Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәттең ғүмере сикһеҙ
Мөхәббәттең ғүмере сикһеҙ Был ғүмерҙең ике миҙгеле бар:
Йәшлегеңдә ҡанат ҡағыныу,
Эҙләп табыу тәүге мөхәббәтте,
Ҡалған ғүмер — уны һағыныу.


Мөхәббәт — ул Ер шарының мәңгелек уты. Ул һүнһә, ҡояш та һүнер, ерҙең ҡото ҡалмаҫ. Һөйөү ҡоштарҙы көслө, кешене ҡанатлы итә.
Йәшәһен Ерҙә ялған түгел, ә саф мөхәббәт! Һөйөүегеҙ таҙа, тәрән, бар ваҡ­лыҡ­тарҙан юғары булып ҡалһын. Мө­хәббәткә сик тә, сама ла юҡ. Ҡайһы саҡ кеше һүҙҙәренә ҡарап ҡарҙы иретерлек ҡайнар хистәр рәнйетелә. Бер ғәйепһеҙ иң ғәҙел, иң саф, иң изге теләкле йәнде лә хата ҡорбаны яһап ҡуялар.
Тәүге һөйөү, тәүге мөхәббәт тутыҡмай һәм уның үткәне юҡ. Онотмағыҙ, дуҫтар, кәрәк саҡта тәүге мөхәббәттең ялҡынын.
Һөйәм, тиеп һөйкәлгәндәр булыр, һөймәгәнгә һөйкәлмәгеҙ!
Тәүге йәр — Хоҙайҙан. Ғүмер бер генә бирелгәндәй, мөхәббәт тә бирелә бер генә. Ул иман кеүек, намыҫтар ҙа шунда һынала. Мөхәббәт — ул шундай нәмә: өндә лә һаташтыра.
Һөйөү — бәхет, һөйөү — күҙ йәше. Тик хистәр өсөн ғәфү үтенмәйҙәр. Ғашиҡ кеше — иң бәхетле кеше. Был хисте йәшереү мөмкин түгел, ул күҙ ҡарашында, ирендәге йылмайыуҙа, һәр хәрәкәттә күренә, сағыла.
Һүнмәй торған ут ҡабыҙған йәрҙәр мәңгелек булһын. Араларға елдәр кереп: “Һин — уныҡы, ул һинеке түгел”, — тиеп ҡуймаһын. Тойғолар саф булып, ваҡыт үтеү менән тәрәнәйә генә барһын. Ауыр саҡтарҙа, алыҫтан ҡулдарын һиңә һоноп, берҙән-берең килһен ҡаршыңа.
Һөйгәндәр — иң сәләмәт халыҡ. Уртаҡ мөхәббәт бар бәләнән ҡотҡара. Кеше бер ҡасан да һөйөп тә, һөйөлөп тә туймай, кеше бер ҡасан да мөхәббәттән арымай. Яратҡан кешең ҡулыңдан ғына тотҡанда ла йөрәгеңде тоя.
Биш-алты хәрефтән генә торған наҙлы «һөйәм», «яратам» тигән һүҙҙәр Ғашиҡтар көнөндә, 8 Мартта йәки тыуған көндәрҙә генә әйтелмәһен, йөрәк тибештәре кеүек ғүмер буйы ишетелеп торһон ине. Ярата белгән кеше бәхетһеҙ булмай, ярата белмәгәндәр генә бәхетһеҙ.
Ярата, көтә белгән ҡатындың түшенә миҙал тағырлыҡ. Һуғыш осоронда күпме йәш ҡатын бала менән яңғыҙ ҡалып, ирҙәрен көтөп ала алған. Тол ҡалғандарына ла ҡоростан һәйкәл ҡуйып, аҫтына: “Сабырға һәм тоғроға!” тип алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡ.
Күпте һөйгән ир белә ҡатын-ҡыҙҙы, берҙе һөйгән ир белә ысын һөйөүҙе. Минеңсә, кеше үҙ ғүмерендә бер генә кешене — ир бер ҡатынды, ҡатын бер ирҙе яратырға тейеш. Кеше һайын наҙ өләшеп булмай. Тойғоларға тап төшөрмәй, кер ҡундыртмаусылар бар. Һүнмәй торған ут ҡабыҙыусы йәрҙәр берәү һәм ғүмерлек була.
Мин үҙем дә яҙмышыма уның менән осраштырған өсөн рәхмәтлемен. Тик Ҡояш менән Ай табышып ҡауышмай.
Ҡояш, Ай яҙмышы яҙҙы беҙгә. Миңә — яңғыҙлыҡ, уға парлы яңғыҙлыҡ яҙҙы. Бергә булып та яңғыҙ йәшәүселәр бар. Тик Хоҙай юлыҡтырмаһын бәндәһен бындай хәсрәткә. Яңғыҙлыҡтың яралары тәрән, әммә йәшәй белмәгән парҙарҙан улар күпкә бәхетлерәк. Бәхетһеҙлеккә, яңғыҙлыҡҡа сабыр иткәнгә Аллаһ Тәғәлә шуның хаҡын түләр, ти. Мөхәббәт яралай, мөхәббәт дауалай. Янып һөймәгәндәр генә быны аңламай.
— Һөйөү, көсөң нимәлә?
— Мәңгелек ут һаламын...
Тойғоларҙы ағыҙып, хистәрҙе яндырып булмай, хис-тойғоларҙы бикләй ҙә алмайбыҙ ситлеккә. Мөхәббәт яраһын мөхәббәт дауалай. Йөрәк түреңә ингән кешең үҙең кеүек үк шашып һөйһөн, ярһып-янып яратһын һине.
Оноторға теләгән кешеңдең фотоһын утта яндырһаң, хистәрҙән тиҙ ҡотолоп була, тигәнде ишеткәнем бар ине. Уның йәшлектән иҫтәлек итеп һаҡлаған бер фотоһын усаҡҡа бәрҙем. Фото янды, уның менән бергә күҙ алдымдан бер ҙә китмәй йөҙәткән буй-һыны, күҙ ҡарашы, тауышы һәм әйткән һүҙҙәре бөтөр кеүек ине. Көл генә тороп ҡалды, ә һаман күҙҙәрен күрәм, тауышын ишетәм. Йөрәгемдә йәшәгән иң иҫтәлекле, яҡты йылдарҙы ниндәй утта яндырмаҡ кәрәк?! Ҡәҙерле, бәхетле, бергә булған көндәр, миҙгелдәр көл була аламы ни?!
Үткәндәр — үҙе тоташ ут бит ул, унан да көслөрәк ялҡындың булыуы мөмкин дә түгел. Мөхәббәтте беҙ түгел, ә беҙҙе мөхәббәт үҙе яндыра. Уның фотоһын түгел, йөрәгемде утҡа ташланым мин. Һүрәтте ялҡын телдәре көлгә әйләндерһә лә, һөйгәнемде хәтер усағынан юғалта алманым.
Һинекеләй ҡараштарҙы
Эҙләнем, табалманым.
Башҡа ҡабыҙған ялҡынға
Табындым, яналманым.
Уның менән үткәргән көндәрем — ул минең тормошомдоң иң иҫтәлекле, иң ҡәҙерле, иң танһыҡ өлөшө, киҫәге, һынығы.
Яҙмыш беҙҙе бала саҡтан, ыуыҙ ғына саҡтан тап итеп, ғүмер буйы һынаны ла һынаны, ахырҙа мәңгегә айырҙы. Артыҡ һөйөү һәр саҡ ҡорбан талап итә, шашып һөйөү — юғалтыуға, тиҙәр. Юғалтышыуҙан ҡурҡтыҡ та юғалтыштыҡ мәңгегә. Тулып, баштан ашһа ла, бәхет ғүмерлек булманы. Күҙем йомһам, күҙ алдымда бер уны ғына күрәм. Ҡолағымда һаман сыңлап тора “Һин минеке генә” тигәнең. Донъямды балҡытып килеп керер ҙә күҙҙәрен күҙҙәремә төбәп: “Һағындыңмы, көттөңмө?!” — тип ҡосаҡлап алыр кеүек.
Әммә... семтем генә бәхетебеҙ ғүмергә етерлек ғазап йөкмәтте. Үлтермәгеҙ мөхәббәтте, тыймағыҙ һөйөүҙе!
“Мөхәббәт ни ул?” — тип һораным Күктән, Ерҙән, кешеләрҙән. Күк йылмайҙы, кеше моңһоуланды — яуабы юҡ икән быға донъяның...

Гүзәл ФӘЙЗУЛЛИНА,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 13

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 14

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 22

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 31

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 35

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 43

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 37