Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быуындар сылбыры өҙөлмәй
Быуындар сылбыры өҙөлмәй “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында Көйөргәҙе районы ойошторолоуға 80 йыл тулыу айҡанлы мәктәп уҡыусыларының төбәк тарихына, уның тәбиғәт ҡомартҡыларына, арҙаҡлы шәхестәренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Тантана ҡунаҡтарҙың башҡорт халҡының милли батыры һәм абыҙы Кинйә Арыҫлановтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Сарала ҡатнашыусылар ра­йондың тарихи үҫеш юлын сәхнә­ләштерҙе. Төбәк йылъяҙмаһына данлыҡлы бит­тәр өҫтәгән шәхестәр тураһында һүҙ барғанда, зал Социалистик Хеҙ­мәт Геройы, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы Шәүәли Вахитовты аяғүрә баҫып алҡышланы.

– Донъяла, илдә барған хәлдәрҙе ба­рығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙ, аңлайһы­ғыҙ. Шулай ҙа бирешмәйбеҙ, ауырлыҡ­тар алдында баҙап ҡалмаҫҡа ты­ры­шабыҙ. Төбәк тарихын артабан дауам иттерер йәштәрҙең быуындар сылбырын өҙмә­үе­нә ныҡлы ышанабыҙ, – тине ра­йон ха­ки­миәте башлығы Әхәт Ҡотләх­мәтов.
Конференцияны Рәшит Солтангә­рәев исемендәге Таймаҫ гимназияһы уҡыусыһы Инсаф Усманов “Көйөргәҙе районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән доклады менән асып ебәрҙе. Ермолаевканың 1-се мәктә­бенән Анастасия Шабанова сығы­шын­да фронтта батырҙарса һәләк булған ауылдашы Виталий Григорьевич Мохненко тура­һында быға тиклем йәмә­ғәтселеккә билдәле булмаған күп яңы мәғлүмәт туплай алған.
Көйөргәҙе районы ауылдарының күп­селек урамдары күренекле яҡташ­та­рының исемен йөрөтә. Таймаҫ гим­на­зияһынан Сәриә Юлдыбаева тап бы­на шул урамдарҙың исемдәрен өйрән­гән.
Көйөргәҙе – әҙиптәргә бай төбәк. Бахмут мәктәбенән Яна Бобровская Людмила Шикина, Тамара Ғәниева, Зөһрә Ҡот­логилдиналарҙың тормошо һәм ижады тураһында бәйән итте. Таймаҫ гимна­зияһы уҡыусыһы Илүзә Ырыҫҡолова­ның “Солтан­гәрәевтәр шә­жәрәһе” ти­гән эҙләнеүе яҙыу­сыбыҙ Рәшит Сол­тангәрәевтең, уның нәҫел­дәштәренең тамырҙарын юллауы ме­нән күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Конференцияла экологик темаға арналған докладтарҙың да урын алы­уы уны ифрат бай йөкмәткеле итте, сараның әһәмиәтен бермә-бер арт­тыр­ҙы. Яңы Мораптал мәктәбе уҡыу­сы­лары Алина Юлдашева менән Ал­һыу Мөлөкова, Яҡут күле тураһын­да бай мәғлүмәт туплау менән бер рәттән, тәжрибә үткәреп тә ҡараған икән. Ермолаевканың 2-се мәктәбенән Алла Трегубова, Данил Станкин, Ис­лам Иржанов тәбиғәт ҡомартҡы­ла­рын, тарихи һәм мәҙәни яҡтан иҫтә­лек­ле урын­дар­ҙы төркөмләп, туризм­ды үҫте­реү мәсьәләһен өйрәнгән. Павловка мәктә­бе уҡыусыһы Диана Әмә­кәсова­ның “Наҡаҫбаш ҡурсаулығы” док­лады ла шул яҡлап әһәмиәтле булды.
Хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләх­мә­тов фәнни-ғәмәли конференцияла ҡат­нашҡан уҡыусыларға күп томлы “Баш­ҡорт халыҡ тарихы” китабын тап­шырҙы. Уҡыусыларҙың докладтары, айырым йыйынтыҡ рәүешендә сыға­рылып, ҡунаҡтарға бүләк ителде.


Автор: Тәлғәт ШАҺМАНОВ. Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә