Уҡыусылар араһында үткән республика ярыштарында, төрлө фән олимпиадаларында, уҡытыусылар бәйгеһендә Сибай ҡалаһы исеме йыш күҙгә салына. Был осраҡта педагогия коллективтары менән әүҙем эшләгән, балаларҙың ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә ярҙам иткән ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәрҙе уҡытыу буйынса методисы Айһылыу Моталлапованың да өлөшөн билдәләмәй булмай.
Бөгөн, заманса технологиялар алға киткән осорҙа, кешеләрҙең рухи үҫешенә, күңел торошона иғтибар кәмей бара. Балаларҙы мәҙәни яҡтан үҫтереү, кешелекле итеп тәрбиәләү урынына күп кенә ата-әсә уларҙы ҡырағай баҙар шарттарына әҙерләй. Һуңғы йылдарҙа мәғарифтағы үҙгәрештәр ҙә белем биреүҙе үҙәкләштерелгән системаға ҡороуға, теүәл фәндәрҙең өҫтөнлөк алыуына килтерҙе. Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу, уның һөҙөмтәләре төп маҡсатҡа һәм күрһәткескә әүерелде. Бына ошондай хәлдә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына эшләүе еңелдән түгел. Балаларҙы туған телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ылыҡтырыу, халҡыбыҙҙың тарихына иғтибар итеү, арҙаҡлы шәхестәренә ҡарата ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү, ысынлап та, ауырға тура килә. Шуға күрә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары иңендә еңел булмаған бурыс ята.
— Ҡала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән көслө, — ти Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы, үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып. – Улар илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙ өсөн янып торған патриоттар тәрбиәләй, рухыбыҙ һаҡсылары, милләтебеҙҙең киләсәге өсөн яуаплылыҡты аңлай. Шуға күрә иңдәренә икеләтә бурыс йөкмәтелә. Беренсенән, дәрестәрен юғары кимәлдә үткәрергә, икенсенән, һәләтле балаларҙы табып, уларҙы үҫтереү йәһәтенән даими эш алып барырға тейештәр. Һәр бала – шәхес. Уның һәләтен ваҡытында күрә һәм үҫтерә белеү зарур.
Был йәһәттән Сибай ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тырышлығы тик маҡтауға лайыҡ. Йыл һайын улар әҙерләгән уҡыусылар республика олимпиадаларында алдынғы урын алһындармы, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар бәйгеһен үткәрһендәрме, йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында тәүге урындарҙы яулаһындармы... Ҡыҙыҡһыныусан балалар башҡорт КВН-дарында, шәжәрә байрамдарында, төрлө яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашырға ынтылып тора.
Үҙенә ҡарата талапсан, заманса фекер йөрөткән, эшен төплә белгән методист Айһылыу Моталлапова — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының яҡын дуҫы һәм кәңәшсеһе. Кабинетта ғына ултырыу уның эш алымы түгел, һәр саҡ мәктәптәргә бара, уҡытыусылар менән яҡындан аралаша. Үҙе лә ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында дәрестәр үткәрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, дәрес күрһәтеү, план төҙөү, методик ҡулланма, төрлө әсбаптар сығарыуҙа тәжрибә уртаҡлаша. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, оло быуын мәғариф ветерандары – Зәкиә Хәмитова, Хазина Хәмитова, Нәзиә Бикбова, Рәсимә Айсыуаҡова, Алһыу Теләүҡабулова һәм башҡаларҙың һәр кәңәшен тотоп, уларҙың тәжрибәһенә таянып эш итеүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмайҙыр.