Интернетта икмәктең ҡиммәтләнеүе тураһында күп яҙҙылар. Хаҡтар йыл үҫәһен көн үҫә. Ошо урында Ғәзим Ильясов башҡарыуындағы бер йырҙан юлдар хәтергә төшә:
“Йәшлек бит ул – йүгәнһеҙ ат,
Китһә, килмәй ҙә ҡуя”...
Магазинға инеү менән был һүҙҙәрҙе:
“Хаҡтар бит ул – йүгәнһеҙ ат,
Үҫһә, төшмәй ҙә ҡуя”,
— тип үҙгәртке килә.
Шаяртыу шаяртыу менән, шулай ҙа һуңғы осорҙа хаҡтарҙың ныҡ артыуы халыҡты борсоуға һалды. Ә түрәләр ниндәй кәйефтә икән, әллә “астың асыуы яман икәнлеге” хаҡында онотҡандармы? “Ваҡытлыса күренеш бит ул”, — тип йыуатыуҙарҙың да сиге барҙыр. Нисек кенә булмаһын, магазинда уфтанған һатып алыусыларҙы бик йыш күрәбеҙ.
…Ҡатын өйҙә кескәй бала менән ултырыу сәбәпле, магазинға гел миңә сабырға тура килә. Шуға хаҡтарҙың артыуын үҙ елкәмдә татыйым. Мәшәҡәтле, әлбиттә, тик, икенсе яҡтан, быға шатланып бөтә алмайым: кәләш аҙыҡ-түлектең ҡыйбатланғанын да, шул уҡ ваҡытта иренең эш хаҡының элеккесә ҡалғанын да белмәй шул әлегә. Бына тик балаларҙы ашатыуҙан тыш кейендерергә лә кәрәк бит әле.
Йәй икмәкте 32 һумға һатып алһам, хәҙер ул магазинда 40 һум самаһы тора. Уны ғына ашап йәшәп булмай бит: әйтәйек, бер аҙна элек кенә урамда яҡындағы бер хужалыҡ килтереп һатҡан һөттөң литрына 30 һум һораһалар, бөгөн ул 35-кә еткән. Күҙ асып йомғансы 33-тән 60-ҡа “һикергән” ҡарабойҙай хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Сәй, шәкәр, башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан. Ҡайһыһылыр өс-дүрт һумға ҡыйбатланһа, бәғзеһе 15-30 һумға үҫеп киткән. Ә белгестәр күҙаллауынса, әле был эштең башы ғына.
Тамаҡ ҡайғыһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, шулай уҡ хаҡы бер туҡтауһыҙ артҡан газ һәм бензин тураһында ауыҙ асҡы килмәй. Владимир Путиндың белдереүенсә, илдәге сәйәси ваҡиғаларға һылтанып, хаҡтар менән урындағы магазиндар, һатыусылар “шаяра”. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та әйтә килә. Бынан бер нисә йыл элек әлеге шул ҡарабойҙайҙың тик торғанда артып китеүенә шаһит булғайныҡ. Алыпһатарҙар имеш-мимеш таратып, кеҫә ҡалынайтырға уйлағайны. Әммә ул саҡта көн дә тиерлек яңыртылған санкциялар янамай ине шул.
Бер яҡтан ҡараһаң, хәҙер Ватан етештереүселәренә юл асылды: иген үҫтереп һат, картуф сәс… Тик ауыл эшсәненә барыһы ла бушҡа килмәй. Мәҫәлән, трактор өсөн бер литр яғыулыҡ алырға кәм тигәндә ике литр һөт һатырға тура килә. Ә бер литр яғыулыҡ менән крәҫтиән ни генә эшләй алһын инде?! Шуға ҡола яланда “сабып йөрөгән” хаҡтарҙы йүгәнләмәй тороп, үҫеш тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел.