“Йәшлек” мәҙәниәт һарайында Көйөргәҙе районы ойошторолоуға 80 йыл тулыу айҡанлы мәктәп уҡыусыларының төбәк тарихына, уның тәбиғәт ҡомартҡыларына, арҙаҡлы шәхестәренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Тантана ҡунаҡтарҙың башҡорт халҡының милли батыры һәм абыҙы Кинйә Арыҫлановтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Сарала ҡатнашыусылар райондың тарихи үҫеш юлын сәхнәләштерҙе. Төбәк йылъяҙмаһына данлыҡлы биттәр өҫтәгән шәхестәр тураһында һүҙ барғанда, зал Социалистик Хеҙмәт Геройы, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы Шәүәли Вахитовты аяғүрә баҫып алҡышланы. – Донъяла, илдә барған хәлдәрҙе барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙ, аңлайһығыҙ. Шулай ҙа бирешмәйбеҙ, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Төбәк тарихын артабан дауам иттерер йәштәрҙең быуындар сылбырын өҙмәүенә ныҡлы ышанабыҙ, – тине район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов.
Конференцияны Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһы уҡыусыһы Инсаф Усманов “Көйөргәҙе районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән доклады менән асып ебәрҙе. Ермолаевканың 1-се мәктәбенән Анастасия Шабанова сығышында фронтта батырҙарса һәләк булған ауылдашы Виталий Григорьевич Мохненко тураһында быға тиклем йәмәғәтселеккә билдәле булмаған күп яңы мәғлүмәт туплай алған.
Көйөргәҙе районы ауылдарының күпселек урамдары күренекле яҡташтарының исемен йөрөтә. Таймаҫ гимназияһынан Сәриә Юлдыбаева тап бына шул урамдарҙың исемдәрен өйрәнгән.
Көйөргәҙе – әҙиптәргә бай төбәк. Бахмут мәктәбенән Яна Бобровская Людмила Шикина, Тамара Ғәниева, Зөһрә Ҡотлогилдиналарҙың тормошо һәм ижады тураһында бәйән итте. Таймаҫ гимназияһы уҡыусыһы Илүзә Ырыҫҡолованың “Солтангәрәевтәр шәжәрәһе” тигән эҙләнеүе яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәевтең, уның нәҫелдәштәренең тамырҙарын юллауы менән күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Конференцияла экологик темаға арналған докладтарҙың да урын алыуы уны ифрат бай йөкмәткеле итте, сараның әһәмиәтен бермә-бер арттырҙы. Яңы Мораптал мәктәбе уҡыусылары Алина Юлдашева менән Алһыу Мөлөкова, Яҡут күле тураһында бай мәғлүмәт туплау менән бер рәттән, тәжрибә үткәреп тә ҡараған икән. Ермолаевканың 2-се мәктәбенән Алла Трегубова, Данил Станкин, Ислам Иржанов тәбиғәт ҡомартҡыларын, тарихи һәм мәҙәни яҡтан иҫтәлекле урындарҙы төркөмләп, туризмды үҫтереү мәсьәләһен өйрәнгән. Павловка мәктәбе уҡыусыһы Диана Әмәкәсованың “Наҡаҫбаш ҡурсаулығы” доклады ла шул яҡлап әһәмиәтле булды.
Хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашҡан уҡыусыларға күп томлы “Башҡорт халыҡ тарихы” китабын тапшырҙы. Уҡыусыларҙың докладтары, айырым йыйынтыҡ рәүешендә сығарылып, ҡунаҡтарға бүләк ителде.