“Башҡортостан”һыҙ ҡалмайыҡ!30.01.2015
Билал ауылы китапханаһы мөдире Райхана Булатова “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре килеүе хаҡында хәбәр иткәндә, улар араһында Лариса Абдуллинаның да барлығын белдерҙе. Шулай булырға тейеш тә, тип уйлап ҡуйҙым.
Китапханасы был билдәле шағирә тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеүемде һораны, ә мин, әңгәмәсемде бүлдереп, иң мөһимдәрен шунда уҡ теҙеп алып киттем.
Ысынлап та, ябай ауыл кешеһе башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урынына эйә булған шағирә Лариса Абдуллина хаҡында белә. Ул бөгөнгө шиғриәттә көнүҙәк темаларҙы күтәреп, уҡыусы менән тура ҡарап һөйләшеп кенә ҡалмай, журналист булараҡ та сығыш яһай. Һирәктәрҙең генә ҡулынан килгән публицистика өлкәһендә лә эшләгән Лариса Абдуллинаны бик әүҙем йәмәғәтсе тип тә беләбеҙ. Ҡайҙа ниндәй сара үтһенме, тапшырыу барһынмы – ул йыш ҡатнаша. Гәзит уҡыһаммы, телевизорҙа көнүҙәк мәсьәлә күтәргән тапшырыу ҡараһаммы, “Лариса бармы икән?” тип ҡыҙыҡһынам. Журналист республикабыҙ тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй, уның тын алышын яҡшы тоя. Һәм ул — һәр ваҡыт юлда. Имен-һау йөрөһөн инде.
Осрашыуға әҙерләнгәндә тағы бер ҡыҙыҡлы хәлгә тарыным. Лариса Абдуллинаның публицистик мәҡәләләрҙән, ижади портреттарҙан торған “Йөрәк аҡылы” исемле китабын ҡулыма алғас, бының тышлығы ла ошолай булырға тейеш тигән уй үтте башымдан. Йыйынтыҡтағы яҙмаларҙы журналистың үҙ коллегаларына, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренә, әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәренә һәм ябай кешегә үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙе тип тә ҡабул итергә мөмкиндер. Замандашыбыҙға артабан да уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең бәҫе күтәрелеүгә редакция хеҙмәткәрҙәре араһында йәштәрҙең күплеге, етәксенең әүҙем булыуы ла тос өлөш индерәлер. Бөгөн баҫманың йөкмәткеһе камиллаша, уны оло быуын вәкилдәре бик яратып уҡый. Минең ҡәйнәмә 85 йәш, ул ғүмер буйы ауылда фельдшер булып эшләне. Милли матбуғаттан “Башҡортостан”ды ғына алдырҙы. Хәҙер, һаулығы насарайыу сәбәпле, Магнитогорск ҡалаһына күсергә мәжбүр булды. Юлға сығыр алдынан миңә ике йомош ҡушты: “Өйөмдө мин барҙағылай тәртиптә тотоғоҙ, бында кеше йәшәмәй тимәһендәр һәм хәлегеҙҙән килгәнсә “Башҡортостан” гәзитенә яҙылығыҙ!” — тине.
Барлыҡ милләттәштәремде лә “Башҡортостан”һыҙ булмаҫҡа саҡырам.