Күрше саҡта аралашыуыбыҙ “һаумы-иҫәнме”нән артмағайны оло йәштәге был апай менән. Күсеп киткәс иһә, урамда осрашҡан һайын күптәнге дуҫтар кеүек ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Быға тиклем йомоҡ-йомаҡ кеүек күренгән апай, киреһенсә, бик ихлас, һүҙсән булып сыҡты, осрашҡан һайын үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Етмеште күптән артмаҡлаһа ла, бик йәш күренә ул. Һәр ваҡыт зауыҡлы кейенеүе менән урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер аҙ айырыла ла кеүек. Баҡһаң, уның беҙҙең ҡалала йәшәүенә тиҫтә йыл да юҡ икән.
Бик йәшләй айырылған ул тыуған төйәгенән. Илле йылға яҡын сит тарафта көн күргән, икенсе милләт кешеһенә тормошҡа сыҡҡан. Әсәһе, яҡындары иҫән булғанда ике-өс йылға бер ҡайтып, тәпәй баҫҡан ғәзиз еренең һауаһын һулап китер булған. Тыуған йортоноң нигеҙе сереп, урынына һеңә барғас, тәүҙә әсәһе, һуңынан ике апаһы ер ҡуйынына инеп ятҡас, төбәп кенә ҡайтыр кешеһе булмағас, кендек ҡаны тамған изге ере менән бәйләгән ептәр ҙә өҙөлгән.
– Күңел яраларымды хеҙмәт менән баҫтым. Көн тимәнем, төн тимәнем, ҡайҙа ҡушһалар, шунда баш баҫып эшләнем. Тырышлығымды күрмәй ҡалманылар, әлбиттә, үҙем эшләгән ҙур предприятиела лайыҡлы абруй, хөрмәт яуланым. Өлгө итеп ҡуйҙылар, фотоһүрәтем Почет таҡтаһынан төшмәне. Надежда Александровна тип өҙөлөп торҙолар. Әсәйем ҡушҡан исем менән бер кем дә атаманы мине ситтә. Шулай ярты быуатҡа яҡын сит исем менән үҙ асылыма, булмышыма, милләтемә, әсәйемдең яратып, иркәләп ҡушҡан исеменә хыянат итеп йәшәгәнмен, — ти әңгәмәсем, ауыр кисерештәре менән уртаҡлашып.
Төҫ-ҡиәфәттәре әсәләренә оҡшап, ҡара ҡашлы, ҡуңыр күҙле булып тыуһалар ҙа, сит мөхиттә үҫкән ике улы ла аталары милләтенең лайыҡлы вәкилдәре булып буй еткергән. Хат-хәбәр, открытка ебәргәндә лә әсәһенең исемен үрҙә аталғанса яҙыуҙарына асыуы килһә лә, үҙ балаларына ҡарата ни ҡылһын?
– Дуҫынан айырылған — ете, ә иленән айырылған илле йыл илар, тиер ине әсәйем. Ысынлап та, ни тиклем ғүмер кисерһәм дә, ауылымды, тубыҡланып йөрөп еләк йыйған яландарымды, ҡылғанлы тау түбәләстәрен, аҡ сабаҡтай сумып, һыу ингән йәмле Нөгөшөмдө иҫләмәгән көнөм булманы. Тормош иптәшем кешелекле, йомшаҡ күңелле ине, әммә ул минең тыуған яғыма булған һағыныу хистәремде, ер-һыуға тартылыуымды ғүмеренең ахырынаса аңлай алманы. “Ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер түгелме ни? Иң мөһиме — үҙең, ғаиләң, балаларың имен, етеш тормош көтәһең, нимә теләйһең — барыһы ла бар. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?” — тиер ине. Мин уның менән бәхәсләшмәйем, әлбиттә. Яҡындарыңдың, балаларыңдың иҫән-һау, уңышлы булыуы, мул тормош — бөтөнөһө лә бик мөһим. Тик тыуған төйәгемә булған көслө һағыш тойғоһо мине барыбер тулыһынса бәхетле итә алманы. Был хис ниндәйҙер дауалап булмаған сир һымаҡ күңелемде биләне. Береһе артынан икенсеһе тартылған тиҫбе төймәләре кеүек, көн артынан көн, айҙар, йылдар үтте. Олоғайған һайын һағыныу тойғоһо нығыраҡ көсәйҙе. “Һиңә ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер бит, әйҙә Башҡортостанға”, — тип тә ҡараным иремә. “Бөтә аңлы ғүмеребеҙ ошонда үтте, ҡартайғас унда кемгә кәрәкбеҙ”, — тип ҡырт киҫте ул. Шулай ҙа: “Мин үлгәс, ҡайтырға уйлаһаң, ризамын”, — тип фатиха бирҙе, — тип дауам итте элекке күршем.
Шулай итеп, ирен ерләгәс тә оҙаҡ тормай тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнергә насип була апайға.
– Ғүмер буйы йонсотҡан йөрәк өйәнәге лә ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды, баш ауырыуы ла бөттө. Ә иң мөһиме — һаташып баҫлығыуҙарым юғалды, мин хәҙер төшөмдә түгел, ә өнөмдә Нөгөш ярында йөрөйөм, уның саф һыуы менән йыуынам, һауаһын һулайым. Туғандарым иҫән булмаһа ла, уларҙың йылыһын, наҙын тоям, — ти ул. — Беҙҙең халыҡ тәбиғәткә ныҡ бәйле бит. Ана шуны белеп тә асылыңа хыянат итәһең икән, барыбер күңелеңә тыныслыҡ таба алмаясаҡһың. Үҙеңдең тәбиғәт балаһы икәнлегеңде белмәһәң, тоймаһаң, бәлки, был икенсерәктер. Мин иһә бәләкәйҙән үҙемдең тыуған ерем, һыуым, һауам менән бер бөтөн икәнлегемде аңлап үҫкәйнем. Шуға ла был кисерештәр миндә көслө булғандыр.
— Бик оҙаҡ йылдар ситтә йәшәгәс, бында үҙегеҙҙе яңғыҙ тоймайһығыҙмы? — тигән һорауға ла яуап бирҙе:
– Эйе, бында мине белеүселәр ҙә, мин танығандар ҙа аҙ. Иңгә-иң терәшеп эшләгән хеҙмәттәштәр ҙә, ғаилә дуҫтары ла, улдарым да ситтә ҡалды. Әммә аҙан әйтеп ҡушҡан исемемде көн дә ишеткән ерҙә мин үҙемде бер нисек тә яңғыҙ тоймайым...