Элекке әсирҙәрҙең торлаҡҡа хоҡуғы бармы?30.01.2015
Ветерандарға, инвалидтарға һәм һуғышта ҡатнашҡандарға федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Был хоҡуҡтан элекке фашист концлагерҙарының бәлиғ булмаған әсирҙәре лә файҙалана аламы?
Д. ТАҺИРОВ.
Мишкә районы.
Был мәсьәлә суд аша ғына хәл ителә. Ләкин судьялар элекке концлагерь әсирҙәренең дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә һалмай. Түбәндә әйтелгән закондар юридик нигеҙ булып тора: Рәсәй Президенты 1992 йылдың 15 октябрендә ҡул ҡуйған 1235-се “Концлагерҙар, гетто һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар, уларҙың союздаштары ойошторған башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәренә ташламалар биреү тураһында”ғы ҡарарға ярашлы, Рәсәйҙә йәшәүсе элекке бәлиғ булмаған тотҡондарға, дөйөм сирҙәр һөҙөмтәһендә инвалид тип танылғандарға (хоҡуҡҡа ҡаршы эш итеү һөҙөмтәһендә инвалид булғандарҙан тыш) Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының ошондай төркөмдәре өсөн ҡаралған матди-көнкүреш тәьминәте буйынса льготалар бирелергә тейеш. Элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәренә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрбиҙәргә (Указдың 1-се пункты) тәғәйенләнгән кеүек үк ташламалар биреү ҡаралған. Ошо ҡарарҙың 2-се пунктына ярашлы, ташламалар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәм инвалидтарға ярҙам сығанаҡтары иҫәбенән бирелә. Әммә документта элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәренә ҡаралған ташламалар күләме билдәләнмәгән. Уларға матди-көнкүреш тәьминәте ташламалары буйынса тиңләштерелгән граждандар категорияһында инвалидтар һәм һуғышта ҡатнашыусылар ғына күрһәтелгән.
“Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 14-се, 15-се статьяларында һуғышта ҡатнашҡандарға һәм инвалидтарға ташламалар ҡаралғас, элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәренә лә шулай уҡ льготалар тәғәйенләнгән була. Тимәк, был — Рәсәй закондары яугирҙәрҙе һәм элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәрен социаль ярҙам күләме буйынса тиңләгән тигән һүҙ. Шуға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар ҙа федераль бюджет иҫәбенән фатир менән тәьмин итеү кеүек социаль ярҙамға хоҡуҡлы (“Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 15-се статьяһы).
Ләкин элекке фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәренә торлаҡты сиратһыҙ биреп булмай. Бынан тыш, был категория граждандарына Рәсәй Президенты 2008 йылдың 7 майында ҡул ҡуйған “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында”ғы 714-се ҡарар ҙа ҡағылмай, сөнки улар унда күрһәтелмәгән. Һөҙөмтәлә атап әйтелгән документ тәртибендә торлаҡ алыу хоҡуҡтары юҡ. Шуға ла судҡа мөрәжәғәт итергә тура килә. Ул ғына власть органдарын торлаҡты төҙөү йәки һатып алыу өсөн бер тапҡыр тәҡдим ителгән аҡсаны федераль бюджеттан бирҙертеү тураһындағы ҡарар сығара ала.
Кемдәр улар?
Кем “һуғыш балаһы” статусына эйә? Был категория граждандарына ниндәй ташламалар ҡаралған?
Н. ИҘЕЛБӘКОВА.
Ейәнсура районы.
“Һуғыш балаһы” статусы әле һаман федераль кимәлдә ҡабул ителмәгән. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында “Һуғыш балалары” йәки 1928 — 1945 йылда тыуғандар өсөн ташламалар ҡаралған бер нисә закон проекты бар. Илдең ҡайһы бер субъекттары үҙҙәренең “Һуғыш балалары” тураһындағы законын ҡабул итте.
“Һуғыш балалары”н статусы һәм ташламалар алыу буйынса тыл хеҙмәтсәндәренә тиңләмәкселәр. Был закон ҡабул ителһә, уларға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса ташламалар ҡараласаҡ, табип тәғәйенләгән дарыуҙар түләүһеҙ биреләсәк, ҡала һәм ҡала эргәһе транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы ла буласаҡ.
Бер аҙ арта
Ауыл ерендә утыҙ йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар һәм унда йәшәүселәр ниндәйҙер льготаға эйә, тип ишеткәйнем.
Б. БУЛАТОВ.
Хәйбулла районы.
Һүҙ 2013 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән 400-сө “Страховка пенсиялары тураһында”ғы федераль закон тураһында. Ул 2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде. Законда “Страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙәрҙе күтәреү” тигән 17-се статья бар. Уның 14-се өлөшөндә ауыл хужалығында утыҙ йылдан күберәк эшләгәндәргә, “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ пенсия страховкаһы тураһында”ғы 167-се федераль законға ярашлы, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын билдәләгән түләү һәм инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы 25 процентҡа арта. 17-се статьяның 15-се өлөшөнә ярашлы, ауыл еренән китеп, яңы урынға күскән осраҡта ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия страховкаһының билдәләнгән түләүҙәре арттырылмаясаҡ.