ЯЛ ДА АРЫТА ИКӘН…30.01.2015
Депутаттар Яңы йыл каникулын ҡыҫҡартырға тәҡдим итә
“Эх, ниңә ҡәләм үҙе генә яҙмай икән ул?” Бындай һорау башҡа осраҡлы килмәне: Яңы йыл ялдары мәлендә елкәгә менеп ултырған ялҡаулыҡ төшөргә лә уйламай. Әйтерһең дә, беренсе көн гәзиткә эшкә килгәнмен, һис кенә лә ҡулға эш бармай.
Ысынлап та, быйыл бик күптәр ауыҙынан оҙайлы каникул хаҡында кире фекер ишетергә тура килде. Өҫтәүенә ҡайһы берәүҙәр 12 көн буйы сирләп ятҡан – бына һиңә Яңы йыл, бына һиңә байрам!
Оҡшаймы һеҙгә бындай оҙайлы ял, оҡшамаймы, киләһе йылдан уның юҡҡа сығыуы ихтимал. Ялдың элеккесә дүрт кенә көнгә ҡалыуы ла бар (Раштыуаны иҫәпкә алмағанда). Депутат әфәнделәр ошо хаҡта баш вата.
2012 йылда уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йыл каникулын ҡыҫҡартырға, уларҙы май айына күсерергә тәҡдим яһағайны. Былтыр ЛДПР етәксеһе Владимир Жириновский ҙа 2 ғинуарҙа уҡ эшкә сығырға саҡырҙы. Ысынлап та, был аҙым дөрөҫтөр: беренсенән, байрам көндәрендә кеҫә тиҙ йоҡара, икенсенән, ике аҙналыҡ ҡына эш көнөндә әллә күпме план тормошҡа ашырылмай ҡала. Бынан тыш, хеҙмәткә һәләт тә һүлпәнәйә түгелме ни?
Ауылдан сыҡҡан ҡала кешеләре, баҡсасылар өсөн, әлбиттә, ил етәксеһенең тәҡдиме иң яҡшыһылыр, сөнки ҡыш ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып нимә эшләй алаһың инде: ҡар көрәп, мал ҡараның да вәссәләм, ә майҙа йә иһә йәй айҙарында ҡамасауламаҫ ине ул артыҡ ял.
Ҡануниәтте камиллаштырыу йәһәтенән әҙерләнгән проект нәҡ ошоларҙы күҙ уңында тота буғай. Тик был хаҡта уның авторы депутат Алексей Диденко әлегә хәбәр итмәгән. “Артыҡ ялдар” май айына өҫтәлерме-юҡмы – уныһы депутаттар ихтыярында.
Ял тигәндән, бынан бер нисә ай элек аҙнаһына дүрт кенә эш көнө ҡалдырырға тәҡдим ителгәйне. Ул да һүҙҙә генә ҡалды шикелле.
Әйткәндәй, оҙайлы Яңы йыл каникулы Рәсәйҙә генә ғәмәлдә. Нисек кенә булмаһын, илдә быйыл 365 көндөң 118-ен ял итәсәкбеҙ, әле бында милли һәм дини байрамдар инмәгән әле…