Юғары уҡыу йорттары, төрлө һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү менән бер рәттән, күп йүнәлештә ғилми тикшеренеүҙәр ҙә алып бара. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы ғалимдарының ҡаҙаныштары бармы? Фәнни эшкә студенттар йәлеп ителәме? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән филиал директоры урынбаҫары Рөстәм УРАҘАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.– Ғилми тикшеренеүҙәр – беҙҙең көндәлек эшмәкәрлектең айырылғыһыҙ өлөшө, – тип башланы һүҙен Рөстәм Айрат улы. – Төп бурыстарыбыҙ яҡшы билдәле: яңы белем алыу мөмкинлеген биргән ғәмәли һәм тәрән ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, уларға студенттарҙы әүҙем йәлеп итеп, сифатлы белгестәр әҙерләү. Был эштә филиалдағы 24 фән докторы һәм 64 фән кандидатының барыһы ла ҡатнаша. Төрлө темаға арналған фәнни-ғәмәли конференцияларҙы йыш уҙғарабыҙ. Мәҫәлән, былтыр халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә ошондай һигеҙ сара ойошторолдо.
Өҫтәүенә төрлө ғилми баҫмаларҙа, конференция йыйынтыҡтарында мәҡәләләребеҙ донъя күрә, монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары нәшер ителә. Былтырғы эштәргә генә килгәндә, филиал ғалимдары тарафынан яҙылған бер мәҡәлә – сит илдең ғилми журналында, 60-тан ашыуы – халыҡ-ара, 100-ҙән күберәге Рәсәйҙә ойошторолған конференциялар йыйынтыҡтарында баҫылды. Ғилми тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһендә 17 методик ҡулланма, туғыҙ монография нәшер ителде. Һуңғы алты йылда ике докторлыҡ һәм туғыҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды.
– Ғилми тикшеренеү эштәре ниндәй йүнәлештәрҙә алып барыла?
– Иң әһәмиәтлеләр иҫәбенә математик моделләү, һан методтары һәм программа комплекстары, иҡтисад һәм халыҡ хужалығына идара итеү, Ватан тарихы, әҙәбиәт ғилеме һәм гражданлыҡ хоҡуғы буйынса алып барылған тикшеренеү эштәрен индерер инем. Һәр йүнәлеш буйынса уҡытыусы-ғалимдарҙан үҙенсәлекле фәнни мәктәп тупланған. Уларҙың эшмәкәрлек кимәле Юғары аттестация комиссияһы ҡарамағындағы ғилми журналдарҙа, сит ил баҫмаларында мәҡәләләр баҫтырыу, монографиялар әҙерләү, төплө ғәмәли тикшеренеүҙәр ойоштороу, йәш ғалимдарҙың үҫешенә булышлыҡ итеүгә ҡарап билдәләнә.
– Ниндәйҙер ғәмәли әһәмиәткә эйә тикшеренеүҙәр үткәреләме?
– Әлбиттә. Ғилми эшмәкәрлек фән өсөн генә түгел, ә халыҡ хужалығы, дәүләт учреждениелары, айырым ойошмалар ихтыяжынан сығып та ойошторола. Был йәһәттән филиалдан байтаҡ программа Рәсәй электрон ресурстарының “Фән һәм мәғариф” исемле берләштерелгән фондында теркәлеү үтте һәм күп урында киң ҡулланыла. Сәнәғәт өлкәһенә ныҡлап ҡағылмаһаҡ та, хужалыҡ килешеүҙәре буйынса тәғәйен эштәр үткәрелә. Мәҫәлән, тарих фәндәре кандидаты Гөлкәй Шаһапова милли уйындарға арналған тикшеренеүҙәр уҙғарһа, филология фәндәре кандидаттары Рита Алсынбаева, Гөлфирә Байбулатова һәм Раушания Солтаҡаева гәйнә башҡорттарының теле, мәҙәниәте, тарихы буйынса фәнни эш циклын башҡарҙы. Гуманитар факультеттан юридик фәндәр кандидаты Наилә Ҡәйүмова менән биология фәндәре кандидаты Резеда Ғүмәрованың Курск өлкәһенең Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән күп функциялы үҙәге эшмәкәрлеген анализлауға арналған хеҙмәте лә юғары баһа алды.
– Студенттар фәнгә ниндәй өлөш индерә?
– Һәләтле йәштәрҙе ғилми эшкә йәлеп итеү, уларҙың был юҫыҡтағы эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында филиалда йыл һайын “Студент фәне көндәре” үткәрелә. Унда “Өсөнсө меңйыллыҡ фәненә беренсе аҙымдар” тигән ғилми-ғәмәли конференция, һөнәрҙәр буйынса олимпиадалар ойошторола. Конкурстарҙа еңеп сыҡҡандарға ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырыла. Сара күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Миҫал өсөн, былтыр 180 студент ғилми тикшеренеү эштәрендә туранан-тура ҡатнашты. Уларҙың хеҙмәте һөҙөмтәһендә 80-ләп фәнни мәҡәлә баҫтырылды. Филиал студенттары тупланған ғилми берләшмәләр, тиҫтәнән ашыу проектта ҡатнашып, төрлө кимәлдәге конкурстарҙың юғары баһаһына лайыҡ булды.
Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.