Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Элекке әсирҙәрҙең торлаҡҡа хоҡуғы бармы?
Ветерандарға, инвалидтарға һәм һуғышта ҡатнашҡандарға федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Был хоҡуҡтан элекке фашист концла­герҙарының бәлиғ булмаған әсирҙәре лә файҙалана аламы?
Д. ТАҺИРОВ.
Мишкә районы.

Был мәсьәлә суд аша ғына хәл ителә. Ләкин судьялар элекке концлагерь әсирҙәренең дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә һалмай. Түбәндә әйтелгән закондар юридик нигеҙ булып тора: Рәсәй Президенты 1992 йылдың 15 октябрендә ҡул ҡуйған 1235-се “Концлагерҙар, гетто һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар, уларҙың союздаштары ойошторған башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәренә ташламалар биреү тураһында”ғы ҡарарға ярашлы, Рәсәйҙә йәшәүсе элекке бәлиғ булмаған тотҡондарға, дөйөм сирҙәр һөҙөмтәһендә инвалид тип танылғандарға (хоҡуҡҡа ҡаршы эш итеү һөҙөмтәһендә инвалид булғандарҙан тыш) Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының ошондай төркөмдәре өсөн ҡаралған матди-көнкүреш тәьми­нәте буйынса льготалар бирелергә тейеш. Элекке фашизмдың бәлиғ бул­маған әсирҙәренә Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашҡан хәрбиҙәргә (Указдың 1-се пункты) тәғәйенләнгән кеүек үк ташламалар биреү ҡаралған. Ошо ҡарарҙың 2-се пунктына ярашлы, ташламалар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәм инвалидтарға ярҙам сығанаҡтары иҫәбенән бирелә. Әммә документта элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәренә ҡаралған ташламалар күләме билдәләнмәгән. Уларға матди-көнкүреш тәьминәте ташламалары буйынса тиңләш­терелгән граждандар категория­һында инвалидтар һәм һуғышта ҡатнашыусылар ғына күрһәтелгән.
“Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 14-се, 15-се статьяларында һуғышта ҡатнашҡандарға һәм инвалид­тарға ташламалар ҡаралғас, элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәренә лә шулай уҡ льготалар тәғәйенләнгән була. Тимәк, был — Рәсәй закондары яугирҙәрҙе һәм элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәрен социаль ярҙам күләме буйынса тиңләгән тигән һүҙ. Шуға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар ҙа федераль бюджет иҫәбенән фатир менән тәьмин итеү кеүек социаль ярҙамға хоҡуҡлы (“Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 15-се статьяһы).
Ләкин элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәренә торлаҡты сиратһыҙ биреп булмай. Бынан тыш, был категория граждандарына Рәсәй Президенты 2008 йылдың 7 майында ҡул ҡуйған “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында”ғы 714-се ҡарар ҙа ҡағылмай, сөнки улар унда күрһәтелмәгән. Һөҙөмтәлә атап әйтелгән документ тәртибендә торлаҡ алыу хоҡуҡтары юҡ. Шуға ла судҡа мөрәжәғәт итергә тура килә. Ул ғына власть органдарын торлаҡты төҙөү йәки һатып алыу өсөн бер тапҡыр тәҡдим ителгән аҡсаны федераль бюджеттан бирҙертеү тураһындағы ҡарар сығара ала.

Кемдәр улар?

Кем “һуғыш балаһы” статусына эйә? Был категория граждандарына ниндәй ташламалар ҡаралған?
Н. ИҘЕЛБӘКОВА.
Ейәнсура районы.

“Һуғыш балаһы” статусы әле һаман федераль кимәлдә ҡабул ителмәгән. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында “Һуғыш балалары” йәки 1928 — 1945 йылда тыуғандар өсөн ташламалар ҡаралған бер нисә закон проекты бар. Илдең ҡайһы бер субъекттары үҙҙәренең “Һуғыш балалары” тураһындағы законын ҡабул итте.
“Һуғыш балалары”н статусы һәм ташламалар алыу буйынса тыл хеҙмәтсәндәренә тиңләмәкселәр. Был закон ҡабул ителһә, уларға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса ташламалар ҡараласаҡ, табип тәғәйенләгән дарыуҙар түләүһеҙ биреләсәк, ҡала һәм ҡала эргәһе транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы ла буласаҡ.

Бер аҙ арта

Ауыл ерендә утыҙ йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар һәм унда йәшәүселәр ниндәйҙер льготаға эйә, тип ишеткәйнем.
Б. БУЛАТОВ.
Хәйбулла районы.

Һүҙ 2013 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән 400-сө “Страховка пенсиялары тураһында”ғы федераль закон тура­һында. Ул 2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде. Законда “Страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙәрҙе күтәреү” тигән 17-се статья бар. Уның 14-се өлөшөндә ауыл хужалығында утыҙ йылдан күберәк эшләгәндәргә, “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ пенсия страховкаһы тураһында”ғы 167-се федераль законға ярашлы, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын билдәләгән түләү һәм инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы 25 процентҡа арта. 17-се статьяның 15-се өлөшөнә ярашлы, ауыл еренән китеп, яңы урынға күскән осраҡта ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия страховкаһының билдәләнгән түләүҙәре арттырылмаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә