Халҡыбыҙҙың өлгө булырҙай ир-уҙамандары байтаҡ. Араларында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһының Күҙәтеүсе совет рәйесе Хәләф Хәлфетдин улы ИШМОРАТОВтың ныҡлы урыны бар. Ташып торған дәрт-дарман, ихтыяр көсө, көр күңел, киң ҡараш, төплө фекерләү ҡеүәһе, рухлылыҡ, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ, һәр ерҙә үҙ һүҙеңде ҡыйыу әйтеп, башҡаларҙы артыңдан эйәртә алыу оҫталығы... Ошо һәм башҡа күркәм сифаттары уны халҡының күҙ алдында үҫтерҙе, юғары вазифаларға үрләтте.
Хәләф Хәлфетдин улы абруйлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, оҫта етәксе генә түгел, ишле ғаилә башлығы булыуы йәһәтенән дә милләтенең йөҙөн билдәләп, уны хәстәрләү, үҫтереү юлында тоғро хеҙмәтен дауам итә. Уның менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ, нигеҙҙә, төбәгебеҙ, халҡыбыҙ, милли-мәҙәни асылыбыҙ хаҡында барҙы.– Һеҙҙе йәшләй юғары баҫҡыстарға ышаныслы күтәрелгән шәхес булараҡ беләбеҙ. Бындай ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ, тәүәккәллек һыҙаты ҡайҙан килә, Хәләф Хәлфетдин улы? Бөгөнгө йәштәрҙә ошондай сифаттарҙы күрәһегеҙме?
– Кешегә барыһы ла ғаиләлә, шулай уҡ тәбиғәт аша һалына. Тормоштағы уңыштарым өсөн тәү сиратта атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен. Улар еңел булмаған йылдарҙа туғыҙ балаһын аяҡҡа баҫтырыуға барлыҡ көсөн һалды. Ошондай ғаилә мөхите, шулай уҡ Бөрйәндең үҙенсәлекле тәбиғәте күңелемдә сағылыш тапмай ҡалмағандыр.
Ысынлап та, миңә тормош этаптарын йәшләй үтергә тура килде. Дүрт йәшемдә уҡырға һәм яҙырға өйрәндем, 16-ла студент булдым. Йәш белгес булараҡ, “Йылайыр” совхоз-техникумында эш башлағанда студенттарҙың күбеһе минән өлкәнерәк ине. Аҙаҡ 34 йәштә – республиканың мәҙәниәт министры, 35-тә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифалары йөкмәтелде. Әлбиттә, бер ни ҙә еңел бирелмәне, ҡаршылыҡтар һәр саҡ булды. Ләкин алға ҡуйылған маҡсат ауырлыҡҡа бирешергә юл ҡуйманы. Хәҙерге йәштәргә был, бәлки, альтруистик ҡараш кеүек тойолалыр, әммә халҡыма, илемә хеҙмәт итергә тейешмен тигән ниәт һәр ваҡыт алға әйҙәне.
Һәр замандың үҙ заңы, тиҙәр. Бөгөнгө йәштәр икенсерәк системала тәрбиәләнә, фекерләү ҡеүәләре лә башҡаса. Яңы технологиялар, Интернет заманында улар күп мәсьәлә буйынса беҙҙең быуындан алдараҡ та бара. Ошондай шарттарҙа йәштәр менән уртаҡ тел таба, уларға тейешле кәңәш бирә, ышанысын яулай алһаҡ, үҙгәрештәрҙә ыңғай яҡтарҙы күрә белһәк, быуындар сылбыры өҙөлмәҫ, тип уйлайым. Үҙемә килгәндә, янымда һәр саҡ алдынғы ҡарашлы, көслө ихтыярлы, изге күңелле, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер торған кешеләр булды. Мәҫәлән, Баймаҡта Юнир Самат улы Әҙеһәмов, Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин, Милләт Ташбулат улы Хәкимов, Өфөлә Тимерхан Сабит улы Биккинин, Уйылдан Ғилман улы Сәйетов, Рим Сәғит улы Баҡыев, Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов... Төплө кәңәштәре, тормошҡа фәлсәфәүи ҡарашы менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай ағай Кәрим тормошома һәм эшмәкәрлегемә ҙур йоғонто яһаны. Олуғ шәхесебеҙҙең өс юбилейын үткәргәндә ойоштороу комитеты рәйесе булыуым менән ғорурланам.
– Ғөмүмән, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ғаилә төшөнсәләрен нисек ҡабул итәһегеҙ?
– Улар – тормошта иң изге ҡиммәттәр. Дуҫтар, туғандар шатлыҡта ла, ауыр мәлдәрҙә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәргә тейеш. Ғаиләгә килгәндә, никахҡа ҡоролған күркәм мөнәсәбәттә күп бала үҫтереүҙе ата-бабабыҙҙан тапшырылған аманат кеүек ҡабул итәм. Һәр бала ата-әсәле булып буй еткерергә, ныҡлап аяҡҡа баҫып киткәнсә уларҙың ярҙамын тойорға тейеш. Аҙаҡ иһә үҙе өлкәндәрҙең тыныслығын, именлеген хәстәрләргә бурыслы. Ғөмүмән, илебеҙ балалар һәм ҡарттар йорттары булмаған төбәккә әүерелһен ине тигән хыялым бар.
– Ҡалала ишле ғаилә ҡарауы еңел түгелдер...
– Балаларымды Аллаһ Тәғәләнең дүрт бүләге тип ҡабул итәм. Улар миңә көс-дәрт биреп тора. Үҙем дә, ҡатыным да ишле ғаиләлә үҫкәс, берҙәмлектең, татыулыҡтың нигеҙе тап шунда икәнлегенә инанғанбыҙ.
Ҡала мөхитендә милли һыҙатты һаҡлауға килгәндә, беҙҙең балалар биш йәшенә тиклем тик ғаиләлә тәрбиәләнде, башҡортса һәйбәт итеп һөйләшергә, фекер йөрөтөргә өйрәнде. Мәғлүм булыуынса, тап шул осорҙа туған тел ҡанға ныҡлы һеңдерелә, уның аша төрлө һәләттәр асыла. Әлбиттә, ҡала мөхитендә балала милли һыҙат тәрбиәләү эшендә әсә кешенең өлөшө айырыуса ҙур була. Был йәһәттән ҡатыным Гүзәл Зиннәт ҡыҙына рәхмәтлемен.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлыҡты аңламайынса, сабыйының яҙмышын емергәндәр юҡ түгел. Миҫал өсөн, күптән түгел ойошторолған сәфәрҙә бер милләттәшебеҙ балаһын бәләкәстән Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү маҡсатында урыҫ мәктәбенә биреүе хаҡында хәбәр һалды. Был ҡыҙыу фекер алышыуға килтерҙе. Ғөмүмән, шуны әйтергә теләйем: кеше иң тәүҙә туған телен камил белергә тейеш. Ул артабан башҡа телдәрҙе уңышлы өйрәнеүгә нигеҙ бирә. Үҙем башҡорт мәктәбендә уҡыным. Әҙәби телде яҡшы белеүем эшмәкәрлегемдең һәр дәүерендә ҙур ярҙам булды, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында фән кандидаты диссертацияһын урыҫса яҡларға бер ниндәй ҡамасаулыҡ тыуҙырманы. Барыһы ла кешенең үҙенән тора.
– Республикала башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһенә ниндәй баһа бирерһегеҙ?
– Донъяла 6 700-ҙән ашыу тел бар. Уларҙың өстән бер өлөшөнә юғалыу ҡурҡынысы янай. ЮНЕСКО ошо исемлеккә беҙҙең башҡорт телен дә индерҙе. Рухи хазинабыҙҙы хәүефтән аралау үҙебеҙҙең ҡулда икәнлеген оноторға ярамай. Телебеҙгә иң беренсе сиратта ғаиләлә ихтирам һәм иғтибар булһа, аҙаҡ ул уҡыу йорттарында тейешле кимәлдә өйрәтелһә, киҫкен мәсьәлә беҙҙе ситләтеп уҙыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла ыңғай ғына бармай. Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты күптән түгел сираттағы киңәйтелгән ултырышын республикалағы мәғариф мәсьәләләренә арнап үткәргәйне. Унда ҡайһы бер башҡорт мәктәптәрендә I кластан уҡ “Әлифба”нан тыш предметтарҙы урыҫса уҡытыу осраҡтары хаҡында йәнә хәбәрҙар булдыҡ. Бының менән һис тә килешмәйбеҙ. Мәғариф тураһындағы ҡануниәттә лә, Рәсәй Конституцияһында ла һәр баланың туған телендә белем алырға хоҡуғы барлығы билдәләнгән. Был барлыҡ уҡыу йорттарының эшмәкәрлегендә төп нигеҙ булырға тейеш. 2013 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы яңы Закон буйынса күп мәсьәлә мәктәптең уставына, директорҙарҙың ҡарашына бәйле. Тимәк, ата-әсә битараф булмаҫҡа тейеш. Улар мәктәптең уставын ҡабул иткәндә туған телде уҡытыуға бәйле фекерҙәрен белдерһен, аныҡ тәҡдимдәрен индерһен ине. Ғәмһеҙлек көслө булһа, киреһе килеп сығыуы ихтимал. Быға миҫалдар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһен алһаҡ, унда бер йыл эсендә башҡорт теле өйрәнелгән мәктәптәрҙең һаны ике тапҡыр кәмегән. Ҡурғанда ла ошондай уҡ күренештәргә шаһитбыҙ. Силәбе дәүләт университетында башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләгән Көнсығыш факультеты, Арғаяш педагогия колледжы ябылды. Ошо мәсьәләләргә бәйле БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов менән һөйләшеп килешелде: киләсәктә был уҡыу йортонда Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләре өсөн милли белгестәр әҙерләү эшен ойоштороу күҙ уңында тотола.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: республика Хөкүмәте ҡарамағындағы терминология хеҙмәтенең һуңғы йылдарҙа һүлпәнлек күрһәтеүе күңелде ҡыра ине. Хәҙер был йәһәттән үҙгәрештәр бар, эш яңынан йәнләнеп китер, тип ышанам.
– Республиканың элекке мәҙәниәт министры булараҡ, исемле йылдарҙың ниндәй әһәмиәтен күрәһегеҙ? Бәлки, ниҙер эшләнеп еткерелмәйҙер?
– Уҙған быуат аҙағында, илдә берҙәм идеология булмаған ҡатмарлы осорҙа, йәмғиәт тормошона яңылыҡ индереү шарт ине. Ошо маҡсатта 1998 йылды ғаиләгә бағышлап уҙғарырға булдыҡ. Мин ул ваҡытта Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары булып эшләй инем. Етәкселек тә, йәмғиәт тә башланғысты хупланы. Һөҙөмтәлә Ғаилә йылы уңышлы ғына уҙҙы, алдағы исемлеләренә күркәм нигеҙ һалынды. Башланғыс хәҙер хатта ил кимәленә сығып, уңышлы тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, минеңсә, идеологияны ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ятырға ярамай, үҙеңә ҡуҙғалырға кәрәк. Йыл ниндәй генә мәсьәләгә бағышлап уҙғарылмаһын, унда ойошторолған саралар аша йәш быуындың күңеленә тыуған иленә, республикаһына, бәләкәй Ватанына һөйөү, атай-әсәйгә, өлкәндәргә иғтибар һәм ихтирам тойғолары, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлауға ынтылыш һалырға бурыслыбыҙ. Ошо төп идеология булырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ, Мостай ағай Кәрим әйтмешләй,
“Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ”.
– Ағымдағы Әҙәбиәт йылын ниндәй тәьҫорат менән ҡаршы алдығыҙ?
– Уны ихлас хуплайым. Әҙәбиәт йылының айырыуса балалар, йәштәр өсөн әһәмиәте ҙур булыр тигән ышаныстамын. Юғиһә улар тарафынан китапҡа, матбуғат баҫмаларына иғтибар кәмеүе хафаға һала. Интернетҡа ҡапланып, йәш быуын рухи аҙыҡтан мәхрүм була кеүек тойола миңә. Үҙем студент саҡтан уҡ шәхси китапханамды булдырҙым. Аҡсам етәме-етмәйме, яҡшы йыйынтыҡ, әҫәр, энциклопедия күрһәм, уны мотлаҡ һатып ала торғайным. Хәҙер ғаиләм менән бергә шәхси китапханамды йортомдағы төп байлығым тип һанайым.
Әҙәбиәт йылы уңайынан Өфө урамдарына ғинуарҙа уҡ башҡорт әҙиптәренең, Рәсәй классиктарының шиғри юлдары, афоризмдары яҙылған баннерҙар эленеүе йөрәккә май булып яғылды. Эш киләсәктә лә шулай дауам итһә, йәмғиәт тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрер тигән ышаныс бар.
Шулай уҡ Әҙәбиәт йылында, минеңсә, матбуғат баҫмаларының абруйын арттырыу йәһәтенән ныҡлы эшләү мөһим. Бөгөн айырыуса милли гәзит-журнал яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Был маҡсатҡа республика, район ҡаҙналарынан аҡсаны йәлләргә ярамай. Үҙемдең бала саҡҡа күҙ һалғанда, атайым менән әсәйем гәзит-журналды ифрат күп алдырҙы. Почтальон Әхмәтзада еҙнәйҙең район үҙәгенән ҙур сумкаһын йөкмәп ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Тәүге уҡытыусым Земфира Ғүмәр ҡыҙы хәҙер ҙә минең башланғыс класта “Ағиҙел” журналындағы оҙон-оҙон яҙмаларҙы ихлас уҡығанымды йылы итеп хәтергә ала. Әле лә тормошомдо милли матбуғатһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Гәзит-журналдарыбыҙ, ысынлап та, беҙҙе тәрбиәләй, үҫтерә, уларҙы һаҡларға кәрәк.
– Хәләф Хәлфетдин улы, мәғлүм булыуынса, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында яуланған үҙаллылыҡ, нисек кенә булмаһын, милли төбәктәргә ҙур үҫеш мөмкинлеге бирҙе. Форсаттан ваҡытында файҙаланыу арҡаһында мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләрендә байтаҡ уңыш ҡаҙанылды: яңы ансамблдәр, коллективтар төҙөлдө, йырсылар, бейеүселәр үҫеп сыҡты. Беҙҙә халыҡ-ара мәҙәни саралар уҙа башланы. Бирелгән мөмкинлектән ауыл хужалығы, сәнәғәт тармаҡтары ла ваҡытында файҙаланып ҡалһа, әле был өлкәләрҙә лә алға киткән булыр инек һымаҡ. Һеҙҙеңсә, бөгөнгө ауыл хужалығының торошо ҡәнәғәтләнерлекме?
– Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, республиканың ауыл хужалығы тармағында 1990 йылда 214 мең самаһы кеше эшләһә, 2013 йылда был һан 60 мең ярымға ҡалған. Тимәк, өс тапҡырҙан ашыуға кәмегән тигән һүҙ. Уҙған быуат аҙаҡтарында күп урында колхоз-совхоздар тиҙ генә тарҡатып ташланды ла, урынына бер ни ҙә тәҡдим ителмәне. Ә республиканың көнбайыш райондарында күмәк хужалыҡтар һаҡлап алып ҡалынды. Уларға хәҙер дәүләт һәр яҡлап – техника, ашлама, орлоҡ һәм башҡалар менән – ярҙам итә. Ә колхоз-совхозы бөтөрөлөп, бер ниһеҙ ҡалған төбәктәр бындай иғтибарҙан мәхрүм. Ҡайһы бер райондарҙа фермерҙар ғына эшләй. Уларҙың араһында субсидия юлларға батырсылыҡ итмәгәндәр йә иһә дәүләттән тейешле ярҙам алыр өсөн документтарын юридик яҡтан йүнләп әҙерләй белмәгәндәр бихисап. Һөҙөмтәлә күпселек үҙ көнөн үҙе күрә. Бындай күренеш айырыуса республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына хас. Араларында Әбйәлилдәге “Красная Башкирия” совхозынан башҡа заманса эшләгән хужалыҡты күргәнем юҡ. Уның директоры Раил Фәхрисламов кеүек етәкселәр күберәк булғанда, ауыл хужалығы күпкә алға китер ине.
Был тармаҡтың торошон байҡағанда кисекмәҫтән ер мәсьәләһенә килеп терәләһең. Тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, башҡорттар 90-ға яҡын мәртәбә ихтилалға күтәрелгән. Күбеһенең тоҡаныу сәбәбе – ергә хоҡуҡты даулау. Бындай мәсьәлә хәҙер ҙә көнүҙәк. Мәғлүм булыуынса, ерҙе пайға бүлеп бирҙеләр, тик был эштең халыҡҡа аңлашылмаған урындары бихисап. Ни өсөн тигәндә, тотороҡло ғына ҡағиҙә юҡ, мәсьәлә урындарҙа төрлөсә хәл ителә. Пай ерҙәре бүлеп бирелгән, әммә межаланмаған. Күптәр үҙенең өлөшө барлығы хаҡында хәбәрҙар булһа ла, тәғәйен еренең ҡайҙалығын белмәй. Бәғзеләргә иһә пай бөтөнләй юҡ. Ә ҡайһы берәүҙәр бүленгәнде файҙаланыу мәсьәләһендә аптырабыраҡ ҡалды. Ундайҙарҙың күптәренең пай ерен МТС-тар эшкәртә. Ә бит һалымын ысын хужа түләргә тейеш. Был хаҡта белмәү йәки битарафлыҡ күрһәтеү сәбәпле бурыс йыйылып килеп, йылдар дауамында ҙур күләмгә барып етһә, ауыл кешеһе, күпте уйлап тормайынса, һалымды түләмәҫ өсөн үҙ өлөшөн бөтөнләй сит-яттарға һатып ебәрмәҫ тип кем гарантия бирә ала? Ошо һәм башҡа сәбәптәр ерһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы менән янай.
Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында күреп ҡайттым: кемдер үҙенең пай ерен тырышып эшкәртә, бер нисә хужалыҡ берләшкән осраҡтар ҙа байтаҡ. Ә ҡайһылыр урында инде урман үҫкән... Ағастарға кәмендә – 20 йыл. Тимәк, был ер юғалтылған, һәм ул тиҙҙән урман фондына инеп китәсәк.
Һанап кителгән һәм башҡа борсоулы, күңелһеҙ хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киләһе ултырышын ер мәсьәләһенә арнарға ҡарар иттек. Сараны дәүләт етәкселеге, Ауыл хужалығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары менән берлектә ойошторорға уйлайбыҙ. Республиканың барлыҡ район-ҡала хакимиәттәренән вәкилдәр, фермерҙар, ауыл хужалығы эшсәндәре саҡырыласаҡ. Һәр кемдең фекер-тәҡдимен тыңлап, һуңғы йылдарҙа Ер кодексына индерелгән үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп, киләсәктә хоҡуҡтарыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн ниндәй аҙымдар яһау мөһимлеген билдәләрбеҙ, тип уйлайым. Әлбиттә, был бер ултырышта ғына хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Уның буйынса аныҡ маҡсатҡа ярашлы өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәк.
Бөгөнгө ауылдар шулай уҡ ҡулайлаштырыу, глобалләшеү хәүефе аҫтында ҡалды. Ошондай мәлдә ихтыяр көсөн юғалтмайынса, милли асылыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡларға, башҡа милләттәр менән бер рәттән үҫешкә ынтылырға бурыслыбыҙ. Кире осраҡта киләсәк быуын беҙҙе ғәфү итмәҫ. Меңдәрсә йыл дауамында халҡыбыҙҙың рухи тотҡаһы булған динебеҙҙе лә оноторға ярамай. Исламдың йәш быуынды тәрбиәләүҙә, йәмғиәттә тыныслыҡ, татыулыҡ һаҡлауҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ата-бабабыҙ тотҡан ысын динебеҙҙән тайпылмау зарур.
– Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы Рәсәйҙең бөгөнгө шарттарында үҫеш юлын нисек күҙаллай?
– Мәғлүм булыуынса, республика биләмәһенең 40 проценттан ашыуын урман тәшкил итә. Ағастарҙың күбеһе ҡарт һәм тауҙарҙа үҫә. “Башҡорт урмандарын ҡырҡалар!” – тип күптәр лаф ора. Ә бит ағасты ваҡытында ҡырҡырға, эшкәртергә кәрәк. Юғиһә уның эсендә ҡыуыш барлыҡҡа килә, аҙаҡ серей, ҡолай, экологияны зарарлай, төрлө ауырыу тарата. Һөҙөмтәлә урманға ла, халыҡҡа ла бер ниндәй файҙа булмай. Ағасты ҡырҡҡандан һуң, әлбиттә, Урман кодексына ярашлы диләнкә мотлаҡ таҙартылырға, яңы үҫентеләр ултыртылырға тейеш.
Әле әйтелгән мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “үҙебеҙҙең ағасты үҙебеҙҙә эшкәртергә тейешбеҙ” тигән фекеренә таянып, төбәктә ике ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра башланыҡ. Уларға – Өфөләге фанера-плита комбинатын яңыртыуға һәм Белоретта ағас эшкәртеү комплексы төҙөүгә – дүрт миллиард һумға яҡын инвестиция һалынған. Был проекттар Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы тарафынан хуплау тапты. Башланғыс төбәктә өҫтәмә эш урындары булдырыу, республика ҡаҙнаһын тулыландырыу мөмкинлеген бирәсәк. Күптәргә таныштыр был: ят номерлы машиналарҙың беҙҙең йыуан-йыуан ҡарағайҙарҙы тейәп китеп барғанын күреү кәйефте ҡыра. Байлығыбыҙҙы үҙебеҙҙә эшкәртергә тейешбеҙ.
Ләкин проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, үлсәү контроле, юлды боҙа тип, беҙҙең ағас тейәгән машиналарға (улар 50 – 60 кубометр ағасҡа иҫәпләнгән) йыш штраф һала. Егерме кубометрға тиклем генә рөхсәт ителә. Һөҙөмтәлә ағасты “ГАЗель” менән ташырға тейешбеҙме ни? Был йәһәттән республика Хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Барыһы ла ыңғай хәл ителер тигән ышаныстабыҙ.
Беҙҙең холдинг Өфө урман хужалығы техникумы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шулай уҡ Мәскәү дәүләт урман университетының попечителлек советы ағзаһы булып торабыҙ. Был уҡыу йортонда республиканан 40-тан ашыу студент белем ала, уларҙы киләсәктә үҙебеҙгә эшкә алырға уйлайбыҙ. Араларында стипендиаттарыбыҙ ҙа бар.
– Ошоға бәйле һорау: “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул” тигән мәҡәлде нисек ҡабул итәһегеҙ, Хәләф Хәлфетдин улы?
– Әлбиттә, милләтебеҙҙе ситтә танытҡан кешеләр булырға тейеш. Шулай ҙа, минеңсә, тыуған ерендә халҡын алға әйҙәп йәшәгәндәрҙең файҙаһы күберәк. Башҡортостан тигән илебеҙ, башҡорт халҡы тигән исемебеҙ бар. Тарихыбыҙҙа ҡыҙартырлыҡ биттәр юҡ, бер кемдән дә кәм түгелбеҙ. Беҙ – донъяға башҡорт ҡурайын, балын, атын бүләк иткән халыҡ. Ҡабатланмаҫ йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ, йолаларыбыҙ бар. Күпмелер кимәлдә шиғри күңелле булһаҡ, икенсе яҡтан, яугир халыҡбыҙ. Ғөмүмән, ғорурланырлыҡ сифаттарыбыҙ бик күп, йәштәрҙе лә ошо рухта тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Илһөйәрлек тураһында һөйләгәндә, яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеүҙе урап үтеү мөмкин түгел. Яугир улы булараҡ, был көндө һәр саҡ тулҡынланып ҡаршы алам. Атайым Башҡортостанда төҙөлгән 95-се гвардия дивизияһы составында һуғышҡан. Араларынан иҫән ҡалғандары хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Беҙ, ошо дивизия яугирҙәренең улдары, бер-беребеҙҙе таптыҡ. Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан атайҙарыбыҙға, улар тупланған дивизияға арналған китап сығарырға йыйынабыҙ. Киләсәк быуын ата-бабабыҙҙың ниндәй яу-ғәрәсәт аша үткәнен белеп, бындай ҡан ҡойоштарҙың ҡабатланмаҫҡа тейешлегенә инанып үҫһен өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ.
Д. ТӘЛҒӘТОВА әңгәмәләште.