Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Етмешенсе яҙҙы көткәндә
Ленинград ҡамауын өҙөү, Сталинград һуғышы, беренсе Еңеү салюты, Курск алышы… Былар — Совет ғәскәрен Бөйөк еңеүгә илткән, Бөйөк Ватан һуғышында ғына түгел, Икенсе донъя һуғышында тиңе булмаған көсөргәнешле көрәш майҙандары. Еңеү көнөн билдәләүгә әҙерлек уңайынан “Башҡортостан” гәзите 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәр ветерандары советының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә “Етмешенсе яҙ...” тип аталған викторина иғлан итә. Ярыш өс этапта уҙасаҡ. Тәүгеһе мәшһүр яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлына һәм ошо уҡ дивизияның шанлы үткәненә арнала. Ил тарихының дәһшәтле биттәрен, яҡташтарыбыҙ батырлығын асҡан викторинала олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша ала. Яуаптарҙы “Башҡортостан” гәзите редакцияһына ебәрергә йәки электрон адрес аша (bashgazet@mail.ru) юлларға мөмкин. Яуаптар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Артабан викторинаның икенсе этабына старт биреләсәк. Еңеүселәрҙе 9 Май байрамы алдынан тәбрикләйәсәкбеҙ.
Рәхим итегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
1. Миңлеғәле Шайморатов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
2. “Миңлеғәле”. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә был исем ни­мәне аңлата?
3. Шайморатов ниндәй ғаи­ләлә үҫкән? Уның ата-әсәһе кем булған?
4. Данлыҡлы генерал бала саҡтан ниндәй шөғөл менән ма­уыҡҡан?
5. Миңлеғәле Шайморатов хаҡында “утта янмай, һыуҙа батмай” тип йырлайҙар. Бындай шөһ­рәт уға ниндәй батырлығы өсөн бирелгән?
6. Пристандә эшләй башла­ғанда Миңлеғәлегә нисә йәш булған?
7. Граждандар һуғышы осоронда ни өсөн Шайморатов Колчак армияһына эләгеүҙән ҡасып, үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына яҙылды икән?
8. Шайморатовтың Граждандар һуғышында ҡатнашыуы ха­ҡында нимәләр беләһегеҙ?
9. Шайморатовтың тәүге наг­ра­далары – ҡыҙыл төҫтәге шаро­вары, йәшел буҫтау гим­­нас­терка һәм буденовка. Ҡасан һәм ниндәй батырлығы өсөн бирелгән яҡташыбыҙға был бүләктәр?
10. С.М. Буденный Шаймора­товҡа көмөш ялатылған ҡылыс бүләк иткән. Шайморатовтың ниндәй батырлығы сәбәпсе булған быға?
11. Ҡасан, ни өсөн һәм кем Шайморатовҡа алтын сәғәт бүләк иткән?
12. Миңлеғәле ниндәй хәрби уҡыу йорттарында белем алған?
13. Яҡташыбыҙ ниндәй сит телдәрҙә аралашҡан?
14. Хәрби мәктәптә уҡыған йылдары хаҡында Шайморатов ниндәй фекерҙә?
15. Шайморатов ниндәй сит илдәрҙә һәм ҡасан булған?
16. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге мәлдәрен яҡташыбыҙ ҡайҙа һәм ниндәй дәрәжәлә ҡаршы алған?
17. Шайморатовтың Өфөгә тәүге килеүе хаҡында нимәләр билдәле?
18. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡайҙа ойош­то­рол­ған? Дивизияның штабы ҡай­ҙа урынлашҡан?
19. Шайморатов аттарҙы тәрбиәләүҙе нисек тикшергән?
20. БАССР Юғары Советы Президиумының Ҡыҙыл бай­рағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡасан һәм кем тарафынан тапшырылған?
21. Байраҡты ҡабул иткәндә Шайморатов нимә тип ант биргән?
22. “Иптәш полковник, хеҙмә­тебеҙ исеменән рәхмәт һеҙгә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һеҙ бына тигән яугирҙәр әҙерләүгә өлгәштегеҙ”. Был һүҙҙәрҙе кем һәм ҡасан әйткән?
23. Шайморатовтың ғаилә хәле.
24. “Шайморатов генерал” йыры тураһында нимәләр белә­һегеҙ?
25. Генерал-майор дәрәжәһе Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡасан тапшырылған.
26. Яҡташыбыҙ ҡасан һәм ҡайҙа батырҙарса һәләк булған?
27. Ҡайҙа ерләнгән?
28. Шайморатовтың исеме Украинала һәм уның тыуған яғы Башҡортостанда нисек мәңгеләш­терелгән?
29. Шайморатовтың батыр­лыҡ­тары ниндәй дәүләт наградалары менән билдәләнгән?
30. 2012 йылда “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тип исемләнгән халыҡ акцияһы старт алды. Уның айышы ни­мәлә?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә