Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыуһынды ҡандырыр “Илһам шишмәләре”
Быйыл мартта Бәләбәй ҡалаһында ун бишенсе тапҡыр төбәк-ара “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивале уҙасаҡ.

Дүрт (башҡорт, татар, рус, сыуаш) телдә ижад итеүселәрҙе берләштергән был үҙенсәлекле сараның башлап шиғыр яҙыусы авторҙар, ғөмүмән, ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн әһәмиәте һәм маҡсаты тураһында тәфсирләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр, моғайын. Башланғандан алып ул күпме авторға илһам ҡанаттарын ҡуйҙы, ҙур шиғриәт донъяһына фатиха бирҙе. Уларҙың күбеһе Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздарына ағза итеп алынды, китаптарын сығарҙы, әҫәрҙәрен уҡыусылар хөкөмөнә илтеүгә өлгәште! С. Аксаков, М. Цветаева, К. Иванов, Я. Ухсай, Ф. Кәрим, шулай уҡ ҙур әҙәбиәткә юлын бында башлаған Динис Бүләков, Таһир Таһировтар ҡалабыҙҙы илгә Әҙәби Бәләбәй итеп танытты. Ижадҡа ғүмерен, күңел хеҙмәтен бағышлаған әҙиптәргә, шағирҙарға Бәләбәй районы хакимиәте һәм Яҙыусылар союзы тарафынан булдырылған яугир-шағир Фәтих Кәрим исемендәге премия тапшырылып килә.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө тарафында ижад иткәндәргә ижад ҡанаттары ҡуйған төбәк-ара “Илһам шишмәләре” фестиваленең ун бишенсеһе Әҙәбиәткә бағышланған һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән 2015-тә үтә. Иң яҡшы шиғырҙар конкурсында гран-при, бер – беренсе, ике – икенсе, өс өсөнсө урындан башҡа шундай номинациялар ҡаралған:
“Шағир һәм заман” (рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙыусылар өсөн айырым); “Һүҙ тәьҫирен алдан белеп булмай” (Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылына бағышлана); “Фестиваль асышы”; “Заман башҡа — заң башҡа” (йәштәр шиғриәте);
“Мөхәббәт ул — шундай изге хис” (һөйөү лирикаһы); “Ул көндәрҙең даны һүнмәҫ” (Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған); “Тоғролоҡ һәм бурыс ялҡыны Беҙҙең юлды яҡтыртһын өсөн” (яугир-шағир Фәтих Кәримдең һәләк булыуына 70 йыл тулыу уңайынан);
“Яратырға, өмөтләнергә һәм йәшәргә” (физик мөмкинлектәре сикләнгән авторҙар өсөн);
“Ҡанат ҡуйҙы миңә фестиваль” – юбилей номинацияһы.
Шиғырҙарҙы (үҙең тураһында ҡыҫҡаса белешмә, фотоһүрәт, адрес менән телефондарҙы күрһәтеп) февраль аҙағынаса “Белебеевские известия” – “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһына ебәрергә кәрәк. Адресы: г. Белебей, ул. Мало-Луговая, 53 а, электронная почта: 7@belizv.ru.




Автор: Зәйфә СӘЛИХОВА, фестивалдең жюри ағзаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә