Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәми Ғариповтың кабинет-музейы етәксеһе Альбина Кайбышева белдереүенсә, үҙең ҡанат нығытҡан белем усағында хеҙмәт итеү оло яуаплылыҡ талап итә. Шулай тура килһенсе – оҙон тәнәфес тамамланып, киләһе дәрес башланыуға ғына барып индек. 8 “Б” класында башҡорт теле дәресе башлана, бөгөн “Шарт һөйләм” тигән теманы үтәләр икән. Уҡытыусы алдан уҡ уның бигүк еңел түгеллеген иҫкәртте. “Яратҡан дәресе башландымы – уҡыусы күҙендә нур уйнай”, – тип миҫал килтерҙе ул һәм ошо һөйләмде таҡтаға яҙып ҡуйҙы. Аҙаҡтан инде теманы нығытыу өсөн уҡыусыларҙың үҙҙәренән дә һөйләттерҙе.
Үҙем бер генә йыл булһа ла уҡытыусы йөгөн тартып ҡараған кеше булараҡ ҡыҙыҡһынып, Альбина Хәсән ҡыҙынан яратҡан уҡыусыһы бармы-юҡмы икәнлеген һораштым.
– Ысынлап та, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың һәр класта тиерлек ундай балаһы булыуын ишеткәнем бар, – тине ул. – Әммә минең өсөн малай һәм ҡыҙҙарҙың бөтәһе бер иш, уларҙың барыһын да яратам, ғөмүмән, айырып ҡарау яҡлы түгелмен. Атайым да, әсәйем дә уҡытыусы ине, мәғариф тип янған шундай ғаиләлә үҫкәнгә күрә, бала мәктәптә мөмкин тиклем күберәк белем туплаһын, яҡшы тәрбиә алһын өсөн бар күңелем менән тырышам.
Дәрес барышында бына ниҙәр күҙгә салынды: беренсенән, был класс берҙәм, уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы йылы мөнәсәбәттең күптән барлыҡҡа килгәнлеге һиҙелә, икенсенән, балалар фекерҙәрен ҡыйыу һәм төплө итеп аңлата белә, дәлилдәр килтерә. Альбина Хәсән ҡыҙы киләсәктә улар араһынан лайыҡлы кешеләр, яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғарипов ише ижадсылар ҙа үҫеп сығырына һис кенә лә шикләнмәй.
Элегерәк шағирҙың музейы айырым кабинетты биләгән. Уҡытыусылар кәңәшләшкәндән һуң, уны кабинет-музей итеп үҙгәртергә кәрәк тигән фекергә килгән, сөнки дәрес үткәреү уңайлы буласаҡ. Кластың ишеген асып инеүселәр әҙиптең тормошо һәм ижады менән ентекле танышыу мөмкинлегенә эйә.
– Беҙҙән ҡунаҡтар өҙөлмәй, берәүҙәрҙе оҙатыуға икенселәрен ҡаршылайбыҙ, – ти Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Альбина Кайбышева. – Республикабыҙҙан ғына түгел, бүтән төбәктәрҙән дә киләләр. Йәштәргә лә, Рәми Ғариповтың ижадын тәрәнерәк өйрәнергә теләгән өлкәнерәктәргә лә бик күп ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәт бирә ала был кабинет-музей. Шағирға ҡағылышлы бөтә нәмәне лә күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, яңыларын туплайбыҙ, эҙләнәбеҙ. Әйткәндәй, республикабыҙҙа “Ғарипов уҡыуҙары” исемле ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла. Яҙыусының ижады менән киңерәк таныштырыуҙы, балала телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятыуҙы, йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙе маҡсат иткәнбеҙ.
Дәрес тамамланһа ла, балалар сығып китергә ашыҡмай: кемдер киләһе дәрескә әҙерләнә, икенселәр уҡытыусы апалары янына йыйыла. Ә Альбина Хәсән ҡыҙы барыһын да ихлас тыңлай, кәңәштәр әйтә, йүнәлеш бирә. Үҙен ысын уҡытыусы тип тойған кеше генә шундай күркәм сифаттарҙы үҙ итәлер, минеңсә.