Ленинград ҡамауын өҙөү, Сталинград һуғышы, беренсе Еңеү салюты, Курск алышы… Былар — Совет ғәскәрен Бөйөк еңеүгә илткән, Бөйөк Ватан һуғышында ғына түгел, Икенсе донъя һуғышында тиңе булмаған көсөргәнешле көрәш майҙандары. Еңеү көнөн билдәләүгә әҙерлек уңайынан “Башҡортостан” гәзите 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәр ветерандары советының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә “Етмешенсе яҙ...” тип аталған викторина иғлан итә. Ярыш өс этапта уҙасаҡ. Тәүгеһе мәшһүр яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлына һәм ошо уҡ дивизияның шанлы үткәненә арнала. Ил тарихының дәһшәтле биттәрен, яҡташтарыбыҙ батырлығын асҡан викторинала олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша ала. Яуаптарҙы “Башҡортостан” гәзите редакцияһына ебәрергә йәки электрон адрес аша (
[email protected]) юлларға мөмкин. Яуаптар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Артабан викторинаның икенсе этабына старт биреләсәк. Еңеүселәрҙе 9 Май байрамы алдынан тәбрикләйәсәкбеҙ.
Рәхим итегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
1. Миңлеғәле Шайморатов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
2. “Миңлеғәле”. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә был исем нимәне аңлата?
3. Шайморатов ниндәй ғаиләлә үҫкән? Уның ата-әсәһе кем булған?
4. Данлыҡлы генерал бала саҡтан ниндәй шөғөл менән мауыҡҡан?
5. Миңлеғәле Шайморатов хаҡында “утта янмай, һыуҙа батмай” тип йырлайҙар. Бындай шөһрәт уға ниндәй батырлығы өсөн бирелгән?
6. Пристандә эшләй башлағанда Миңлеғәлегә нисә йәш булған?
7. Граждандар һуғышы осоронда ни өсөн Шайморатов Колчак армияһына эләгеүҙән ҡасып, үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына яҙылды икән?
8. Шайморатовтың Граждандар һуғышында ҡатнашыуы хаҡында нимәләр беләһегеҙ?
9. Шайморатовтың тәүге наградалары – ҡыҙыл төҫтәге шаровары, йәшел буҫтау гимнастерка һәм буденовка. Ҡасан һәм ниндәй батырлығы өсөн бирелгән яҡташыбыҙға был бүләктәр?
10. С.М. Буденный Шайморатовҡа көмөш ялатылған ҡылыс бүләк иткән. Шайморатовтың ниндәй батырлығы сәбәпсе булған быға?
11. Ҡасан, ни өсөн һәм кем Шайморатовҡа алтын сәғәт бүләк иткән?
12. Миңлеғәле ниндәй хәрби уҡыу йорттарында белем алған?
13. Яҡташыбыҙ ниндәй сит телдәрҙә аралашҡан?
14. Хәрби мәктәптә уҡыған йылдары хаҡында Шайморатов ниндәй фекерҙә?
15. Шайморатов ниндәй сит илдәрҙә һәм ҡасан булған?
16. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге мәлдәрен яҡташыбыҙ ҡайҙа һәм ниндәй дәрәжәлә ҡаршы алған?
17. Шайморатовтың Өфөгә тәүге килеүе хаҡында нимәләр билдәле?
18. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡайҙа ойошторолған? Дивизияның штабы ҡайҙа урынлашҡан?
19. Шайморатов аттарҙы тәрбиәләүҙе нисек тикшергән?
20. БАССР Юғары Советы Президиумының Ҡыҙыл байрағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡасан һәм кем тарафынан тапшырылған?
21. Байраҡты ҡабул иткәндә Шайморатов нимә тип ант биргән?
22. “Иптәш полковник, хеҙмәтебеҙ исеменән рәхмәт һеҙгә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һеҙ бына тигән яугирҙәр әҙерләүгә өлгәштегеҙ”. Был һүҙҙәрҙе кем һәм ҡасан әйткән?
23. Шайморатовтың ғаилә хәле.
24. “Шайморатов генерал” йыры тураһында нимәләр беләһегеҙ?
25. Генерал-майор дәрәжәһе Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡасан тапшырылған.
26. Яҡташыбыҙ ҡасан һәм ҡайҙа батырҙарса һәләк булған?
27. Ҡайҙа ерләнгән?
28. Шайморатовтың исеме Украинала һәм уның тыуған яғы Башҡортостанда нисек мәңгеләштерелгән?
29. Шайморатовтың батырлыҡтары ниндәй дәүләт наградалары менән билдәләнгән?
30. 2012 йылда “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тип исемләнгән халыҡ акцияһы старт алды. Уның айышы нимәлә?