Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр Йырһыҙ йәшәү — йәшәү түгел, тигәндәй, был донъяла үтә баҫалҡы булып, күҙгә-башҡа салынмай ғүмер кисереү ҙә ярамайҙыр ул. Тормош, әлбиттә, байрам түгел, уның бәләкәй генә ҡыуаныстары артынса көйөнөстәре эйәреп йөрөй. Бошоноуҙарҙы күңелгә бигүк оялатмай, тарихыбыҙ, әсә-аталарыбыҙ менән ғорурланып, барлығыбыҙға шатланып йәшәргә кәрәк.
Уйлай китһәң, республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәге башҡорттарына яҙмыш баш ҡалаға яҡын ғына йәшәү форсатын биргән бит. Әйтәйек, Әбйәлилдең мин буй еткергән Ҡаҙмаш ауылынан Темәскә тиклем ара 30 – 40 саҡрымдан да артмаҫ. Ә XVII быуат аҙаҡтарында нигеҙләнгән Темәс, мәғлүмдер, Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы. Төрлө замандың ел-дауылына бик ҡымшанмай, ул, шөкөр, йәшәп ята. Был тарихи төйәктә үҫкән бер нисә шәхестең исем-шәрифен телгә алыу фарыздыр: социология фәндәре докторы Рәшит Ирназаров, сәхнә оҫтаһы Ғәшүрә Ирназарова, ҡурайсылар Әҙһәм Исҡужин менән Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, ҡаһарман яугир, мөғәллим Бәҙри Мәмбәтҡолов, композитор Рәүеф Мортазин, музыкант Редик Фәсхетдинов, педагог, ғалимә һәм дәүләт эшмәкәре Сәбилә Сөләймәнова. Ҡыҫҡа ғына теҙмәлә университеттағы һабаҡташым, замандашым Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙын һуңғы итеп ҡуйыуым, беренсенән, уның тыйнаҡлығын иҫтә тотоуҙан булһа, икенсенән, тиҫтәләрсә йыл белгән, хеҙмәтен күрә йөрөгән кешене яҡын күреүемдәндер.

Һабаҡташым тураһында һүҙҙе артабан ялғарҙан алда Темәс педагогия учили­щеһы тураһында ла һүҙ ҡатайым әле. Был уҡыу йорто 1936 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумы (уның башҡорт әҙә­биә­тен, мәҙәниәтен үҫтереүҙә, милли кадр­ҙар әҙерләүҙә тотҡан урыны киң бил­дәле) нигеҙендә ойошторолған. Белем усағы Бөйөк Ватан һуғышы алдынан то­тош Урал аръяғы өсөн мәғрифәт һәм мәҙәниәт үҙәге булып хеҙмәт иткән. Атайым Әҡсән Ҡәйүм улы һуғышҡа ҡәҙәр ошо уҡыу йортон ситтән тороп тамамлаған. Ғөмүмән, беҙҙең төбәк мәктәптәрендә баш­лыса Темәстә әҙерләнгән мөғәллим­дәр эшләй ине.
Сәбилә Сөләймәноваға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ғәйзулловна (мин уға, үҙ итеп, ғәҙәттә, шулай өндәшәм) тураһында төрлө быуын ҡәләмгирҙәре байтаҡ яҙған. Һабаҡ­ташымдың ғаиләһендә һаҡланған иҫке ҡағыҙҙарҙы иҫтәлектәр менән йәнә яңырта башлағас, үҙем өсөн уңайһыҙ хәлгә юлыҡ­тым. Баҡтиһәң, мәктәп йәшенән үк йәмәғәт эше тип өтәләнгән, ғүмер баҡый шул ян­дырайлығын ташламаған яҡташым, курс­ташым, замандашымдың тормошон белеүем бер сама ғына икән. Хәйер, һеҙ­ҙең дә атаҡлы педагог, ғалимә, партияның Өлкә комитетында ҙур уҡ вазифала эшлә­гән, Башҡортостандың мәғариф министры булған ханымдың шиғырҙар, сәсмә әҫәр­ҙәр яҙғанын белеүегеҙ шикле. Хеҙмәт баҫ­ҡысынан күтәрелгән саҡта кешенең күңеле ҡатҡыллана, тәбиғи миһырбанлығын тә­кәл­лефһеҙлек шәкерәһе тарта. Әммә, бәхеткә күрә, әлеге раҫлауҙарым Сәбилә Сөләймәноваға ҡағылмай булып сыҡты. Һабаҡташым менән күп йәһәттән оҡшаш яҙмышлы кешеләр икәнбеҙ. Сабыйлыҡ йылдарыбыҙ һуғыш утында көйгәнгә­лер­ме, ғүмер юлыбыҙҙы әйләнеп байҡар булһаҡ, һүҙҙе ҡулға тәүгә алған тәтәйгә ҡыуаныуҙан түгел, бәлки юғалған атайҙы һағыныуҙан, яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән әсәйебеҙҙе ҡыҙғаныуҙан башлайбыҙ. Һәм, хеҙмәттә ни дәрәжәләлер танылыуға, тормошта рәхәтлеккә өлгәшһәк тә, һағыш, юғалтыу, ҡотолғоһоҙ тәҡдир кеүек, ғүмер баҡый оҙатып йөрөй.
Әүәлерәк, тупаҫыраҡ яңғыраһа ла, иҫ китеп һоҡланыуҙы белдергән “Була ла һуң ир ҡыҙҙар!” тигән һүҙ йәшәй торғайны. Бында “ир” булдыҡлылыҡ, саялыҡ, үткер­лек мәғәнәһендә йөрөгәндер инде. Тарихи әҙәбиттә, риүәйәт-легендаларҙа яу сап­ҡан, ғәм алдында ил-йорт өсөн мөһим мәсьәләләр күтәргән ҡатын-ҡыҙ шәхесе күтәрелә килһә лә, башҡорт гүзәлдәренә тәбиғәт тарафынан һалынған сифаттар – баҫалҡылыҡ, оялсанлыҡ, бала менән ғаи­ләгә башкөллө бирелгәнлек. Ғәжәп, әммә Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙының булмышында мин ил анаһы сифаттарын да, ғаилә уса­ғындағы ҡуҙҙы һүндермәй һаҡлаған хәс­тәр­лекле әсәне лә күрәм.
Университет йылдары, әллә улар ауди­торияларҙа, әллә Өфө урамдарында үт­кән, төш һымаҡ ҡына булып ҡалды. Ҡайһы бер егет һәм ҡыҙҙарҙың уҡырға килгәнгә ҡәҙәрге яҙмышын иҫәпкә алмағанда, беҙ­ҙең башҡорт-рус бүлеге студенттарын шартлы рәүештә икегә айырырға мөмкин ине. Педагогия училищеһын йә берәй техникум тамамлап, мөғәллимлек итеп, әрме хеҙмәтен үтеп килгәндәр һәм беҙ — урта мәктәптән тура Өфөгә сапҡан ыбыр-сы­быр. Тәүге дәрестәрҙән үк һиҙҙек: тегеләр хәтәр белемле, олпат, тәжрибәле. Беҙ иһә ғилем юҡлыҡты өтәләнеү, студент булыу ҡыуанысы менән ҡапларға тырышабыҙ. Бер аҙҙан Сәбиләбеҙ тотош университет күләмендәге эштәргә сумып китте. Мин, “талиптар ғаиләһе”нә көс-хәл менән инеп киткән егет, ҡыйыу курсташыбыҙҙың уҡы­тыусыларыбыҙ менән тиң һөйләшеүенә, мәғлүмәтлелегенә көнләшеү ҡатнаш һоҡ­лана инем.
Университетты тамамланы ла, уҡыуы­ның һуңғы йылында ВЛКСМ Үҙәк Коми­те­ты­ның Почет грамотаһын алып, Сә­би­ләбеҙ Темәсенә ҡайтты ла китте. Ун­дағы урта мәктәптә бер йыл эшләгәс, Сибай педагогия училищеһына күскәне хаҡында ишеттек. Үҙем дә Әбйәлилдәге район гәзитендә ҡәләм осларға тырышып йөрөгәс, бер төбәктә тир түккәнбеҙ булып сыға. Хатта Өфөгә лә бер мәлдәрәк әй­ләнеп килдек. Сәбилә күптән инде “Ғәй­зулловна”, СССР Фәндәр акаде­мия­һындағы Милли мәктәптәр институтының Баш­ҡортостан филиалында эшләй башланы.
Ошолай теҙеп ултырғанда, Сөләймә­но­ваның тормош арбаһы ниндәйҙер ҡөҙ­рәт­ле көс менән үҙенән-үҙе тәгәрәп бар­ған, эшмәкәрлек ишектәре ул яҡынайыу менән үк асылған, вазифалар, исемдәр әҙерләп ҡуйылған һымаҡ тойолор. Ләкин мөғжизә әкиәттә йә кинола ғына булалыр, юғиһә гелән сәмле кәйефтә йөрөгән Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы тәрән уйланыу мәлдәрендә ошондай һүҙҙәрҙе ҡағыҙға төшөрмәҫ ине:
Мәңге ҡайтмаҫ ергә
Йәшлек китте,
Йөҙгә һырҙар ятты, аяҡ-ҡулдар ҡатты,
Тәнгә һис тә китмәҫ һыҙланыуҙар
ҡапты,
Ауырайтты, ярһыу дәрт тә ҡайтты.
Был донъяла кем хәсрәт-хәстәрһеҙ йәшәй? Моңһоҙ кеше. Сәбилә Сөләй­мә­нова иһә мин белгәне бирле ил һәм халыҡ ғәме менән яна. Уның ошо төп граждан­лыҡ сифатын мәктәп һәм педучилище­ларҙағы ҡәҙимге мөғәллимлек йылдары ла, ар­та­банғы дәрәжәле вазифалар ҙа үҙгәртә алма­ны. Тырышҡан кешене маҡтаулы исем­дәр ҙә урап үтмәй. Ғәйзулловна тәүҙә РСФСР Мәғариф министрлығының “Ха­лыҡ мәғарифы отличнигы” тигән бил­дә­һенә лайыҡ булды. “Башҡорт АССР-ы мәктәп­тәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исем алған арала тәүге моног­ра­фияһын өлгөрттө. Йәнә бер йылдан Мәс­кәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап ҡайтты. Һәр хәлдә, партия Өлкә комитетына фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдиренең урынбаҫары булып килгәндә, Сөләймәнова иптәш ут-һыу һәм шөһрәт аша юғалтыуҙарһыҙ үткән кеше ине инде.
Партия органында аҙ ғына ваҡыт эшләп алыу ҙа тәртипкә, талапсанлыҡҡа, һәр нәмәлә яуаплылыҡҡа өйрәтә торғайны. Бәлки шуғалыр ҙа, Өлкә комитеттан Баш­ҡортостандың мәғариф министры кабинетына күсеүе Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙын ауырһындырмағандыр тигән уйҙамын. Улай тиһәң, белем биреү тармағында донъяның ҡасан һил булғаны бар? Йәнә лә дәүләт хеҙмәтендә, фәндә, йәмәғәт эштәрендә юғары баҫҡыстарға күтәреләм тип ынтылһаң, шәхси тормошоңдо ни дәрәжәләлер ҡорбанға килтерергә тура килә. Быны һәр кем раҫлар. Сәбилә Ғәйҙулла ҡыҙы тоташмаҫ ошо ике һы­ҙыҡты ла беректерә алды.
Әсәй өсөн ике бала
Ике күҙ ҡараһылай.
Әсә кеше — таш күпер ул
Ике ул араһында,
— тип яҙған ул “Улдарыма” тигән йөрәк өҙгөс шиғырында. Моң өсөн генә яралған уландары Алмас менән Илдар, тормош иптәше, ярһыу ир-уҙаман Айрат — уларҙы был донъяла кемдәр һәм нимә алмаштыра алһын? Ғөмүмән, Сө­ләймәновалар — Ғафаровтар ғаилә­һендә халыҡ, тел, мә­ҙәниәт яҙмышына, булмы­шыбыҙға ғафил кешеләр юҡ. Сәйәсәт, мәғрифәт, дәүләт хеҙмәте, мәҙәниәт бергә береккән мөхиттә юғары маҡсат ҡына йәшәй.
...Әбйәлил районының шыр урманлыҡ­ҡа ҡараған көньяғында суҡылары менән болоттарҙы тарап торған Ҡаҙмаш таштары бар. Шул ҡаяларҙың һыртынан, ни мөғжизә менән ярыптыр, Һаҡмар сиртеп сыға. Сиртә лә, аҙым үткән һайын утыға барып, йылға ҡорона тулып, көньяҡҡа табан йүнәлә. Яйыҡҡа юл алыуы. Һаҡмар­ҙың уң яры яғында — Урал һырты,ҡуңыр буға эҙҙәре. Һул ҡулда — дала иркенлеге, күлдәр зәңгәрлеге. Атайсалым Ҡаҙмаш булғас, Һаҡмар ҙа шул атамалағы ҡаялар ҡуйынынан сыҡҡас, йылғаны, йыр-моң тейәп, Темәскә, һабаҡташым Сәбилә Сөләймәноваға һәм уның ата йортона, үҙем оҙатҡан һымаҡ хис итәм.
Һаҡмар ғына һыуы, ай, тар микән,
Һыу аҫылҡайҙары яр микән?
Уҙып ҡына барған, ай, ғүмергә
Уҙҙырмаҫҡа хәйлә бар микән?
Ғүмерҙе хәйләләшеп тотҡарлау әмәл­дәре юҡтыр. Хеҙмәтебеҙ, намыҫыбыҙ, исемебеҙ замандаштарыбыҙ күңелендә ҡалһа, беҙгә шул да еткән.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә