Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡортостан”һыҙ ҡалмайыҡ!
Билал ауылы китапханаһы мөдире Райхана Булатова “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре килеүе хаҡында хәбәр иткәндә, улар араһында Лариса Абдуллинаның да барлығын белдерҙе. Шулай булырға тейеш тә, тип уйлап ҡуйҙым.

Китапханасы был билдәле шағирә тура­һында бер кәлимә һүҙ әйтеүемде һораны, ә мин, әңгәмәсемде бүлдереп, иң мөһимдәрен шунда уҡ теҙеп алып киттем.
Ысынлап та, ябай ауыл кешеһе башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урынына эйә булған шағирә Лариса Абдуллина хаҡында белә. Ул бөгөнгө шиғриәттә көнүҙәк темаларҙы күтәреп, уҡыусы менән тура ҡарап һөйләшеп кенә ҡалмай, журналист булараҡ та сығыш яһай. Һирәктәрҙең генә ҡулынан килгән публицистика өлкәһендә лә эшләгән Лариса Абдуллинаны бик әүҙем йәмәғәтсе тип тә беләбеҙ. Ҡайҙа ниндәй сара үтһенме, тапшырыу барһынмы – ул йыш ҡатнаша. Гәзит уҡыһаммы, телевизорҙа көнүҙәк мәсьәлә күтәргән тапшырыу ҡараһаммы, “Лариса бармы икән?” тип ҡыҙыҡһынам. Журналист республикабыҙ тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй, уның тын алышын яҡшы тоя. Һәм ул — һәр ваҡыт юлда. Имен-һау йөрөһөн инде.
Осрашыуға әҙерләнгәндә тағы бер ҡы­ҙыҡлы хәлгә тарыным. Лариса Абдул­ли­наның публицистик мәҡәләләрҙән, ижади портреттарҙан торған “Йөрәк аҡылы” исемле китабын ҡулыма алғас, бының тышлығы ла ошолай булырға тейеш тигән уй үтте башымдан. Йыйынтыҡтағы яҙма­ларҙы журналистың үҙ коллегаларына, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренә, әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәренә һәм ябай кешегә үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙе тип тә ҡабул итергә мөмкиндер. Замандашыбыҙға артабан да уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең бәҫе күтә­релеүгә редакция хеҙмәткәрҙәре араһында йәштәрҙең күплеге, етәксенең әүҙем булыуы ла тос өлөш индерәлер. Бөгөн баҫманың йөкмәткеһе камиллаша, уны оло быуын вәкилдәре бик яратып уҡый. Минең ҡәйнәмә 85 йәш, ул ғүмер буйы ауылда фельдшер булып эшләне. Милли матбу­ғаттан “Башҡортостан”ды ғына алдырҙы. Хәҙер, һаулығы насарайыу сәбәпле, Магнитогорск ҡалаһына күсергә мәжбүр булды. Юлға сығыр алдынан миңә ике йомош ҡушты: “Өйөмдө мин барҙағылай тәртиптә тотоғоҙ, бында кеше йәшәмәй тимәһендәр һәм хәлегеҙҙән килгәнсә “Башҡортостан” гәзитенә яҙылығыҙ!” — тине.
Барлыҡ милләттәштәремде лә “Баш­ҡорт­остан”һыҙ булмаҫҡа саҡырам.




Автор: Илдүсә ӘМИНЕВА. Район: Баймаҡ районы, Билал ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә