Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелендә — халыҡ рухы
Күңелендә — халыҡ рухы Уҡыусылар араһында үткән республика ярыштарында, төрлө фән олимпиадаларында, уҡытыусылар бәйгеһендә Сибай ҡалаһы исеме йыш күҙгә салына. Был осраҡта педагогия коллективтары менән әүҙем эшләгән, балаларҙың ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә ярҙам иткән ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәрҙе уҡытыу буйынса методисы Айһылыу Моталлапованың да өлөшөн билдәләмәй булмай.

Бөгөн, заманса технологиялар алға киткән осорҙа, кешеләрҙең рухи үҫешенә, күңел торошона иғтибар кәмей бара. Балаларҙы мәҙәни яҡтан үҫтереү, кешелекле итеп тәрбиәләү урынына күп кенә ата-әсә уларҙы ҡырағай баҙар шарттарына әҙерләй. Һуңғы йылдарҙа мәғарифтағы үҙгәрештәр ҙә белем биреүҙе үҙәкләштерелгән системаға ҡороуға, теүәл фәндәрҙең өҫтөнлөк алыуына килтерҙе. Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу, уның һөҙөмтәләре төп маҡсатҡа һәм күрһәткескә әүерелде. Бына ошондай хәлдә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы­ларына эшләүе еңелдән түгел. Балаларҙы туған телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ылыҡтырыу, халҡы­быҙҙың тарихына иғтибар итеү, арҙаҡлы шәхес­тәренә ҡарата ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү, ысынлап та, ауырға тура килә. Шуға күрә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары иңендә еңел булмаған бурыс ята.
— Ҡала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы­лары менән көслө, — ти Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы, үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып. – Улар илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙ өсөн янып торған патриоттар тәрбиәләй, рухыбыҙ һаҡсылары, милләте­беҙҙең киләсәге өсөн яуаплылыҡты аңлай. Шуға күрә иңдәренә икеләтә бурыс йөкмәтелә. Берен­сенән, дәрестәрен юғары кимәлдә үткәрергә, икенсенән, һәләтле балаларҙы табып, уларҙы үҫтереү йәһәтенән даими эш алып барырға тейештәр. Һәр бала – шәхес. Уның һәләтен ваҡытында күрә һәм үҫтерә белеү зарур.
Был йәһәттән Сибай ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тырышлығы тик маҡтауға лайыҡ. Йыл һайын улар әҙерләгән уҡыу­сылар республика олимпиадаларында алдынғы урын алһындар­мы, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар бәйгеһен үткәрһендәрме, йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү­селәр республика конкурсында тәүге урындарҙы яулаһындармы... Ҡыҙыҡ­һы­ныусан балалар башҡорт КВН-дарында, шәжәрә байрамдарында, төрлө яҙыусылар менән осра­шыу­ҙарҙа ҡатнашырға ынтылып тора.
Үҙенә ҡарата талапсан, заманса фекер йөрөт­кән, эшен төплә белгән методист Айһылыу Мотал­лапова — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыларының яҡын дуҫы һәм кәңәшсеһе. Кабинетта ғына ултырыу уның эш алымы түгел, һәр саҡ мәктәптәргә бара, уҡытыусылар менән яҡындан аралаша. Үҙе лә ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында дәрестәр үткәрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, дәрес күрһәтеү, план төҙөү, методик ҡулланма, төрлө әсбаптар сығарыуҙа тәжрибә уртаҡлаша. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигән­дәй, оло быуын мәғариф ветерандары – Зәкиә Хәмитова, Хазина Хәмитова, Нәзиә Бикбова, Рәсимә Айсыуаҡова, Алһыу Теләүҡабулова һәм башҡаларҙың һәр кәңәшен тотоп, уларҙың тәжри­бә­һенә таянып эш итеүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмайҙыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә