Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ЯЛ ДА АРЫТА ИКӘН…
Депутаттар Яңы йыл каникулын ҡыҫҡартырға тәҡдим итә
“Эх, ниңә ҡәләм үҙе генә яҙмай икән ул?” Бындай һорау башҡа осраҡлы килмәне: Яңы йыл ялдары мәлендә елкәгә менеп ултырған ялҡаулыҡ төшөргә лә уйламай. Әйтерһең дә, беренсе көн гәзиткә эшкә килгәнмен, һис кенә лә ҡулға эш бармай.


Ысынлап та, быйыл бик күптәр ауы­ҙынан оҙайлы каникул хаҡында кире фекер ишетергә тура килде. Өҫтәүенә ҡайһы берәүҙәр 12 көн буйы сирләп ятҡан – бына һиңә Яңы йыл, бына һиңә байрам!
Оҡшаймы һеҙгә бындай оҙайлы ял, оҡшамаймы, киләһе йылдан уның юҡҡа сығыуы ихтимал. Ялдың элек­кесә дүрт кенә көнгә ҡалыуы ла бар (Раштыуаны иҫәпкә алмағанда). Депутат әфәнделәр ошо хаҡта баш вата.
2012 йылда уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йыл каникулын ҡыҫҡартырға, уларҙы май айына кү­се­рергә тәҡдим яһағайны. Былтыр ЛДПР етәксеһе Владимир Жириновский ҙа 2 ғинуарҙа уҡ эшкә сығырға саҡырҙы. Ысынлап та, был аҙым дөрөҫтөр: беренсенән, байрам көн­дәрендә кеҫә тиҙ йоҡара, икенсенән, ике аҙналыҡ ҡына эш көнөндә әллә күпме план тормошҡа ашырылмай ҡала. Бынан тыш, хеҙмәткә һәләт тә һүлпәнәйә тү­гелме ни?
Ауылдан сыҡҡан ҡала кешеләре, баҡ­сасылар өсөн, әлбиттә, ил етәк­се­һенең тәҡдиме иң яҡшыһылыр, сөнки ҡыш ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып нимә эшләй алаһың инде: ҡар көрәп, мал ҡараның да вәссәләм, ә майҙа йә иһә йәй айҙарында ҡамасауламаҫ ине ул артыҡ ял.
Ҡануниәтте камиллаштырыу йәһә­те­нән әҙерләнгән проект нәҡ ошо­ларҙы күҙ уңында тота буғай. Тик был хаҡта уның авторы депутат Алексей Диденко әлегә хәбәр итмәгән. “Артыҡ ялдар” май айына өҫтәлерме-юҡмы – уныһы депутаттар ихтыярында.
Ял тигәндән, бынан бер нисә ай элек аҙнаһына дүрт кенә эш көнө ҡалдырырға тәҡдим ителгәйне. Ул да һүҙҙә генә ҡалды шикелле.
Әйткәндәй, оҙайлы Яңы йыл каникулы Рәсәйҙә генә ғәмәлдә. Нисек кенә булмаһын, илдә быйыл 365 көндөң 118-ен ял итәсәкбеҙ, әле бында милли һәм дини байрамдар инмәгән әле…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә