Хәҙерге башҡорт тел ғилеме өлкәһендә филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситованың исеме киң билдәле. Уны милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙы, төплө ғалимә, абруйлы етәксе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе тип таныйбыҙ. Ысынлап та, Луиза Хәмзә ҡыҙы етәкселек иткән факультет, уның заман менән бергә атлаған студенттары, яңыса фекерләгән профессорҙары һәм уҡытыусылары милли мәғарифта үҙен танытып, ҙур абруй яуланы. Коллектив әлеге еңел булмаған шарттарҙа туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән арымай-талмай эшләй, Ҡаҙағстан, Таулы Алтай, Төркиә, Ҡытай университеттары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған. Күрәһең, әле әйткәндәрҙе иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите былтыр тап уларҙы “Йыл факультеты” тип билдәләгәндер.
Күптән түгел беҙгә Ҡазан федераль университетының Филология институтында ойошторолған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу, унда сығыш яһау бәхете тейҙе. Арабыҙҙа М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты Вячеслав Чернев та бар ине. Конференцияла ул ҡаҙаҡ, төрөк, алтай халыҡтарының һәр береһе менән уларҙың телендә аралашты. Шулай уҡ хәҙерге башҡорт теле мәсьәләләренә арналған ғилми докладын инглизса һөйләп, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән йыйылған ғалимдарҙы шаҡ ҡатырҙы. Бына ниндәй студенттар белем ала Луиза Сәмситова етәкселек иткән факультетта!
Танылған ғалимә, ваҡыты ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, ғилми ижад менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Хеҙмәте өр-яңы өлкәгә – лингвокультурологияға – нигеҙләнгән. Тотош донъяла тел күренештәре халыҡтың, айырым шәхестең мәҙәниәтенә бәйле өйрәнелә. Татарстанда, мәҫәлән, был эште профессор, Ҡазан федераль университетының Филология институты директоры Рәдиф Йәмәлетдинов әүҙем тормошҡа ашыра. Уның етәкселегендә концептология һәм когнитив лингвистика буйынса тиҫтәнән ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Башҡортостанда лингвокультурологияла профессорҙар М.В. Зәйнуллин, Л.Ғ. Сәйәхова, Л.М. Зәйнуллина, З.М. Дударева, Р.Х. Хәйруллина, З.М. Рәимғужина, Г.Х. Бохарованың хеҙмәттәре танылыу тапты. Луиза Сәмситова был йүнәлештең мәҙәни концепт темаһы буйынса шөғөлләнә. Тырыш, ныҡышмал ғалимә өлкәне фәнни яҡтан тикшереүҙә ғәйәт ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ул башҡорт теленең мәҙәни концепттары һүҙлеген төҙөнө, аспиранттары менән берлектә “Фольклор концептосфераһы” тигән китап нәшер итте.
Күптән түгел Луиза Сәмситованың яңы монографияһы донъя күрҙе. “Башҡорт тел картинаһында мәҙәни концепттар” тип аталған хеҙмәт 22 табаҡтан ашыу. Ул БДПУ-ның редакция-нәшер үҙәгендә ташҡа баҫылды. Монографияның ғилми мөхәррире – Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, профессор М.В. Зәйнуллин, рецензенттары – профессор Л.Ғ.Сәйәхова менән доцент Ф.Б. Санъяров. Ғилми хеҙмәт өс ҙур бүлектән тора. Тәүгеһе “Донъяның тел картинаһы: интерпретациялау һәм өйрәнеү аспекттары” тип атала. Тәүҙә үк шуны әйтеп үтәйек: хәҙерге ғилем өлкәһендә “тел – тел өсөн” парадигмаһы урынына “телдә кеше факторы” кеүек ҡараштар йыйылмаһы барлыҡҡа килде. Тимәк, хәҙерге ғалимдар грамматика мәсьәләләре менән генә шөғөлләнмәй, ә тәү сиратта телдең, телмәрҙең этностың мәҙәни үҫешендә ниндәй өлөшө барлығын асыҡларға ынтыла. Бындай парадигма, йәғни ғилми ҡараштар йыйылмаһы, антропоцентризм тип нарыҡлана. Шул нигеҙҙә тел ғилемендә лингвокультурология, психолингвистика, когнитив лингвистика, социолингвистика һәм башҡа өр-яңы ғилми йүнәлештәр үҫеп сыҡты һәм әүҙем эшләй башланы.
Һуңғы осорҙа башҡорт тел ғилемендә лингвокультурология айырыуса киң өйрәнелә. Был йүнәлеш милли телдең донъяуи картинаһы мәсьәләһен тикшерә. Һәр халыҡ үҙен уратып алған мөхитте, ысынбарлыҡты үҙ күҙлегенән сығып таный. Шуға күрә башҡорт теленең картинаһы инглиз, немец, ҡытай һәм башҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырыла. Уны “менталлек күренеше” тип тә атайҙар. Донъя картиналары этностың милли үҙенсәлекле ваҡыт һәм арауыҡ төшөнсәләре, көнкүреше, рухы, фәлсәфәһе менән тығыҙ бәйләнгән. Шулай ҙа уның нигеҙендә тел һәм мәҙәниәт ята. Мәҫәлән, Луиза Сәмситованың фекеренсә, башҡорт тел картинаһында “ат” һүҙе (концепт) мөһим урын тота. Арғымаҡ, толпар, ҡолон, юрға, ябаға, тай, дүнән, дүнәжен, һәүерек һәм башҡа йылҡы малы атамаларының ифрат күп булыуы халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше менән бәйләнгән.
Хеҙмәттең икенсе бүлеге “Тел ғилемендә концепт һәм мәҙәни концепттар” тип аталған. Беҙҙә тәүгеләрҙән булып, унда ғалимә мәҙәни концепттарҙың асылына төшөнөргә ынтыла. “Концепт” – башҡорт тел ғилемендә яңы термин. Ул үҙенә юлды еңел ярмай. Ҡайһы бер ғалимдар әлегәсә был терминды танымаҫҡа, ҡабул итмәҫкә тырыша. Тел ғилеменә “концепт” уҙған быуат башында математика фәне аша инә. Ул мең йылдар элек үк латин телендә ҡулланылған (conseptus), “төшөнсә”, ”мәғәнә” һүҙҙәренең семантикаһына тап килә. Иң мөһиме – концепт һүҙ түгел, йөкмәтке йәһәтенән унан күпкә киңерәк. Академик Дмитрий Лихачев фекеренсә, “һөйләү һәм яҙыу телмәрендә мәғәнәнең алгебраик сағылышы”. Ғалимдар раҫлауынса, бөгөнгө фәндә терминға 500-гә яҡын аңлатма бар. Улар ике төп ғилми ҡарашты – лингвокультурологик һәм когнитив – сағылдыра. Икеһен бергә ҡушып, лингвокультурологик-когнитив берәмек тип баһалағандар ҙа юҡ түгел. Беҙ, академик Марат Зәйнуллиндың шәкерттәре, ана шул өсөнсө яҡты яҡлайбыҙ. Концепт – ифрат ҡатмарлы менталь категория, кешенең, этностың милли-мәҙәни берәмеге, аң-фекерләү, донъяны танып белеү, шәхес һәм тотош халыҡ туплаған тормош тәжрибәһенең мәғлүмәт сығанағы берәмектәре ул. Тел ғилемендә бындай ҡатмарлы күренеште шартлы рәүештә өс төргә бүлеп өйрәнәләр: интеллектуаль, мәҙәни һәм эмоциональ. Улар, берләшеп, милли телдең концептосфераһын тәшкил итә.
Луиза Сәмситова башҡорт теле концептосфераһының рухи концепттарын өйрәнеп, уларға түбәндәге социаль, мәҙәни һәм рухи күренештәрҙе индерә: тормош-көнкүреш, кешенең эске донъяһы, интеллект һәм мөнәсәбәттәр. Мәҫәлән, автор кешенең эске донъяһына “намыҫ”, “выждан”, “иман”, “бурыс”, “рух”, “шатлыҡ”, “бәхет”, “йөрәк” кеүек концепттарҙы индерә, уларға лингвокультурологик анализ яһай. Был төшөнсәләр лексик берәмектәрҙә генә түгел, ә төрлө һүҙбәйләнештәрҙә, мәҡәлдәрҙә, әйтемдәрҙә һәм төрлө кимәлдәге текстарҙа сағыла икән. Бер генә миҫал: “Юл төҙөү эшендә йөрөнөм, тигән булаһың тағы. Нимәкәйгә кәрәк миңә уларҙың премияһы! Шул харам премияны ала буламмы? Намыҫым етмәй минең уға!” (Ноғман Мусин).
Хеҙмәттең йәнә бер бүлеге “Мәҙәни концепттарҙың башҡорт фольклорында вербалләшеүе (тел саралары ярҙамында сағылышы)” тип нарыҡланған. Унда ла ғалимә мәҙәни концепттарҙың фольклор әҫәрҙәре тексын ойоштороуҙағы өлөшөн асыҡлай, халыҡ ижады жанрҙарының телен байытыуҙағы, йәғни тыңлаусыға тәьҫир итеү көсөн арттырыуҙағы, әһәмиәтен билдәләй. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ғәйәт бай һәм күп яҡлы. Бындай әҫәрҙәрҙә халҡыбыҙҙың боронғо ҡараштары, инаныуҙары, йола-ҡағиҙәһе асыҡ сағыла. Фәндә был күренеш “фольклор донъя картинаһы” тип йөрөтөлә. “Халыҡ ижады – халҡыбыҙ мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Фольклор донъя картинабыҙ мифология һәм этнографик тәжрибәбеҙҙең трансформацияланыуы һәм мәҙәни код булып формалашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Унда башҡорт халҡының менталь һәм тел үҙенсәлектәре, этностың ҡалыплашҡан мәҙәни аңы асыҡ күҙәтелә”, – тип яҙа ғалимә. Фекерҙәрен телсе, мәҫәлән, фольклор әҫәрҙәрендә киң сағылған “яҙмыш” концепты аша нығыта. Төшөнсә телебеҙҙә, билдәле булыуынса, киләсәкте, йәшәйеште, күрәсәкте һәм төрлө кисерештәрҙе сағылдыра. Миҫалдар: “Яҙмыштан уҙмыш юҡ”, “Күрәсәкте күрмәй, гүргә инеп булмай”, “Ил яҙмышы – ир яҙмышы” һәм башҡалар.
Ғалимә күп фольклор өлгөләрен халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары теленән алыу менән дә отҡан, сөнки милләтебеҙҙең архаик аңы, боронғо ҡараштары, халыҡ педагогикаһы, мәҙәни коды тап шул рухи ҡомартҡыларыбыҙҙа тулы көйө һаҡланып ҡалған.
Луиза Сәмситованың яңы хеҙмәтенең башҡорт лингвокультураһын, халҡыбыҙҙың фәлсәфәһен, педагогик ҡараштарын, милләтебеҙҙең менталь үҙенсәлектәрен үҙләштереүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тел менән мәҙәниәтте бер юҫыҡта өйрәнеү башланып ҡына торғанда уның методологик әһәмиәте лә юҡ түгел. Ғилми эш юғары фәнни стиле, көслө һәм кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре, аналитик фекерләү кимәле менән дә уҡыусыны үҙенә арбай. Ғөмүмән, юғары уҡыу йорто студенттары, аспиранттар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгестәре, йыйып әйткәндә, хәҙерге башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн ифрат кәрәкле ғилми китап донъя күрҙе.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү
институты доценты.