Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайымдың төҫө – күңелдә
Ҡыш уртаһы. Бөтә донъя сихри аҡлыҡҡа төрөнгән, һәр ерҙән сафлыҡ бөркөлә. Тик күтәренке күңелде һағыш биләй. Тап ошондай мәлдә беҙҙең аранан киткәйнең, атай...


Бөгөнгө ошондай сатлама һыуыҡта һинең туралағы уйҙар мине эҫе йәйгә алып китте. Ауыр мәлем ине. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, апаруҡ тәжрибә туплаған ҡатын-ҡыҙ йәшенә етеп барам, дүрт бала әсәһемен. Тегендә һуғылам, бында бәреләм. Ҡапыл башыма “тыуған ауылы­ма ҡайтып киләйем” тигән уй төштө. Төшкө ав­тобусҡа ултырҙым да киттем. Әсәй ҡайҙалыр сыҡҡан, һин өйҙә. “Һөйләргәме, юҡмы? Кемеһенә һөйләргә? Саҡ түҙеп ултырам, илағы ла килә. Шулай ҙә атай менән әсәйҙе хафаға һалғы килмәй. Сәй эсәбеҙ. Һүҙ араһында: “Илдүсә лә килгән, еләккә йыйынаһығыҙмы әллә? Үҙем алып барам, мул урынын күреп ҡайттым”, – тиһең. Шунда уҡ йыйына башланым. Әсәй менән арбаға йәнәш ултырҙығыҙ, ә мин арҡамды бәләкәй саҡ­тағыса һинең арҡаға терәнем дә урманға юл­лан­дыҡ. Шундай рәхәт! Гүйә, бала саҡҡа, йәшлеккә ҡайтып барам. Әсәй, атай, ҡусты-һеңлеләр менән еләк, сейә, муйылды күп йыйҙыҡ.
Мине хәтирәләр солғап ала. Өгөт-нәсихәт менән түгел, ә үҙенсәлекле алымдар аша (улар­ҙың шулай икәнен белдеңме икән?!) тәр­биәләргә тырышҡанһың, атай! Эшең ни тиклем тығыҙ булһа ла, беҙҙең өсөн ваҡыт тапҡанһың.
Оҙаҡ йылдар колхозда тракторсы булып эш­ләнең. Ҡулыңда һәр ваҡыт фотоаппарат йөрөтөр инең. Ауыл хәбәрсеһе булғас, район гәзитенә мәҡәлә яҙмаған, фотоға төшөрмәгән көнөңдө хәтерләмәйем. Арып ҡайтһаң да, фото эшләмә­йен­сә йоҡламаның. Беҙ һине шым ғына күҙә­тәбеҙ. Күпме генә ҡараһаҡ та ялҡмайбыҙ. Насар төшөрөлгәндәренән дә бер нәмә килтереп сығараһың. Мәктәптә берәй сара уҙһа, фотоаппаратты беҙгә биреп ебәрә торғайның. Ниндәй иҫтәлекле мәлдәрҙе һаҡлай ул фотолар, бының өсөн рәхмәт, атай!
Почта килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ ҙа кемуҙарҙан гәзит уҡыйбыҙ. Һәр һанда һинең мәҡәләң, йыш ҡына икешәр ҙә баҫыла. Мәктәпкә бармаҫ элек хәреф таный башланыҡ. Бөгөн дә тормошобоҙҙо ваҡытлы матбуғаттан башҡа күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Атай, һин беҙҙе мәҡәлә яҙырға өйрәттең, үҙең яҙғанды тикшертә инең. Улар балалар баҫмаһында донъя күрһә, беҙҙең өсөн шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ инде.
Институтҡа уҡырға индем. Ҡайһы ваҡыт шул тиклем һағындыра, ҡайтҡы килә. Һеҙҙән хат килеп төшә, ә унда фотолар: быныһы — өй, Һаҡмар йылға­һы, бесәнлек, күршеләр, ҡус­ты­лар, һеңлеләр һәм минең берәй класташым йә дуҫым. Ауылға ҡайтҡандай булам. Һағыныу хисе бер аҙ һүрелә төшә. Ҡулыма китабымды алам да уҡыу залына ашығам.
Үҙең өс класс ҡына белемле инең. Һуғыш осоро балаларының яҙмышы китаптар, кинофильмдар аша бөтәбеҙгә яҡшы таныш. Уҡыу эләкмәгән, эшкә иртә егелгән быуын инде. Шуға күрә һинең хыялың беҙҙе уҡытыу ине, туғыҙ балағыҙҙы ла кеше итеү өсөн аҙ тырышманығыҙ әсәй менән. Кино ҡарарға яраттың. “Фәлән фильмдың геройы урынында һине күрҙем, ҡыҙым, ваҡыт табып, шуны ҡара әле”, — ти торғайның.
Уҡыу йылдарында ата-әсәләр йыйылыштарына үҙең йөрөнөң, белемебеҙ менән ныҡ ҡы­ҙыҡ­һын­дың. Ҡустым менән беҙ уҡыған йылдарҙа Стәр­летамаҡҡа хәл белешергә лә килдең. Ҡайҙа ғы­на барһаң да, бүләкһеҙ ҡайтманың. Малайҙа­рыңды өйләндереп, ҡыҙҙарыңды кейәүгә биргәс, барыһына ла өй һалырға ярҙам иттең. Бер юлы үҙең белгәнде беҙгә өйрәтеп ҡалырға тырыштың. Кәңәштәреңде тотоп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәгәнгә тормош еңелерәк тойола бөгөн. Үҙең бер ваҡытта ла эшһеҙ торманың. Иртә ятып, таңдан аяҡ өҫтөндә булдың. Эшкә киткәнсе бер һыуһын бесән сабып килеп өлгөрә инең.
Бер ваҡыт аяғың һынып, гипста оҙаҡ ятырға тура килде һиңә. Шул йылда иң бәләкәстәр – игеҙәктәр Илдар менән Илгиҙәр — тыуғайны. Гипс­та килеш ике сәңгелдәк араһында ятып, әсәйгә уларҙы ҡараштың. Яҙышып та, уҡып та яттың, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләнең.
Ҡыҙыҡ холоҡло инең, атай. Ир-егет дуҫтарың ғына түгел, әхирәттәрең дә булды. Шуға күрше Шәүрә еңгәй, Сәбилә, Лена апайҙар беҙгә лә яҡын.
Йомшаҡ яҡтарың да бар ине, һин дә кеше бит. Беҙ, инде өлкәнәйгәс, һинең менән бәхәсләшеп тә китке­ләнек. “Яҡшы менән яманды айырырға тырышыуығыҙ һәй­бәт. Минең ҡайһы яғым оҡшаһа, шуны ҡабул итегеҙ, оҡшамағанын үҙләш­термәгеҙ”, – тиер инең.
Үткер телле, дөрөҫлөктө кешеләрҙең күҙенә ҡарап әйтә торғандарҙан инең, шуға йыш ҡына етәк­селәргә яраманың. Үҙеңдең быға иҫең кит­мә­не. Гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрең өсөн йыш ҡына парткомға саҡырттылар, шелтә­ләне­ләр, фотоаппаратыңды тартып алдылар, янанылар. Ә бөгөнгө тормош дөрөҫлөк һинең яҡта икәнен иҫ­бат­лай, атай. Тик үҙең генә уны күрә алманың. Ҡаты йөрәк сире иртә алып китте арабыҙҙан.
Аллаға шөкөр, балаларың тормошта лайыҡлы урынын тапты. Һәр кемдең үҙ донъяһы, эше бар, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерәбеҙ. Тормоштан йәм табып йәшәргә тырышабыҙ.
...Ә еләктең күплеге! Улар үҙенән-үҙе биҙрәгә тула төҫлө. Күптән тынысландым, бөтә ҡайғылар онотолдо. Ҡайтырға ҡабалана ла башланым. Шул саҡтағы һинең арҡа йылыңды һаман тоям әле, атай...




Автор: Илдүсә ӘМИНЕВА. Район: Баймаҡ районы, Билал ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә