Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы йүнәлешкә ҡеүәт өҫтәп
Яңы йүнәлешкә  ҡеүәт өҫтәп Хәҙерге башҡорт тел ғилеме өлкәһендә филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситованың исеме киң билдәле. Уны милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙы, төплө ғалимә, абруйлы етәксе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе тип таныйбыҙ.

Ысынлап та, Луиза Хәмзә ҡыҙы етәкселек иткән факультет, уның заман менән бергә атлаған студенттары, яңыса фекерләгән профессорҙары һәм уҡы­тыу­сылары милли мәғарифта үҙен танытып, ҙур абруй яуланы. Коллектив әлеге еңел булмаған шарттарҙа туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән арымай-талмай эшләй, Ҡаҙағстан, Таулы Алтай, Төркиә, Ҡытай университеттары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған. Күрәһең, әле әйткәндәрҙе иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите былтыр тап уларҙы “Йыл факультеты” тип билдәләгәндер.
Күптән түгел беҙгә Ҡазан федераль универси­тетының Филология институтында ойошторолған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу, унда сығыш яһау бәхете тейҙе. Арабыҙҙа М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты Вячеслав Чернев та бар ине. Конференцияла ул ҡаҙаҡ, төрөк, алтай халыҡ­тарының һәр береһе менән уларҙың телендә аралаш­ты. Шулай уҡ хәҙерге башҡорт теле мәсьә­лә­ләренә арналған ғилми докладын инглизса һөйләп, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән йыйылған ғалимдарҙы шаҡ ҡатырҙы. Бына ниндәй студенттар белем ала Луиза Сәмситова етәкселек иткән факультетта!
Танылған ғалимә, ваҡы­ты ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, ғилми ижад ме­нән шөғөлләнергә лә өл­гө­рә. Хеҙмәте өр-яңы өлкә­гә – лингвокультурологияға – нигеҙләнгән. Тотош донъя­ла тел күренештәре ха­лыҡтың, айырым шәхестең мәҙәниәтенә бәйле өйрә­нелә. Татарстанда, мәҫә­лән, был эште профессор, Ҡазан федераль универси­тетының Филология институты директоры Рәдиф Йә­мәлетдинов әүҙем тор­мошҡа ашыра. Уның етәк­селегендә концептология һәм когнитив лингвис­тика буйынса тиҫтәнән ашыу кан­дидатлыҡ дис­сертацияһы яҡланған. Башҡортос­тан­да лингвокультурологияла профессорҙар М.В. Зәй­нуллин, Л.Ғ. Сә­йәхова, Л.М. Зәйнуллина, З.М. Ду­дарева, Р.Х. Хәйруллина, З.М. Рәимғужина, Г.Х. Бохарованың хеҙмәттәре танылыу тапты. Луиза Сәмситова был йүнәлештең мәҙәни концепт темаһы буйынса шө­ғөл­ләнә. Тырыш, ныҡыш­мал ғалимә өлкәне фәнни яҡтан тикшереүҙә ғәйәт ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ул башҡорт теленең мәҙәни концепттары һүҙлеген төҙөнө, аспиранттары менән берлектә “Фольклор концептосфе­раһы” тигән китап нәшер итте.
Күптән түгел Луиза Сәмситованың яңы моногра­фияһы донъя күрҙе. “Башҡорт тел картинаһында мәҙәни концепттар” тип аталған хеҙмәт 22 табаҡтан ашыу. Ул БДПУ-ның редакция-нәшер үҙәгендә ташҡа баҫылды. Монографияның ғилми мөхәррире – Баш­ҡортостан Фәндәр академияһы академигы, профессор М.В. Зәйнуллин, рецензенттары – профессор Л.Ғ.Сәйәхова менән доцент Ф.Б. Санъяров. Ғилми хеҙмәт өс ҙур бүлектән тора. Тәүгеһе “Донъяның тел картинаһы: интерпретациялау һәм өйрәнеү аспект­тары” тип атала. Тәүҙә үк шуны әйтеп үтәйек: хәҙерге ғилем өлкәһендә “тел – тел өсөн” парадигмаһы урынына “телдә кеше факторы” кеүек ҡараштар йыйыл­маһы барлыҡҡа килде. Тимәк, хәҙерге ғалимдар грамматика мәсьәләләре менән генә шөғөлләнмәй, ә тәү сиратта телдең, телмәрҙең этностың мәҙәни үҫешендә ниндәй өлөшө барлығын асыҡларға ынтыла. Бындай парадигма, йәғни ғилми ҡараштар йыйылмаһы, антропоцентризм тип нарыҡлана. Шул нигеҙҙә тел ғилемендә лингвокультурология, психолингвистика, когнитив лингвистика, социолингвистика һәм башҡа өр-яңы ғилми йүнәлештәр үҫеп сыҡты һәм әүҙем эшләй башланы.
Һуңғы осорҙа башҡорт тел ғилемендә лингвокультурология айырыуса киң өйрәнелә. Был йүнәлеш милли телдең донъяуи картинаһы мәсьәләһен тикше­рә. Һәр халыҡ үҙен уратып алған мөхитте, ысын­бар­лыҡты үҙ күҙлегенән сығып таный. Шуға күрә башҡорт теленең картинаһы инглиз, немец, ҡытай һәм баш­ҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырыла. Уны “менталлек күренеше” тип тә атайҙар. Донъя картиналары этнос­тың милли үҙенсәлекле ваҡыт һәм арауыҡ төшөн­сәләре, көнкүреше, рухы, фәлсәфәһе менән тығыҙ бәйләнгән. Шулай ҙа уның нигеҙендә тел һәм мәҙә­ниәт ята. Мәҫәлән, Луиза Сәмситованың фекеренсә, башҡорт тел картинаһында “ат” һүҙе (концепт) мөһим урын тота. Арғымаҡ, толпар, ҡолон, юрға, ябаға, тай, дүнән, дүнәжен, һәүерек һәм башҡа йылҡы малы атамаларының ифрат күп булыуы халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше менән бәйләнгән.
Хеҙмәттең икенсе бүлеге “Тел ғилемендә концепт һәм мәҙәни концепттар” тип аталған. Беҙҙә тәүге­ләрҙән булып, унда ғалимә мәҙәни концепттарҙың асылына төшөнөргә ынтыла. “Концепт” – башҡорт тел ғилемендә яңы термин. Ул үҙенә юлды еңел ярмай. Ҡайһы бер ғалимдар әлегәсә был терминды таны­маҫҡа, ҡабул итмәҫкә тырыша. Тел ғилеменә “концепт” уҙған быуат башында математика фәне аша инә. Ул мең йылдар элек үк латин телендә ҡулла­нылған (conseptus), “төшөнсә”, ”мәғәнә” һүҙҙәренең семантикаһына тап килә. Иң мөһиме – концепт һүҙ түгел, йөкмәтке йәһәтенән унан күпкә киңерәк. Академик Дмитрий Лихачев фекеренсә, “һөйләү һәм яҙыу телмәрендә мәғәнәнең алгебраик сағылышы”. Ғалимдар раҫлауынса, бөгөнгө фәндә терминға 500-гә яҡын аңлатма бар. Улар ике төп ғилми ҡарашты – лингвокультурологик һәм когнитив – сағыл­дыра. Икеһен бергә ҡушып, лингвокультурологик-когнитив берәмек тип баһалағандар ҙа юҡ түгел. Беҙ, академик Марат Зәйнуллиндың шәкерттәре, ана шул өсөнсө яҡты яҡлайбыҙ. Концепт – ифрат ҡатмарлы менталь категория, кешенең, этностың милли-мәҙәни берәмеге, аң-фекерләү, донъяны танып белеү, шәхес һәм тотош халыҡ туплаған тормош тәжрибәһенең мәғлүмәт сығанағы берәмектәре ул. Тел ғилемендә бындай ҡатмарлы күренеште шартлы рәүештә өс төргә бүлеп өйрәнәләр: интеллектуаль, мәҙәни һәм эмоциональ. Улар, берләшеп, милли телдең концеп­тос­фераһын тәшкил итә.
Луиза Сәмситова башҡорт теле концеп­тос­фера­һының рухи концепттарын өйрәнеп, уларға тү­бәндәге социаль, мәҙә­ни һәм рухи күре­неш­тәрҙе индерә: тормош-көнкү­реш, кешенең эске донъяһы, интеллект һәм мөнәсәбәт­тәр. Мәҫәлән, ав­тор кеше­нең эске донъя­һына “на­мыҫ”, “выж­дан”, “иман”, “бурыс”, “рух”, “шат­лыҡ”, “бәхет”, “йө­рәк” ке­үек кон­цепт­тар­ҙы индерә, уларға лингвокультурологик анализ яһай. Был тө­шөн­сәләр лексик бе­рә­мек­тәрҙә генә түгел, ә төрлө һүҙбәйлә­неш­тәрҙә, мәҡәлдәрҙә, әй­темдәрҙә һәм төрлө ки­мәлдәге текс­тарҙа сағыла икән. Бер генә миҫал: “Юл төҙөү эшендә йөрөнөм, тигән булаһың тағы. Нимә­кәй­гә кәрәк миңә уларҙың премияһы! Шул харам премияны ала буламмы? Намыҫым етмәй минең уға!” (Ноғман Мусин).
Хеҙмәттең йәнә бер бүлеге “Мәҙәни концепттарҙың башҡорт фольклорында вербалләшеүе (тел саралары ярҙамында сағылышы)” тип нарыҡланған. Унда ла ғалимә мәҙәни концепттарҙың фольклор әҫәрҙәре тексын ойоштороуҙағы өлөшөн асыҡлай, халыҡ ижа­ды жанрҙарының телен байытыуҙағы, йәғни тыңлау­сыға тәьҫир итеү көсөн арттырыуҙағы, әһәмиәтен билдәләй. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ғәйәт бай һәм күп яҡлы. Бындай әҫәрҙәрҙә халҡыбыҙҙың боронғо ҡараштары, инаныу­ҙары, йола-ҡағиҙәһе асыҡ сағыла. Фәндә был күренеш “фольклор донъя картинаһы” тип йөрөтөлә. “Халыҡ ижады – халҡыбыҙ мәҙәниәтенең айырыл­ғы­һыҙ өлө­шө. Фольклор донъя картинабыҙ мифология һәм этнографик тәжрибәбеҙҙең трансфор­ма­ция­ланыуы һәм мәҙәни код булып формалашыуы һөҙөм­тәһендә барлыҡҡа килгән. Унда башҡорт халҡының менталь һәм тел үҙенсәлектәре, этностың ҡалып­лашҡан мәҙә­ни аңы асыҡ күҙәтелә”, – тип яҙа ғалимә. Фекерҙәрен телсе, мәҫәлән, фольклор әҫәрҙәрендә киң сағылған “яҙмыш” концепты аша нығыта. Төшөнсә телебеҙҙә, билдәле булыуынса, киләсәкте, йәшә­йеште, күрәсәкте һәм төрлө кисерештәрҙе сағылдыра. Миҫалдар: “Яҙмыштан уҙмыш юҡ”, “Күрәсәкте күрмәй, гүргә инеп булмай”, “Ил яҙмышы – ир яҙмышы” һәм башҡалар.
Ғалимә күп фольклор өлгөләрен халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары теленән алыу менән дә отҡан, сөнки милләтебеҙҙең архаик аңы, боронғо ҡараштары, халыҡ педагогикаһы, мәҙә­ни коды тап шул рухи ҡомартҡыларыбыҙҙа тулы көйө һаҡланып ҡалған.
Луиза Сәмситованың яңы хеҙмәтенең башҡорт лингвокультураһын, халҡыбыҙҙың фәлсәфәһен, педагогик ҡараштарын, милләтебеҙҙең менталь үҙенсә­лектәрен үҙләштереүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тел менән мәҙәниәтте бер юҫыҡта өйрәнеү башланып ҡына торғанда уның методологик әһәмиәте лә юҡ түгел. Ғилми эш юғары фәнни стиле, көслө һәм кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре, аналитик фекерләү кимәле менән дә уҡыусыны үҙенә арбай. Ғөмүмән, юғары уҡыу йорто студенттары, аспиранттар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бел­гестәре, йыйып әйткәндә, хәҙерге башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн ифрат кәрәкле ғилми китап донъя күрҙе.

Фәнзил САНЪЯРОВ,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү
институты доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 24

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 49

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 30

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 32

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 27

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 30

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 32

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 48