Атайымдың төҫө – күңелдә03.02.2015
Ҡыш уртаһы. Бөтә донъя сихри аҡлыҡҡа төрөнгән, һәр ерҙән сафлыҡ бөркөлә. Тик күтәренке күңелде һағыш биләй. Тап ошондай мәлдә беҙҙең аранан киткәйнең, атай...
Бөгөнгө ошондай сатлама һыуыҡта һинең туралағы уйҙар мине эҫе йәйгә алып китте. Ауыр мәлем ине. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, апаруҡ тәжрибә туплаған ҡатын-ҡыҙ йәшенә етеп барам, дүрт бала әсәһемен. Тегендә һуғылам, бында бәреләм. Ҡапыл башыма “тыуған ауылыма ҡайтып киләйем” тигән уй төштө. Төшкө автобусҡа ултырҙым да киттем. Әсәй ҡайҙалыр сыҡҡан, һин өйҙә. “Һөйләргәме, юҡмы? Кемеһенә һөйләргә? Саҡ түҙеп ултырам, илағы ла килә. Шулай ҙә атай менән әсәйҙе хафаға һалғы килмәй. Сәй эсәбеҙ. Һүҙ араһында: “Илдүсә лә килгән, еләккә йыйынаһығыҙмы әллә? Үҙем алып барам, мул урынын күреп ҡайттым”, – тиһең. Шунда уҡ йыйына башланым. Әсәй менән арбаға йәнәш ултырҙығыҙ, ә мин арҡамды бәләкәй саҡтағыса һинең арҡаға терәнем дә урманға юлландыҡ. Шундай рәхәт! Гүйә, бала саҡҡа, йәшлеккә ҡайтып барам. Әсәй, атай, ҡусты-һеңлеләр менән еләк, сейә, муйылды күп йыйҙыҡ.
Мине хәтирәләр солғап ала. Өгөт-нәсихәт менән түгел, ә үҙенсәлекле алымдар аша (уларҙың шулай икәнен белдеңме икән?!) тәрбиәләргә тырышҡанһың, атай! Эшең ни тиклем тығыҙ булһа ла, беҙҙең өсөн ваҡыт тапҡанһың.
Оҙаҡ йылдар колхозда тракторсы булып эшләнең. Ҡулыңда һәр ваҡыт фотоаппарат йөрөтөр инең. Ауыл хәбәрсеһе булғас, район гәзитенә мәҡәлә яҙмаған, фотоға төшөрмәгән көнөңдө хәтерләмәйем. Арып ҡайтһаң да, фото эшләмәйенсә йоҡламаның. Беҙ һине шым ғына күҙәтәбеҙ. Күпме генә ҡараһаҡ та ялҡмайбыҙ. Насар төшөрөлгәндәренән дә бер нәмә килтереп сығараһың. Мәктәптә берәй сара уҙһа, фотоаппаратты беҙгә биреп ебәрә торғайның. Ниндәй иҫтәлекле мәлдәрҙе һаҡлай ул фотолар, бының өсөн рәхмәт, атай!
Почта килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ ҙа кемуҙарҙан гәзит уҡыйбыҙ. Һәр һанда һинең мәҡәләң, йыш ҡына икешәр ҙә баҫыла. Мәктәпкә бармаҫ элек хәреф таный башланыҡ. Бөгөн дә тормошобоҙҙо ваҡытлы матбуғаттан башҡа күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Атай, һин беҙҙе мәҡәлә яҙырға өйрәттең, үҙең яҙғанды тикшертә инең. Улар балалар баҫмаһында донъя күрһә, беҙҙең өсөн шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ инде.
Институтҡа уҡырға индем. Ҡайһы ваҡыт шул тиклем һағындыра, ҡайтҡы килә. Һеҙҙән хат килеп төшә, ә унда фотолар: быныһы — өй, Һаҡмар йылғаһы, бесәнлек, күршеләр, ҡустылар, һеңлеләр һәм минең берәй класташым йә дуҫым. Ауылға ҡайтҡандай булам. Һағыныу хисе бер аҙ һүрелә төшә. Ҡулыма китабымды алам да уҡыу залына ашығам.
Үҙең өс класс ҡына белемле инең. Һуғыш осоро балаларының яҙмышы китаптар, кинофильмдар аша бөтәбеҙгә яҡшы таныш. Уҡыу эләкмәгән, эшкә иртә егелгән быуын инде. Шуға күрә һинең хыялың беҙҙе уҡытыу ине, туғыҙ балағыҙҙы ла кеше итеү өсөн аҙ тырышманығыҙ әсәй менән. Кино ҡарарға яраттың. “Фәлән фильмдың геройы урынында һине күрҙем, ҡыҙым, ваҡыт табып, шуны ҡара әле”, — ти торғайның.
Уҡыу йылдарында ата-әсәләр йыйылыштарына үҙең йөрөнөң, белемебеҙ менән ныҡ ҡыҙыҡһындың. Ҡустым менән беҙ уҡыған йылдарҙа Стәрлетамаҡҡа хәл белешергә лә килдең. Ҡайҙа ғына барһаң да, бүләкһеҙ ҡайтманың. Малайҙарыңды өйләндереп, ҡыҙҙарыңды кейәүгә биргәс, барыһына ла өй һалырға ярҙам иттең. Бер юлы үҙең белгәнде беҙгә өйрәтеп ҡалырға тырыштың. Кәңәштәреңде тотоп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәгәнгә тормош еңелерәк тойола бөгөн. Үҙең бер ваҡытта ла эшһеҙ торманың. Иртә ятып, таңдан аяҡ өҫтөндә булдың. Эшкә киткәнсе бер һыуһын бесән сабып килеп өлгөрә инең.
Бер ваҡыт аяғың һынып, гипста оҙаҡ ятырға тура килде һиңә. Шул йылда иң бәләкәстәр – игеҙәктәр Илдар менән Илгиҙәр — тыуғайны. Гипста килеш ике сәңгелдәк араһында ятып, әсәйгә уларҙы ҡараштың. Яҙышып та, уҡып та яттың, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләнең.
Ҡыҙыҡ холоҡло инең, атай. Ир-егет дуҫтарың ғына түгел, әхирәттәрең дә булды. Шуға күрше Шәүрә еңгәй, Сәбилә, Лена апайҙар беҙгә лә яҡын.
Йомшаҡ яҡтарың да бар ине, һин дә кеше бит. Беҙ, инде өлкәнәйгәс, һинең менән бәхәсләшеп тә киткеләнек. “Яҡшы менән яманды айырырға тырышыуығыҙ һәйбәт. Минең ҡайһы яғым оҡшаһа, шуны ҡабул итегеҙ, оҡшамағанын үҙләштермәгеҙ”, – тиер инең.
Үткер телле, дөрөҫлөктө кешеләрҙең күҙенә ҡарап әйтә торғандарҙан инең, шуға йыш ҡына етәкселәргә яраманың. Үҙеңдең быға иҫең китмәне. Гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрең өсөн йыш ҡына парткомға саҡырттылар, шелтәләнеләр, фотоаппаратыңды тартып алдылар, янанылар. Ә бөгөнгө тормош дөрөҫлөк һинең яҡта икәнен иҫбатлай, атай. Тик үҙең генә уны күрә алманың. Ҡаты йөрәк сире иртә алып китте арабыҙҙан.
Аллаға шөкөр, балаларың тормошта лайыҡлы урынын тапты. Һәр кемдең үҙ донъяһы, эше бар, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерәбеҙ. Тормоштан йәм табып йәшәргә тырышабыҙ.
...Ә еләктең күплеге! Улар үҙенән-үҙе биҙрәгә тула төҫлө. Күптән тынысландым, бөтә ҡайғылар онотолдо. Ҡайтырға ҡабалана ла башланым. Шул саҡтағы һинең арҡа йылыңды һаман тоям әле, атай...