Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйҙәге иҫәпте ни боҙа?
Өйҙәге иҫәпте  ни боҙа? Интернетта икмәктең ҡиммәтләнеүе тураһында күп яҙҙылар. Хаҡтар йыл үҫәһен көн үҫә. Ошо урында Ғәзим Ильясов башҡарыуындағы бер йырҙан юлдар хәтергә төшә:
“Йәшлек бит ул – йүгәнһеҙ ат,
Китһә, килмәй ҙә ҡуя”...
Магазинға инеү менән был һүҙҙәрҙе:
“Хаҡтар бит ул – йүгәнһеҙ ат,
Үҫһә, төшмәй ҙә ҡуя”,
— тип үҙгәртке килә.

Шаяртыу шаяртыу менән, шулай ҙа һуңғы осорҙа хаҡтарҙың ныҡ артыуы халыҡты борсоуға һалды. Ә түрәләр ниндәй кәйефтә икән, әллә “астың асыуы яман икәнлеге” хаҡында онотҡандармы? “Ваҡытлыса күренеш бит ул”, — тип йыуатыуҙарҙың да сиге барҙыр. Нисек кенә булмаһын, магазинда уфтанған һатып алыусыларҙы бик йыш күрәбеҙ.
…Ҡатын өйҙә кескәй бала менән ултырыу сәбәпле, магазинға гел миңә сабырға тура килә. Шуға хаҡтарҙың артыуын үҙ елкәмдә татыйым. Мәшә­ҡәтле, әлбиттә, тик, икенсе яҡтан, быға шатланып бөтә алмайым: кәләш аҙыҡ-түлектең ҡыйбатлан­ғанын да, шул уҡ ваҡытта иренең эш хаҡының элеккесә ҡалғанын да белмәй шул әлегә. Бына тик балаларҙы ашатыуҙан тыш кейендерергә лә кәрәк бит әле.
Йәй икмәкте 32 һумға һатып алһам, хәҙер ул магазинда 40 һум самаһы тора. Уны ғына ашап йәшәп булмай бит: әйтәйек, бер аҙна элек кенә урамда яҡындағы бер хужалыҡ килтереп һатҡан һөттөң литрына 30 һум һораһалар, бөгөн ул 35-кә еткән. Күҙ асып йомғансы 33-тән 60-ҡа “һикергән” ҡарабойҙай хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Сәй, шәкәр, башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан. Ҡайһыһылыр өс-дүрт һумға ҡыйбатланһа, бәғзеһе 15-30 һумға үҫеп киткән. Ә белгестәр күҙаллауынса, әле был эштең башы ғына.
Тамаҡ ҡайғыһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, шулай уҡ хаҡы бер туҡтауһыҙ артҡан газ һәм бензин тураһында ауыҙ асҡы килмәй. Владимир Путиндың белдереүенсә, илдәге сәйәси ваҡиғаларға һылтанып, хаҡтар менән урындағы магазиндар, һатыусылар “шаяра”. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәми­тов та әйтә килә. Бынан бер нисә йыл элек әлеге шул ҡарабойҙайҙың тик торғанда артып китеүенә шаһит булғайныҡ. Алып­һатарҙар имеш-мимеш таратып, кеҫә ҡалынай­тырға уйлағайны. Әммә ул саҡта көн дә тиерлек яңыртылған санкциялар янамай ине шул.
Бер яҡтан ҡараһаң, хәҙер Ватан етештереү­селәренә юл асылды: иген үҫтереп һат, картуф сәс… Тик ауыл эшсәненә барыһы ла бушҡа килмәй. Мәҫәлән, трактор өсөн бер литр яғыулыҡ алырға кәм тигәндә ике литр һөт һатырға тура килә. Ә бер литр яғыулыҡ менән крәҫтиән ни генә эшләй алһын инде?! Шуға ҡола яланда “сабып йөрөгән” хаҡ­тарҙы йүгәнләмәй тороп, үҫеш тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә