Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған ерҙең тартыу көсө
Тыуған ерҙең тартыу көсө Күрше саҡта аралашыуыбыҙ “һаумы-иҫәнме”нән артмағайны оло йәштәге был апай менән. Күсеп киткәс иһә, урамда осрашҡан һайын күптәнге дуҫтар кеүек ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Быға тиклем йомоҡ-йомаҡ кеүек күренгән апай, киреһенсә, бик ихлас, һүҙсән булып сыҡты, осрашҡан һайын үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.


Етмеште күптән артмаҡлаһа ла, бик йәш күренә ул. Һәр ваҡыт за­уыҡлы кейенеүе менән урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер аҙ айырыла ла кеүек. Баҡһаң, уның беҙҙең ҡалала йәшәүенә тиҫтә йыл да юҡ икән.
Бик йәшләй айырылған ул тыуған төйәгенән. Илле йылға яҡын сит тарафта көн күргән, икенсе милләт кешеһенә тормошҡа сыҡҡан. Әсәһе, яҡындары иҫән булғанда ике-өс йылға бер ҡайтып, тәпәй баҫҡан ғәзиз еренең һауаһын һулап китер булған. Тыуған йортоноң нигеҙе се­реп, урынына һеңә барғас, тәүҙә әсәһе, һуңынан ике апаһы ер ҡу­йы­нына инеп ятҡас, төбәп кенә ҡайтыр кешеһе булмағас, кендек ҡаны там­ған изге ере менән бәйләгән ептәр ҙә өҙөлгән.
– Күңел яраларымды хеҙмәт ме­нән баҫтым. Көн тимәнем, төн ти­мәнем, ҡайҙа ҡушһалар, шунда баш баҫып эшләнем. Тырышлығымды күрмәй ҡалманылар, әлбиттә, үҙем эшләгән ҙур предприятиела лайыҡ­лы абруй, хөрмәт яуланым. Өлгө итеп ҡуйҙылар, фотоһүрәтем Почет таҡтаһынан төшмәне. Надеж­да Александровна тип өҙөлөп тор­ҙолар. Әсәйем ҡушҡан исем менән бер кем дә атаманы мине ситтә. Шулай ярты быуатҡа яҡын сит исем менән үҙ асылыма, булмышыма, милләтемә, әсәйемдең яратып, иркә­ләп ҡушҡан исеменә хыянат итеп йәшәгәнмен, — ти әңгәмәсем, ауыр кисерештәре менән уртаҡ­лашып.
Төҫ-ҡиәфәттәре әсәләренә оҡ­шап, ҡара ҡашлы, ҡуңыр күҙле бу­лып тыуһалар ҙа, сит мөхиттә үҫкән ике улы ла аталары милләтенең лайыҡлы вәкилдәре булып буй ет­кер­гән. Хат-хәбәр, открытка ебәр­гән­дә лә әсәһенең исемен үрҙә атал­ғанса яҙыуҙарына асыуы килһә лә, үҙ балаларына ҡарата ни ҡылһын?
– Дуҫынан айырылған — ете, ә иленән айырылған илле йыл илар, тиер ине әсәйем. Ысынлап та, ни тиклем ғүмер кисерһәм дә, ауылым­ды, тубыҡланып йөрөп еләк йый­ған яландарымды, ҡылғанлы тау түбә­ләс­тәрен, аҡ сабаҡтай сумып, һыу ингән йәмле Нөгөшөмдө иҫләмәгән көнөм булманы. Тормош иптәшем кешелекле, йомшаҡ күңелле ине, әммә ул минең тыуған яғыма булған һағыныу хистәремде, ер-һыуға тартылыуымды ғүмеренең ахырынаса аңлай алманы. “Ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер түгелме ни? Иң мөһиме — үҙең, ғаиләң, балаларың имен, етеш тормош көтәһең, нимә теләйһең — барыһы ла бар. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?” — тиер ине. Мин уның менән бәхәсләшмәйем, әлбиттә. Яҡындарыңдың, балаларыңдың иҫән-һау, уңышлы булыуы, мул тормош — бөтөнөһө лә бик мөһим. Тик тыуған төйәгемә булған көслө һа­ғыш тойғоһо мине барыбер тулы­һынса бәхетле итә алманы. Был хис ниндәйҙер дауалап булмаған сир һымаҡ күңелемде биләне. Береһе артынан икенсеһе тартылған тиҫбе төймәләре кеүек, көн артынан көн, айҙар, йылдар үтте. Олоғайған һайын һағыныу тойғоһо нығыраҡ көсәйҙе. “Һиңә ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер бит, әйҙә Башҡортостанға”, — тип тә ҡараным иремә. “Бөтә аң­лы ғүмеребеҙ ошонда үтте, ҡар­тайғас унда кемгә кәрәкбеҙ”, — тип ҡырт киҫте ул. Шулай ҙа: “Мин үлгәс, ҡайтырға уйлаһаң, ризамын”, — тип фатиха бирҙе, — тип дауам итте элекке күршем.
Шулай итеп, ирен ерләгәс тә оҙаҡ тормай тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнергә насип була апайға.
– Ғүмер буйы йонсотҡан йөрәк өйәнәге лә ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды, баш ауырыуы ла бөттө. Ә иң мөһиме — һаташып баҫлығыуҙарым юғалды, мин хәҙер төшөмдә түгел, ә өнөмдә Нөгөш ярында йөрөйөм, уның саф һыуы менән йыуынам, һауаһын һулайым. Туғандарым иҫән булмаһа ла, уларҙың йылыһын, наҙын тоям, — ти ул. — Беҙҙең халыҡ тәбиғәткә ныҡ бәйле бит. Ана шуны белеп тә асылыңа хыянат итәһең икән, барыбер күңелеңә тыныслыҡ таба ал­мая­саҡһың. Үҙеңдең тәбиғәт ба­ла­һы икәнлегеңде белмәһәң, тоймаһаң, бәлки, был икенсерәктер. Мин иһә бәләкәйҙән үҙемдең тыуған ерем, һыуым, һауам менән бер бөтөн икәнлегемде аңлап үҫкәйнем. Шуға ла был кисерештәр миндә көслө булғандыр.
— Бик оҙаҡ йылдар ситтә йәшә­гәс, бында үҙегеҙҙе яңғыҙ тоймай­һығыҙмы? — тигән һорауға ла яуап бирҙе:
– Эйе, бында мине белеүселәр ҙә, мин танығандар ҙа аҙ. Иңгә-иң терәшеп эшләгән хеҙмәттәштәр ҙә, ғаилә дуҫтары ла, улдарым да ситтә ҡалды. Әммә аҙан әйтеп ҡушҡан исемемде көн дә ишеткән ерҙә мин үҙемде бер нисек тә яңғыҙ тоймайым...




Автор: Лена АБДРАХМАНОВА. Район: Мәләүез ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә