Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәргә һөйөү – ғаиләнән
Һөнәргә һөйөү – ғаиләнән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәми Ғариповтың кабинет-музейы етәксеһе Альбина Кайбышева белдереүенсә, үҙең ҡанат нығытҡан белем усағында хеҙмәт итеү оло яуаплылыҡ талап итә.

Шулай тура килһенсе – оҙон тәнәфес тамамланып, киләһе дә­рес башланыуға ғына барып индек. 8 “Б” класында баш­ҡорт теле дәресе башлана, бөгөн “Шарт һөйләм” тигән теманы үтәләр икән. Уҡы­тыу­сы алдан уҡ уның бигүк еңел тү­гел­ле­ген иҫ­кәртте. “Яратҡан дәресе баш­лан­дымы – уҡыусы күҙендә нур уйнай”, – тип миҫал килтерҙе ул һәм ошо һөйләмде таҡтаға яҙып ҡуйҙы. Аҙаҡтан инде теманы нығы­тыу өсөн уҡыусыларҙың үҙҙәренән дә һөйләттерҙе.
Үҙем бер генә йыл булһа ла уҡытыусы йөгөн тартып ҡараған кеше булараҡ ҡыҙыҡһынып, Альбина Хәсән ҡыҙынан яратҡан уҡыусыһы бармы-юҡмы икәнле­ген һораштым.
– Ысынлап та, ҡайһы бер уҡы­тыусы­ларҙың һәр класта тиерлек ундай балаһы булыуын ишеткәнем бар, – тине ул. – Әм­мә минең өсөн малай һәм ҡыҙ­ҙарҙың бөтәһе бер иш, уларҙың барыһын да яратам, ғөмүмән, айырып ҡарау яҡлы түгел­мен. Атайым да, әсәйем дә уҡытыусы ине, мәғариф тип янған шундай ғаиләлә үҫкәнгә күрә, бала мәк­тәптә мөмкин тиклем күберәк бе­лем туплаһын, яҡшы тәр­биә ал­һын өсөн бар күңелем менән тырышам.
Дәрес барышында бына ни­ҙәр күҙгә салынды: беренсенән, был класс берҙәм, уҡытыусы ме­нән уҡыусы араһындағы йылы мөнәсәбәттең күптән барлыҡҡа килгәнлеге һиҙелә, икенсенән, балалар фекерҙәрен ҡыйыу һәм төплө итеп аңлата белә, дә­лилдәр килтерә. Альбина Хәсән ҡыҙы киләсәктә улар араһынан лайыҡлы кешеләр, яратҡан ша­ғи­рыбыҙ Рәми Ғарипов ише ижад­сылар ҙа үҫеп сығырына һис кенә лә шикләнмәй.
Элегерәк шағирҙың музейы айырым ка­бинетты биләгән. Уҡы­тыусылар кәңәш­ләш­кәндән һуң, уны кабинет-музей итеп үҙгәртергә кәрәк тигән фекергә килгән, сөнки дәрес үткәреү уңай­лы буласаҡ. Кластың ишеген асып инеүселәр әҙиптең тормошо һәм ижады менән ентекле танышыу мөмкинлегенә эйә.
– Беҙҙән ҡунаҡтар өҙөлмәй, бе­рәүҙәр­ҙе оҙатыуға икенселә­рен ҡаршылайбыҙ, – ти Башҡорт­ос­тандың мәғариф алдын­ғыһы Альбина Кайбышева. – Респуб­ли­­кабыҙҙан ғына түгел, бүтән тө­бәктәрҙән дә киләләр. Йәштәргә лә, Рәми Ғарипов­тың ижадын тә­рәнерәк өйрәнергә теләгән өлкә­нерәктәргә лә бик күп ҡыҙыҡлы, фай­ҙалы мәғлүмәт бирә ала был кабинет-музей. Шағирға ҡағы­лыш­­лы бөтә нәмәне лә күҙ ҡараһы­лай ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, яңыла­рын туплайбыҙ, эҙләнәбеҙ. Әйткән­дәй, республикабыҙҙа “Ғарипов уҡыуҙа­ры” исемле ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла. Яҙыусы­ның ижады менән киңе­рәк та­ныш­тырыуҙы, балала телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятыу­ҙы, йәш бы­уынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙе маҡ­сат иткәнбеҙ.
Дәрес тамамланһа ла, балалар сығып китергә ашыҡмай: кемдер киләһе дәрескә әҙер­лә­нә, икенселәр уҡытыусы апала­ры янына йыйыла. Ә Альбина Хәсән ҡыҙы барыһын да ихлас тыңлай, кәңәштәр әйтә, йүнәлеш бирә. Үҙен ысын уҡытыусы тип тойған кеше генә шундай күркәм сифаттарҙы үҙ итәлер, минеңсә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә