Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ышаныслы аҙымдар менән
Ышаныслы аҙымдар менән Юғары уҡыу йорттары, төрлө һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү менән бер рәттән, күп йүнәлештә ғилми тикшеренеүҙәр ҙә алып бара. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы ғалимдарының ҡаҙаныштары бармы? Фәнни эшкә студенттар йәлеп ителәме? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән филиал директоры урынбаҫары Рөстәм УРАҘАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Ғилми тикшеренеүҙәр – беҙҙең көндәлек эшмәкәр­лектең айырылғыһыҙ өлөшө, – тип башланы һүҙен Рөстәм Айрат улы. – Төп бурыстарыбыҙ яҡшы билдәле: яңы белем алыу мөмкинлеген биргән ғәмәли һәм тәрән ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, уларға студенттарҙы әүҙем йәлеп итеп, сифатлы белгестәр әҙерләү. Был эштә филиалдағы 24 фән докторы һәм 64 фән канди­датының барыһы ла ҡатнаша. Төрлө темаға арналған фәнни-ғәмәли конференцияларҙы йыш уҙғарабыҙ. Мәҫә­лән, былтыр халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә ошондай һигеҙ сара ойошторолдо.
Өҫтәүенә төрлө ғилми баҫмаларҙа, конференция йыйынтыҡтарында мәҡәләләребеҙ донъя күрә, монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары нәшер ителә. Былтырғы эштәргә генә килгәндә, филиал ғалимдары тарафынан яҙылған бер мәҡәлә – сит илдең ғилми журналында, 60-тан ашыуы – халыҡ-ара, 100-ҙән күберәге Рәсәйҙә ойошторолған конференциялар йыйынтыҡ­тарында баҫылды. Ғилми тикшеренеү эштәре һөҙөмтә­һендә 17 методик ҡулланма, туғыҙ монография нәшер ителде. Һуңғы алты йылда ике докторлыҡ һәм туғыҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды.
– Ғилми тикшеренеү эштәре ниндәй йүнәлеш­тәрҙә алып барыла?
– Иң әһәмиәтлеләр иҫәбенә математик моделләү, һан методтары һәм программа комплекстары, иҡтисад һәм халыҡ хужалығына идара итеү, Ватан тарихы, әҙәбиәт ғилеме һәм гражданлыҡ хоҡуғы буйынса алып барылған тикшеренеү эштәрен индерер инем. Һәр йүнәлеш буйынса уҡытыусы-ғалимдарҙан үҙенсәлекле фәнни мәк­тәп тупланған. Уларҙың эшмәкәрлек кимәле Юғары аттестация комиссияһы ҡарамағындағы ғилми жур­нал­дарҙа, сит ил баҫмаларында мәҡәләләр баҫ­тырыу, монографиялар әҙерләү, төплө ғәмәли тик­шеренеүҙәр ойоштороу, йәш ғалимдарҙың үҫешенә булышлыҡ итеүгә ҡарап билдәләнә.
– Ниндәйҙер ғәмәли әһәмиәткә эйә тикшеренеүҙәр үткәреләме?
– Әлбиттә. Ғилми эшмәкәрлек фән өсөн генә түгел, ә халыҡ хужалығы, дәүләт учреждениелары, айырым ойош­малар ихтыяжынан сығып та ойошторола. Был йәһәттән филиалдан байтаҡ программа Рәсәй электрон ресурстарының “Фән һәм мәғариф” исемле берләш­терелгән фондында теркәлеү үтте һәм күп урында киң ҡулланыла. Сәнәғәт өлкәһенә ныҡлап ҡағылмаһаҡ та, хужалыҡ килешеүҙәре буйынса тәғәйен эштәр үткәрелә. Мәҫәлән, тарих фәндәре кандидаты Гөлкәй Шаһапова милли уйындарға арналған тикшеренеүҙәр уҙғарһа, филология фәндәре кандидаттары Рита Алсынбаева, Гөлфирә Байбулатова һәм Раушания Солтаҡаева гәйнә башҡорттарының теле, мәҙәниәте, тарихы буйынса фәнни эш циклын башҡарҙы. Гуманитар факультеттан юридик фәндәр кандидаты Наилә Ҡәйүмова менән биология фәндәре кандидаты Резеда Ғүмәрованың Курск өлкәһенең Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән күп функциялы үҙәге эшмәкәрлеген анализлауға арнал­ған хеҙмәте лә юғары баһа алды.
– Студенттар фәнгә ниндәй өлөш индерә?
– Һәләтле йәштәрҙе ғилми эшкә йәлеп итеү, уларҙың был юҫыҡтағы эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡса­тында филиалда йыл һайын “Студент фәне көндәре” үткәрелә. Унда “Өсөнсө меңйыллыҡ фәненә беренсе аҙымдар” тигән ғилми-ғәмәли конференция, һөнәрҙәр буйынса олимпиадалар ойошторола. Конкурстарҙа еңеп сыҡҡандарға ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырыла. Сара күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Миҫал өсөн, былтыр 180 студент ғилми тикшере­неү эштәрендә туранан-тура ҡатнашты. Уларҙың хеҙ­мәте һөҙөмтәһендә 80-ләп фәнни мәҡәлә баҫ­ты­рылды. Филиал студенттары тупланған ғилми бер­ләшмәләр, тиҫтәнән ашыу проектта ҡатнашып, төрлө кимәлдәге конкурстарҙың юғары баһаһына лайыҡ булды.

Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.


Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә