Атайым Мөтиғулла Ғәлләм улы Сәйфуллин Беренсе донъя һуғышы яугирҙәренең береһе ине. Ул 1884 йылда хәҙерге Ейәнсура районының Үрген ауылындағы күп балалы ғаиләлә алтынсы булып донъяға килгән. Дүрт апаһы, ағаһы, ҡустыһы булған. Барыһы ла эшһөйәр булып үҫкән. Хикмәтулла олатайым ағастан әйберҙәр эшләргә оҫта ине. Һуғыш ваҡытында һауыт-һаба юҡ. Ҡалаҡ, табаҡ, бәләкәй ялғаш кеүек нәмәләрҙе ул эшләп бирә. Килене, ҡул тирмәнен бик оҫта яһай торғайны.
Атайым да ағас, урман ҡырҡыу эшенә бик шәп булды. Тәүге ҡыҙҙары һигеҙ көнлөк кенә саҡта һуғышҡа киткән ул. Хатта бәпестәренә исем ҡушып та өлгөрмәгәндәр. Хат һайын “ҡыҙыма исемде Нәфисә тип ҡушығыҙ” тип яҙып торған.
Атайым һуғыш тураһында күп һөйләп барманы. Пехотала хеҙмәт иткәнен, һирәкләп разведкаға йөрөгәнен иҫкә ала торғайны. Николай батша менән осрашыуҙары хаҡында һөйләне, батшаны ҙур ихтирам менән телгә алды. Командирҙарының тупаҫ булыуы хаҡында ла әйтте.
Бер мәл шул командир менән өс көн һәм өс төн туҡтауһыҙ алға барып, фронт һыҙығын үтеп киткәндәр. “Көн яҡтырыуға дошман ҡамауында инек. Ни ҡылаһың, атышып торорлоҡ ваҡыт та ҡалманы. Язалап торманылар, вагондарға тейәнеләр ҙә Германияға алып та киттеләр”, – тип хәтерләр ине.
Бына улар әсирлектә. Тотҡондарҙы төрлө ергә бүлеп эшләргә ебәрәләр. Атайым яңғыҙ йәшәгән графиняға эләгә. Ер һөрөү, сәсеү, уңыш йыйыу, мал ҡарау… Барыһы ла уға таныш. Үлгең килмәһә эшләйһең инде. “Өс тапҡыр ашатты, арттырманы ла, кәметмәне лә. Һуңға табан дин тоторға рөхсәт итте. Мин биш намаҙымды ҡалдырманым, тик ураҙа тотоп булманы”, — тип иҫкә ала торғайны.
Бына шулай йәшәп ятҡанда әсирҙәрҙе алмашыу башлана. Шул ваҡытта Хаммат олатай Абдуллин атайым янына килеп: “Кейәү, мин төрөк әсирҙәре менән Төркиәгә китәм. Һин йыуашһың, Төркиәгә китһәң, ҡайта алмаҫһың. Берәү булһа ла, ҡыҙың бар бит. Мин, бәлки, һинән иртәрәк тә ҡайтырмын. Сабыр ит, оҙаҡламай ҙур үҙгәреш булырға тора, һиңә лә ҡайтырға насип булыр”, — тип ҡосаҡлашып хушлаша. Тормошто алдан күҙаллай белеүе менән айырылып торған изге кешеләрҙең береһе була ул. Әсәйем: “Ысынлап та, Хаммат ҡайнаға, йәш төрөк ҡыҙына өйләнеп, Хәҙисә исемле бәпесен күтәреп, атайыңдан иртәрәк ҡайтып төштө. Төрөк ҡыҙы йәш кенә ине. Телде белмәгәс, ҡыйын булғандыр инде — милләттәштәре менән иленә кире ҡайтып китте”, — тип һөйләй торғайны. Атайым 1918 йылда килешеү төҙөлгәс ҡайтҡан.
Әммә уға матур тормош ҡорорға тура килмәй, граждандар һуғышы башлана. Бер көн аҡтар талап сыҡһа, икенсе көн — ҡыҙылдар. Бына шундай буталсыҡтар араһында 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ башлана. Кешеләр эт, бесәй ашарға мәжбүр була. Үлем осраҡтары йышая. Урамда китеп барған ерҙән тәгәрәп үлә торғайнылар, тип һөйләр ине әсәйем. Кешене ерләр өсөн ҡәбер ҡаҙырға хәле етмәгәнлектән, ауыл халҡы дөйөм ҙур соҡор ҡаҙҙырған. Ул урын хәҙер ҙә билдәле.
1927 йылда “ТОЗ” (товарищество общего земледелия) тип аталған ойошма төҙөлә. Уға атайым Әғзәм Солтанбаев та инә. Аҙаҡ колхоз төҙөү башлана. Уға бер ат, бер һыйыр биреп индек, тип һөйләй торғайны әсәйем. Колхоз төҙөлөп, иген үҫтереп, кеше икмәккә туя ғына башлаған саҡта, Бөйөк Ватан һуғышы тоҡана. Шул осорҙа атайым колхоздың умартасылығына етәкселек итә. Уға ла повестка килтерәләр, тик фронтҡа түгел, ә хеҙмәт армияһына алалар. Бәхетенән атайым Өфө ҡалаһына эләгә, әлеге УМПО берекмәһендә эшләй. 9 Май етә башлаһа, Бөйөк Еңеүҙә минең дә өлөшөм бар, самолеттың бик кәрәкле детален эшләнем, тип ғорурланып иҫкә ала торғайны.
Һуғыш тамамланғас, иң тәүҙә ҡарттарҙы ҡайтарғандар. Атайым 1945 йылдың июлендә юлға сыға. Бер аҙ икмәк, яңы спецовка бирәләр. Поезд ул ваҡытта Стәрлетамаҡҡа тиклем генә йөрөгән. Унан төшөп, Ашҡаҙар аша сыҡҡас, ниндәйҙер ир һәм ҡатын ҡулындағы барлы-юҡлы әйберен талап алып китә. Бер нәмәһеҙ тороп ҡала меҫкен.
Бына шунда башлана инде үлем менән көрәш мажаралары. Хәлдән тайып, Күгәрсен районының Ҡалдар ауылы янындағы йылға буйына килеп йығыла. Бәхетенә күрә, мал көтөп йөрөгән мәрйә һыйырҙарҙы һыулауға төшөргәндә атайымды күреп ҡала. Көн һайын һөт, ҡатыҡ, эремсек килтереп ашатып, уны аяҡҡа баҫтыра. Бер аҙна шулай тәрбиәләй ҙә, хужаларынан ат һорап, бер үҫмер малайға атайымды икенсе ауылға тиклем алып барырға ҡуша.
Ярты юлды үтеүгә, теге малай аҡса һорай, булмағас төш, тип бабайҙы ҡалдырып, кире ҡайтып китә. Атайым көс-хәл менән Сапыҡ ауылына килеп етә. Бер өйгә инеп хәйер һорай. Ҡатын көлсә бешереп торған була. Бүлеп бер һыныҡ бирергә теләй, ләкин ире рөхсәт итмәй.
Ауылға тиклем бик күп ер үтәһе бар. Юлда Үрген менән Ерекле ауылдары араһындағы яланда бесән эшләп йөрөгән ауылдаштарын осрата. Араларында Фәхретдин ағай Хәлилов та була. Ул хисапсы ине. Фәхретдин ағай йүгереп ҡайтып әсәйемә: “Инәй, олатайым ҡайтып килә”, — тип әйтте лә үҙе ҡайҙалыр китте.
Мин йүгереп урамға сыҡтым. Атайымды беренсе булып ҡаршы алғым килә, сөнки ул хат һайын, Зөләйхаға сәскәле күлдәктәр алып ҡайтырмын, тип яҙа торғайны. Шул юлдарҙы уҡыған һайын үҙемде сәскәле күлдәктә йөрөгән күбәләктәй хис итә инем. Атайымды ҡаршы алырға мине берәү ҙә эйәртмәне. Урамда үрле-түбәнле әйләнәм, ҡайһы яҡтан килер икән тип көтәм. Бына шулай йөрөй торғас, өйгә ҡайтырға булдым.
Атайым, баҡтиһәң, тура юлдан тау аша төшөп ҡайтҡан, солан тупһаһында ултыра. Уны күреү менән, был минең атайым түгел, тип ҡысҡырып илап ебәрҙем. Үҙен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, теле көрмәлеп бөткән бит... Күп тә үтмәй, Ханнан олатайым килеп етте. Атайымдың һаҡал-мыйығын ҡырҙы, сәсен алды. Әсәйем ҡаҙанда һыу ҡайнатып, уны йыуындырҙы. Нәфисә апайым ҡайҙандыр күлдәк-ыштан алып килде. Шул арала кемдер берәү, туйғансы ашата күрмәгеҙ, әҙләп бирегеҙ, тип иҫкәртеп китте. Бына башланды йәшәү өсөн көрәш!
Атайым өйҙә ҡала, әсәйем балалар баҡсаһында аш бешерә торғайны. Мин дә шунда йөрөйөм. Балалар баҡсаһы Фәхретдин ағай Ҡолтаевтың өйөндә ине. Уның ғаиләһе һуғыш ваҡытында ағыулы башаҡ ашап үлде, бер генә ҡыҙы тере ҡалғайны. Шул өйҙә колхоз балалар баҡсаһы ойошторҙо. Фәриҙә исемле апай мөдир ине. Аҙыҡ-түлекте лә ул килтерә, икмәкте тигеҙ генә итеп бүлә. Тәрбиәселәр — Вәсилә менән Кинйәбикә инәйҙәр. Уларға ла өлөш бирелә. Әсәйем дә, мин дә икмәкте атайыма алып ҡайтабыҙ. Шулай итеп, уны нисек тә булһа тиҙерәк шәбәйтергә тырышабыҙ. Атайым ҡыш буйы эшкә яраманы. Яҙға табан бер аҙ һауыҡты: ер ҡаҙышты, картуф сәсеште, колхоз эшенә лә сыға башланы.
1946 йылда Иҫәнғолда мәктәп төҙөнөләр. Ауылдан бер нисә ҡарт шунда эшләне. Хеҙмәт хаҡы өсөн күпмелер һоло бирәләр. Уны атайым беҙгә алып ҡайта, ә үҙе кешегә ер ҡаҙышып тамағын туйҙыра. Һолоно әсәйем ҡайната, төйә, шунан беҙгә бик тәмле өйрә бешерә ине. Мәктәпте 1947 йылда һалып бөттөләр. Ул ауылға бик оҙаҡ хеҙмәт итте. Миңә лә ошо мәктәптә байтаҡ эшләргә тура килде. Яңынан үткән ваҡытта күҙҙән йәш эркелә торғайны.
Олоғайһа ла, атайым колхоз эшенә ныҡлап тотондо. Ҡыш — арба, йәй сана яһаны, дуға, тәгәрмәс эшләне. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сифатлы тырмалары, һәнәктәр өсөн талашып китә торғайны.
1952 йылда Үрген урта мәктәбендә VII класты гел “бишле” билдәләренә тамамланым. Атайым ата-әсәләр йыйылышының береһен дә ҡалдырманы, һәр ваҡыт үҙе йөрөнө. Бер саҡ район гәзитендә белдереү күреп ҡалдым: педучилище уҡыусылар ҡабул итә, яҡшы өлгәшкәндәргә стипендия түләнә тип яҙылғайны. Бына шулай уҡытыусы булыу маҡсатында Мораҡҡа юлландым. Беренсе стипендияға бик матур портфель һатып алғаным хәтеремдә. Ҡышҡы сессияны тамамлап, каникулға ҡайттым. Мораҡҡа кире килгәндә, атайым колхоздан ат һораны. Юлда бик көслө буран сыҡты. Арыҡ ат менән әллә ҡайҙа китеп булмай, бөтөн ерҙе ҡар баҫҡан, ҡараңғы төштө. Беҙ әлеге шул Сапыҡ ауылына саҡ килеп еттек. Ибраһимовтарҙың йортона туҡталып ҡунырға булдыҡ.
Бик мәрхәмәтле кешеләр булып сыҡты улар. Атты үҙҙәре тәрбиәләп, бесән һалып, өҫтөнә септә ябып ҡуйҙылар. Тәмле итеп сәй эсерҙеләр. Хужа менән атайым бик ихлас һөйләште.
Шул ваҡытта бер ир килеп инде, уны ла сәйгә ултырттылар. Бер аҙҙан атайым теге кешегә: “Ҡорҙаш, мин һине таныным. Мин үлер хәлгә етеп ҡайтып килгәндә, һеҙгә хәйер һорап ингәйнем, ҡатының бер киҫәк көлсә бирергә теләһә лә, һин ҡаршы төштөң. Бына Хоҙай насип иткәс, балаларым янына иҫән-һау ҡайтып еттем. Кинйә ҡыҙымды мөғәллимлеккә уҡырға алып китеп барам. Тау менән тау ғына осрашмай, кеше кеше менән күрешә икән”, — тине.
Теге ағай тиҙ генә сығып китте. Атайым “мөғәллимлеккә уҡырға” тигән һүҙҙәрҙе айырым ғорурлыҡ менән әйтте. Минең ниәтемде хуплағандыр инде, сөнки ул осорҙа уҡытыусынан да хөрмәтлерәк кеше булмай торғайны. Унан да шәфҡәтле, мәрхәмәтле, изге һөнәрҙе күҙ алдына килтерә алманым. Шуға ла 46 йыл ғүмеремде уҡытыусылыҡҡа арнаным һәм һис тә үкенмәйем.
Атайым һаман колхозда эшләүен дауам итте. Эштән бушаған ваҡыттарында Ҡөрьән уҡыны, “Башҡортостан” гәзитен дә ҡулынан төшөрмәне. Ошо баҫманы сыға башлаған ваҡыттан уҡ алдырғандыр: уның Ҡөрьән китабы араһында Дауыт Юлтый мөхәррирлегендәге бер гәзит һаҡлана. Үҙенә оҡшаған мәҡәлә баҫылған булғандыр инде. Мин уны уҡый ғына алмайым, сөнки иҫке төрки хәрефтәре менән яҙылған. Атайым, бер ниндәй уҡыу йортон тамамламаһа ла, урыҫса, башҡортса, хатта немецса уҡый-яҙа белә ине. Быға уның зирәклеге ярҙам иткәндер.
Атайым 80 йәшенә тиклем колхозда эшләне. Һуңғы өс йылында өйҙә булашты, юлды ҡарҙан таҙартты, утын ҡырҡып йортҡа ташып бирә ине. Ҡартайҙым тип ҡул ҡаушырып ултырманы, һәр ваҡыт хәрәкәттә булды. Бер ваҡытта ла ауырып ятманы. Һау-сәләмәт булыуының сәбәбе күп балалы ғаиләлә дин ҡағиҙәләрен йәштән өйрәнеп, өйҙәге бар эште лә белеп үҫеүендәлер. Көн дә биш тапҡыр намаҙ уҡыны, йыл һайын ураҙа тотто, тормошта осраған ауырлыҡтарға сабыр итте. Тәмәке тартманы, араҡы эсмәне, урлашманы. Балаларына ла шул тәрбиәне бирергә тырышты. “Колхоздың бер бөртөк һаламына ла теймәнем. Намыҫлы йәшәгеҙ, йоҡоғоҙ тыныс булыр. Эшләгеҙ, хеҙмәттән кеше үлмәй, Аллаһ Тәғәлә ҡушмағандан тыйылығыҙ, йәнегеҙ саф, тәнегеҙ таҙа булыр”, — тип әйтә торғайны. Ике һуғыштың бар ауырлыҡтарын башынан кисерһә лә, һис зарланманы, власты әрләп ултырманы, өмөтһөҙлөккә бирелмәне. Атайымдың шундай һыҙаты миңә бөгөн дә оло үрнәк, ул өйрәткәнсә йәшәйем.
Зөләйха СӘЙФУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.