Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Орлоғона күрә емеше
Орлоғона күрә емеше Был төбәктә генә түгел, республикала билдәле “Ялалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы орлоҡ үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнә.

1992 йылда Мөжәһит менән Флүн Ялалов, кейәүҙәре Камил Ниғмәтуллин һәр береһенә 50-шәр гектар майҙан ер алып, эшкә тотона. Тик хужалыҡҡа уңды­рышһыҙ, ҡомло-бал­сыҡлы ерҙәр, йырынлы урындар эләгә. Бәлки, маташып ҡарарҙар ҙа кире ташларҙар, тигәндәрҙер.
Беренсе уңыш йыйыу көнөндә үк бойҙай тейәлгән машина бата. Уны трактор ҙа тартып сығара алмай. Икенсеһен килтереп, ҡул көсө менән бушатырға тура килә. Бына шул ваҡытта ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, эште аҙағына етке­рергә тигән уй тыуа. Ошо мәлдә эргәләге кешеләрҙең йылы ҡарашын тойоу күңелде үҫтерә, ышанысты арттыра.
Татыу бер ғаилә булып, кәңәшләшеп алып бара улар эште. Фураж бик үтмәгәс, мал алыуҙан тыйылалар. Киләһе йылына орлоҡсолоҡ менән шөғөл­ләнергә ҡарар ителә. Кредитҡа комбайн, йөк автомобиле, трактор, тағылма йыһаздар алалар. Ғаилә башлығы тағы ла аҡса алыу өсөн йортон банкка бурысҡа һала һәм аҡсаһын яғыу­лыҡҡа, орлоҡҡа тотона. Көҙөн апаруҡ уңыш йыйып алына. Яңы хужалыҡ өсөн был бик яҡшы күрһәткес була. Күңелдәре тағы ла күтәрелеп китә.
Әммә районда Ялаловтар етештергән уңышты ҡабул итмәйҙәр. Йәнәһе, фермер ниндәй орлоҡ үҫтерә ала инде?! Улар башҡа төбәк хужалыҡтарына тәҡдим итә. Килгән аҡсаға орлоҡ таҙартыу техникаһы алына.
Ул йылдарҙа, тәжрибә-етештереү хужа­лыҡтары тарҡалғас, ҡайҙан орлоҡ алырға тигән һорау тыуа. Иң тәү сиратта Башҡорт­остан ғилми-тикшеренеү институты менән килешеү төҙөлә. Яңы сорттар ҡайтарыла башлай.
1996 йылдың көҙөндә Мөжәһит Ялалов мәрхүм булғас, улы Фирҙәүес атаһының эшен үҙ ҡулына ала. Күп йылдар ауыл хужалығы идаралығында баш агроном вазифаһында туплаған тәжрибәһе ярҙам итә. Ни тиклем күп белгәндәй булһаң да, көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ асыла. Кейәүе Камил Ниғмәтуллин ме­нән күпмелер ваҡыттан айырым эшләй башлайҙар, әммә бер-береһенә ярҙам итәләр.
Башҡортостан, Татарстан, Ульяновск, Силәбе, Белгород ҡалаларының ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институттары менән килешеү төҙөп, берлектә яңы сорттар уйлап сығаралар. Хәҙер улар етештергән сифатлы орлоҡто республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә һатып алалар.
150 гектар майҙанда эш башланған хужалыҡтың хәҙер 1 мең 200 гектар ере бар. Орлоҡтоң сифатын тағы ла яҡшыртыу маҡсатында, 2012 йылда Йөннө ауылында урынлашҡан «Дружба» йәмғиәтенең ырҙын табағын алып, реконструкция үткәреп, яңы йыһаздар урынлаштыралар.
Әлеге көндә хужалыҡ 14 кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Уңған механизаторҙар Фәнис Шәйехмырҙин, Ғилемйән Мирхәйҙәров, Рәфил Шәмсетдинов, Малик Хәбибул­линдарҙың өлгөлө хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Комбайнсы Сидар Сайрапов, Рәфит Ғәбиҙуллин, Азат Суфиянов, водитель Ирек Сәйетгәрәев, ырҙын табағы машинисы Нәсим Ғәниев үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, ашлыҡ бирелә. Техника паркында биш трактор, өс ашлыҡ һуғыу комбайны, ун еңел һәм йөк ташыу машинаһы бар.
Фирҙәүес Мөжәһит улының уңышында татыу ғаиләһенең өлөшө ҙур. Ҡатыны Гүзәлиә менән ике ул үҫтергәндәр. Икеһе лә ғаиләле, балалар тәрбиәләйҙәр. Кесе улы Илшат банкта иҡтисадсы булып эшләй.
– Атайым һәр саҡ, ситтән бәхет эҙләмәгеҙ, тип әйтә торғайны. Улдарым аграр университетта белем алды. Илдар – хужалыҡта агроном. Бөтә белем-тәжрибәмде, эшемде уға тапшырҙым, – ти алтынсы тиҫтәһен тултырған Фирҙәүес Мөжәһит улы.
Ғаилә башлығы улына, ейәндәренә лайыҡлы шөғөл ҡалдыра, сөнки ирешелгән уңыштары етерлек. 2011 һәм 2013 йылдарҙа республикала «Иң яҡшы элиталы хужалыҡ» исеменә лайыҡ булғандар, Бөтә Рәсәй «Ал­тын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашып, көмөш һәм бронза миҙал менән бүләкләнгәндәр. Үҙ эшен асырға теләгәндәргә Фирҙәүес ағай:
– Тәүәккәллә лә бил бәйлә, тиҙәрме әле? Төплө уйлап, икенсе йылда нимә сәсереңде белгәндә генә игенселек менән шөғөлләнергә мөмкин. Ауырлыҡтар осрар, юғалып ҡалма. Күңел һалып эшләгәндә кеше йырып сыға алмаҫтай бурыс юҡ ул, – тине.
Тәжрибәле иген игеү оҫтаһының һүҙҙә­рендә оло хәҡиҡәт ята.


Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә