Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яуҙан ҡайтты ла урман һағына баҫты
Яуҙан ҡайтты ла урман һағына баҫты Тыуған ауылым Тирмән-Йылғала алтын бала сағым, дәртле йәшлек йылдарым үтте. Үҙ яланында гиҙгән ҡоралайҙай, үҙ һыуында йөҙгән балыҡтай тоям үҙемде ғәзиз төйәгемдә. Тик беҙҙең бала саҡты һуғыш урланы.

— Атайыңа повестканы баҫыуҙа сағында килтереп биргәндәр. Ул ваҡытта Тирмән-Йылға ауылында төҙөлгән “Ҡудаш” колхозының бригадиры ине, шул китеүенән тыуған ауылыбыҙға әйләнеп ҡайта алманы, — тип һөйләй торғайны мәрхүм әсәйем Бибиғәйшә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
Бәһлеүәндәй 107 ир-аттың 45-е яу яланында ятып ҡала, улар араһында атайым Абдрахман Ғәлиулла улы ла була.
Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡандарының да күбеһе оҙаҡ йәшәй алманы, уңалмаҫ йән һәм тән яралары уларҙы яҡты донъянан сүпләп алып торҙо. Яуҙан ҡайтҡандар араһында ике туған ағайым Зиннәт Сәлимов та бар ине, ул да оҙаҡ йәшәй алманы: 45 кенә йәшендә яҡты донъянан китте. Имен-аман ҡайтҡан яугирҙәр араһында Миңлеғәли Байғотло улы Баймөхәмәтов та булды. Уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Дан ордендарынан башҡа тиҫтәләгән миҙал биләгәнен беләм. Элекке яугир, полк разведчигы урман ҡарауылсыһы булып эш башланы. Ғүмере буйы ошо урман һуҡмағынан атланы. Аҙаҡ бер туған апайым Рәйсәгә өйләнеп, еҙнәм булып китте. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта ҡырҡылып бөткән урманды ҡарауыллау түгел, ә яңынан үҫтереү талап ителде.
Хәтеремдә, Миңлеғәли Байғотло улы, биш-алты кешенән торған бригада төҙөп, урман ҡырҙарында ҡарағай үҫентеләре ултырта башланы. Йылдар үтеү менән улар үҫеп, ауылыбыҙ ҡырында ғына түгел, Кузьмин ҡасабаһы яғында ла ҡара урманға әйләнде. Сытырҙай тороп ҡалған йәш, сибек имәндәр ҙә ҡеүәтле ағастарға әүерелде. Еҙнәм эшләгән осорҙа бер олон да юҡҡа-барға ҡырҡылманы, сөнки урмансы Миңлеғәли ундай баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйманы, тәртип боҙоусыларға ҡарата аяуһыҙ булды. Ул пенсияға киткәс кенә урман өсөн “ҡара көндәр” башланды. Ҡырағайлыҡты күреп, ҡарт ветерандың йөрәге әрнегәнен бик яҡшы аңлай инем. Үҙе көс һалып үҫтергән урманына көн дә барып, уның меҫкен хәлен күреп, йәне көйөп, ҡайғырып ҡайта торғайны.
— Йөрәгемә бысаҡ ҡаҙалғандай булды — урманды бөтөрәләр бит! Күпме хеҙмәт һалынды, күпме көс, тир түктем, — тип әсенде ветеран.
Ҡайғырмаҫлыҡ та түгел ине шул, сөнки уның бөтә данлы йылдары, әгәр ҙә һуғыш осорон һанамаһаң, ошо урманда үтте лә баһа. Уның һәр ағасты белеүенә, иғтибарлылығына иҫең китер! Бынан тиҫтәләгән йыл самаһы элек булды был хәл. Әсәйемдең йорт-ҡураһына бер йыуан ғына имән кәрәк булып сыҡты. Ни булһа ла булыр тип, урмандағы берәүһен йыҡтым, төбөн тупраҡ менән күмдем, ә киҫелгән ботаҡтарын ҡырғараҡ алып барып ташланым.
Ваҡыт үтә торҙо, ә апайымдарға барған һайын еҙнәм минең “ҡырын” эште һиҙмәнеме икән тип һағая торғайным. Көндәрҙең береһендә еҙнәм: “Һин, ҡәйнеш, минең бер ағасты “һуҡҡанһың” бит әй!” — тип һалмаһынмы! Ҡолағымды “бормаһа” ла, бик уңайһыҙ булды миңә. Еҙнәмдең киҫәтеүе лә — минең өсөн ҙур һабаҡ. Бындай һабаҡтар уның тарафынан иң тәүҙә туғандарына бирелә торғайны, ә был, үҙ сиратында, башҡалар өсөн дә өлгө ине. Бик тә асыуы килеп киткәндә, урманды ҡырҡҡан кешеләргә ҡаты саралар ҙа ҡуллана торғайны. Үҙенең иң яҡын туғандарының береһенең санаһын ватып ҡайтарғаны ла булды. Һәр кеше үҙ эшендә яуаплы, ундай хәлдәр тыуған осраҡта бер кемдең дә асыуланырға хаҡы юҡ ине.
Хеҙмәт осоронда еҙнәм тиҫтәләгән маҡтау грамотаһына һәм төрлө бүләктәргә лайыҡ булды. Уның урманға ҡарата мөнәсәбәтенең ғилләһе лә бар. Һуғыш хәтирәләрен яңыртып, түбәндәгеләрҙе һөйләгәне иҫтә: “Заданиены уңышлы ғына үтәгәндән һуң ҡара урман эсендәге аҡланда аҙ ғына ял итергә рөхсәт булды, ә миңә тирә-яҡты күҙәтеп тороу бурысы йөкмәтелде. Төн уртаһы... Йығылған ҡарағай олоно артында ятам. Ағас ботаҡтары һынғанын ишетеп һағайҙым. Күп тә үтмәне, урман эсенән фашистарҙың килеүе күренде. Уйлап торорға бер генә секунд ваҡыт юҡ: автомат курогына баҫам. Бер нисә секунд эсендә күпме фашист йығылғандыр, уныһын белмәйем. Минең яҡҡа ла пулялар яуҙы, ә ғүмеремде әлеге ҡарағай олоно һаҡланы. Разведка төркөмө аяҡҡа баҫҡайны, фашистарҙың үле кәүҙәләре аҡланды ҡапланы... Оло бәрелештә күрһәткән батырлығы өсөн, әйткәндәй, Миңлеғәли Байғотло улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә лә инде.
– Йығылған ҡарағай олоно ғына һаҡлап ҡалды мине. Шуға күрәлер ҙә ғүмерем буйы ошо ағасҡа ихтирамлымын, — ти яугир. Еҙнәмдең һуғыш ваҡытында алған миҙал-ордендары һәм билдәләре араһында уның өсөн ҡәҙерлеһе “Отличник разведки” булғанлығын беләм. Урманды яратыуы ла шул мәғлүмәттәр менән бәйлелер.
Шуны ла өҫтәп әйткем килә: разведчик Миңлеғәли Бай­мөхәмәтовтың исеме зыяра­тыбыҙ эргәһендә ҡуйылған обелискта уйылып яҙылған.


Автор: Рәфҡәт СӘҒӘҘИЕВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә