тип йөрөттөләр. Ағастарға прививкалар яһап, үҙенсә төрлө тәжрибәләр эшләй торғайны. Әсәйем Садиҡа Баймырҙа ҡыҙы аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта булды. Беҙгә күлдәктәр тегеп кейҙерһенме, карауатҡа япмалар сикһенме, селтәрҙәр бәйләһенме – ҡойоп ҡуя ине. Уларҙың һәр эште яратып, эске бер кинәнес менән башҡарыуы, бер-береһе менән килешеп кенә ғүмер итеүе беҙгә һоҡланғыс үрнәк булып ҡалды.
Атайым ете йыл элек яҡты донъянан китеп барҙы, әммә абруйы әле лә йәшәй. Туғандар менән берәй ҙур эш алдынан атай нимә тиер ине икән, тиеп кәңәшләшеп, уның рухына тап төшөрмәҫкә, яҡты иҫтәлегенә хыянат итмәҫкә тырышып йәшәйбеҙ.
Әсәйем, Аллаға шөкөр, иҫән әле. Йәйен – ауылда, ҡышын Өфөлә көн күрә. Уға ҡарап, тәүфиҡлы, бәхетле ҡартлыҡтың нимә икәнен аңлайым хәҙер. Бер-бер артлы ҡатмарлы операциялар үткәреп, бала ҡайғыһы кисерһә лә, ул бер ваҡытта ла күркәм сабырлығын юғалтманы. Әле лә зарланмай, барыһына ла риза булып, көллөбөҙгә лә фатихаһын биреп ултыра. Әгәр оҙаҡ ҡартлыҡ килә икән, ул шулай булһын, тип теләйем үҙемә лә.
– Тормошоңдағы иң бәхетле көнөң?
– Бәхет өс секунд ҡына дауам итә, тип иҫәпләп сығарған белгестәр. Аръяғына шатлыҡ, һөйөнөс кенә тороп ҡаламы икән?! Хәҙер инде ирем менән икебеҙҙең һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә күберәк балаларға бәйле. Һуңғы ваҡиғаларҙы алғанда, Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетында уҡыған улыбыҙ Байрастың былтыр Сочиҙа үткән Олимпиадала волонтер булып ҡатнашыуына бик ҡыуандыҡ. Кеше ғүмерендә бер генә була торған матур ваҡиға ул. Ҡыҙыбыҙ Гөлнәзирәнең үҙем уҡыған Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инеүе шулай уҡ ҙур шатлыҡ булды.
– Тыуған көнөңдә үҙеңә нимә теләйһең? Алға ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– Сәләмәтлек теләйем. Зарланырға урыным юҡ, шулай ҙа һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ. Пландарға килгәндә, “иҡтисади көрсөк” тигән һөмһөҙ нәмә әллә ниндәй хыялдар менән янырға форсат бирмәй әле. Ҡорған пландар ҙа емерелеп ҡуя. Шулай ҙа артыҡ бошонмайым. Сирек быуат эсендә өсөнсө иҡтисади көрсөктө кисерәбеҙ бит инде хәҙер. Иң мөһиме – рухи көрсөк булмаһын, һуғыш сыҡмаһын, күңелдәр ватылмаһын.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.