Был төбәктә генә түгел, республикала билдәле “Ялалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы орлоҡ үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. 1992 йылда Мөжәһит менән Флүн Ялалов, кейәүҙәре Камил Ниғмәтуллин һәр береһенә 50-шәр гектар майҙан ер алып, эшкә тотона. Тик хужалыҡҡа уңдырышһыҙ, ҡомло-балсыҡлы ерҙәр, йырынлы урындар эләгә. Бәлки, маташып ҡарарҙар ҙа кире ташларҙар, тигәндәрҙер.
Беренсе уңыш йыйыу көнөндә үк бойҙай тейәлгән машина бата. Уны трактор ҙа тартып сығара алмай. Икенсеһен килтереп, ҡул көсө менән бушатырға тура килә. Бына шул ваҡытта ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, эште аҙағына еткерергә тигән уй тыуа. Ошо мәлдә эргәләге кешеләрҙең йылы ҡарашын тойоу күңелде үҫтерә, ышанысты арттыра.
Татыу бер ғаилә булып, кәңәшләшеп алып бара улар эште. Фураж бик үтмәгәс, мал алыуҙан тыйылалар. Киләһе йылына орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә ҡарар ителә. Кредитҡа комбайн, йөк автомобиле, трактор, тағылма йыһаздар алалар. Ғаилә башлығы тағы ла аҡса алыу өсөн йортон банкка бурысҡа һала һәм аҡсаһын яғыулыҡҡа, орлоҡҡа тотона. Көҙөн апаруҡ уңыш йыйып алына. Яңы хужалыҡ өсөн был бик яҡшы күрһәткес була. Күңелдәре тағы ла күтәрелеп китә.
Әммә районда Ялаловтар етештергән уңышты ҡабул итмәйҙәр. Йәнәһе, фермер ниндәй орлоҡ үҫтерә ала инде?! Улар башҡа төбәк хужалыҡтарына тәҡдим итә. Килгән аҡсаға орлоҡ таҙартыу техникаһы алына.
Ул йылдарҙа, тәжрибә-етештереү хужалыҡтары тарҡалғас, ҡайҙан орлоҡ алырға тигән һорау тыуа. Иң тәү сиратта Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институты менән килешеү төҙөлә. Яңы сорттар ҡайтарыла башлай.
1996 йылдың көҙөндә Мөжәһит Ялалов мәрхүм булғас, улы Фирҙәүес атаһының эшен үҙ ҡулына ала. Күп йылдар ауыл хужалығы идаралығында баш агроном вазифаһында туплаған тәжрибәһе ярҙам итә. Ни тиклем күп белгәндәй булһаң да, көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ асыла. Кейәүе Камил Ниғмәтуллин менән күпмелер ваҡыттан айырым эшләй башлайҙар, әммә бер-береһенә ярҙам итәләр.
Башҡортостан, Татарстан, Ульяновск, Силәбе, Белгород ҡалаларының ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институттары менән килешеү төҙөп, берлектә яңы сорттар уйлап сығаралар. Хәҙер улар етештергән сифатлы орлоҡто республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә һатып алалар.
150 гектар майҙанда эш башланған хужалыҡтың хәҙер 1 мең 200 гектар ере бар. Орлоҡтоң сифатын тағы ла яҡшыртыу маҡсатында, 2012 йылда Йөннө ауылында урынлашҡан «Дружба» йәмғиәтенең ырҙын табағын алып, реконструкция үткәреп, яңы йыһаздар урынлаштыралар.
Әлеге көндә хужалыҡ 14 кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Уңған механизаторҙар Фәнис Шәйехмырҙин, Ғилемйән Мирхәйҙәров, Рәфил Шәмсетдинов, Малик Хәбибуллиндарҙың өлгөлө хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Комбайнсы Сидар Сайрапов, Рәфит Ғәбиҙуллин, Азат Суфиянов, водитель Ирек Сәйетгәрәев, ырҙын табағы машинисы Нәсим Ғәниев үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, ашлыҡ бирелә. Техника паркында биш трактор, өс ашлыҡ һуғыу комбайны, ун еңел һәм йөк ташыу машинаһы бар.
Фирҙәүес Мөжәһит улының уңышында татыу ғаиләһенең өлөшө ҙур. Ҡатыны Гүзәлиә менән ике ул үҫтергәндәр. Икеһе лә ғаиләле, балалар тәрбиәләйҙәр. Кесе улы Илшат банкта иҡтисадсы булып эшләй.
– Атайым һәр саҡ, ситтән бәхет эҙләмәгеҙ, тип әйтә торғайны. Улдарым аграр университетта белем алды. Илдар – хужалыҡта агроном. Бөтә белем-тәжрибәмде, эшемде уға тапшырҙым, – ти алтынсы тиҫтәһен тултырған Фирҙәүес Мөжәһит улы.
Ғаилә башлығы улына, ейәндәренә лайыҡлы шөғөл ҡалдыра, сөнки ирешелгән уңыштары етерлек. 2011 һәм 2013 йылдарҙа республикала «Иң яҡшы элиталы хужалыҡ» исеменә лайыҡ булғандар, Бөтә Рәсәй «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашып, көмөш һәм бронза миҙал менән бүләкләнгәндәр. Үҙ эшен асырға теләгәндәргә Фирҙәүес ағай:
– Тәүәккәллә лә бил бәйлә, тиҙәрме әле? Төплө уйлап, икенсе йылда нимә сәсереңде белгәндә генә игенселек менән шөғөлләнергә мөмкин. Ауырлыҡтар осрар, юғалып ҡалма. Күңел һалып эшләгәндә кеше йырып сыға алмаҫтай бурыс юҡ ул, – тине.
Тәжрибәле иген игеү оҫтаһының һүҙҙәрендә оло хәҡиҡәт ята.